Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 644 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮҢӘРӘКЛӘТЕҮ
ңәрәкләнеп ултырҙыҡ та йырларға тотон-доҡ. С. Агиш. 20-25 урында туңәрәкләнеп ашарға ултырған кешеләрҙең ауыҙҙары ашығыс ҡыймылдай. М. Ғафури. Берэуҙәр туңәрәкләнеп ултырып, ҡояш битендә домино һуғырға тотондо, берэуҙәр тамаҡ ялғарға тип буфетҡа китте. X. Зарипов.
3. кусм. һәр яҡлап теүәл, бөтөн, етешкә әйләнеү. □ Становиться обеспеченным. Я [Сәғиҙә:] Шөкор инде, донъябыҙ туңәрәк -ләнде, илаһым. Яр. Вәлиев.
4. кусм. Берәй эш-хәлдең һуңы етеү; тамамланыу. □ Закругляться (о деле). Я Батырша эштәре туңәрәкләнде, инде һөҙөмтәһен генә көтөргә ҡалды тигәндәй, тыныслана төштө. Ғ. Хөсәйенов.
5. мат. төш. ҡар. түңәрәкләү 5. страд, от түңәрәкләү 5. Туңәрәкләнгән һан.
ТҮҢӘРӘКЛӘТЕҮ (түңәрәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. түңәрәкләү, понуд. от түңәрәкләү. Я Ферма эргәһендә эш ҡайнай ине: ырҙын табағылай туңәрәкләтеп сей балсыҡ йәйелгән. Й. Солтанов.
ТҮҢӘРӘКЛӘҮ (түңәрәклә-) (Р.: округлять; И.: round (up); T.: yuvarlaklaştırmak) ҡ.
1. Түңәрәк (II, 1) итеү. □ Округлять, закруглять. Я Имаметдин ағай уҙенең туңә-рәкләп ҡырған ерән һаҡалын һыйпаштыр-ғылап алды. В. Исхаҡов. [Ғарифйәндең] осло эйәктәре шыма итеп ҡырылған, туңәрәкләп алдырылған тубә сәсе бер тәлгәш булып текә маңлайына төшкән. Р. Ханнанов.
2. Түңәрәк (I, 3) яһап уратыу. □ Образовывать круг, делать круг. Я Мәһубә менән Маһиә, тағы ике-өс ҡатын туңәрәкләп баҫҡандар ҙа шыбағас менән тас та тос ашлыҡ һуғалар. Р. Байымов. Оҙаҡ та утмәне, Ға-милә лә ҡайтты, өҫтәлде туңәрәкләп ултырып, киске аш ашанылар. Б. Бикбай. Аллағол барып ингәндә, Аҡсура, бөтә ғаиләһе менән урындыҡҡа туңәрәкләп ултырып, киске тамаҡҡа ашай ине. Н. Мусин.
3. кусм. Эш-хәлде аҙағына еткереү; тамамлау. □ Закруглять, завершать. Эште туңәрәкләу. Ултырышты туңәрәкләу. Һуҙҙе туңәрәкләу. Я Бер ҡарарға килгәндәй, Бәҙерғол һөйләшеуҙе уҙенсә туңәрәкләне. Ғ. Хөсәйенов. Бөгөн-иртәгә ошо темп менән иген
сығарылһа, планды туңәрәкләргә мөмкин тигән һуҙ. Р. Низамов. Партбюро секретары йыйылышты туңәрәкләргә ашыҡты. И. Абдуллин.
4. кусм. Һәр яҡлап теүәл, бөтөн, етешкә әйләндереү. □ Делать полным, устроенным, зажиточным. Я [Хужа] һаҡсыллығы, йунселлеге арҡаһында мөлкәтен туңәрәкләне. Ә. Хәкимов. Бер уйлаһаң, һуғыш бөткәс, донъяһын яңынан туңәрәкләп, уҙенә ел-ямғыр тейҙермәй йәшәрлеге лә бар ине Ғөлйыһандың. Т. Ғарипова.
5. мат. һанды яҡынса теүәлләп биреү. □ Округлять (о числах). // Округление. Һанды туңәрәкләу.
ТҮҢӘРӘК МЕЙЕС (Р: голландка; И.: Dutch oven; T: şömine) и. диал. ҡар. галанка.
Ғәҙәттә, кафелдән йәиһә кирбестән һалынып, тышы ҡалай менән кәпләнгән түңәрәк формалағы мейес. □ Голландка. Туңәрәк мейескә яғыу.
ТҮҢӘРӘК өй (Р: круглый дом; И.: round shaped house; T: yuvarlak ev) и.
Түңәрәк, тирмә формаһында эшләнгән ҡоролма. □ Круглый (цилиндрический) дом. • Туңәрәк өйҙөң туре юҡ. Әйтем.
ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛ (Р: круглый стол; И.: round table; T: yuvarlak masa) и.
Төрлө дәүләт, йәмәғәт, фирҡә һ. б. ойошма вәкилдәренең ниндәй ҙә булһа мәсьәләне тикшереү, хәл итеү өсөн үткәргән йыйылышы сиктәрендә ойошторолған сара. П Круглый стол (общество, конференция или собрание в рамках более крупного мероприятия (съезда, симпозиума, конференции). Я Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының уҙәк китапханаһында хеҙмәтләндереу булеге мөдире Сәруәр Иҙелбаева тарафынан «Изге куңелле ханымдар» тип аталған туңәрәк өҫтәл ойошторолдо. «Һаҡмар», 13 ғинуар 2014. Яңыраҡ республика Хөкумәтендә «Башҡортостан Республикаһы йәштәрен эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре» тип аталған туңәрәк өҫтәл ойошторолдо. «Йәшлек», 31 ғинуар 2014.
ТҮҢӘРӘКПАШ (Р: кошачья лапка; И.: mountain everlasting; T: kedi ayağı otu) и. диал. ҡар. бесәйтабан.
644