Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 646 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮПӘЛӘҮ
щий один глаз на лбу). ■ Балаларҙы тупәгуҙ менән ҡурҡыталар. Экспедиция материалдарынан.
2. әрл. Әр һүҙе. □ Бранное слово. У-у-у, тупәгуҙ.
ТҮПӘЛӘҮ (түпәлә-) (Р.: бить; И.: beat (up); T.: tepelemek) ҡ. диал. ҡар. туҡмау.
Бәреп-һуғып туҡмау. □ Бить, колотить (по голове и т. п.). Йығылғанды тупәләу ирлек тугел.
ТҮПӘН с. диал. ҡар. тәпәш I. Тупән кеше.
ТҮПӘ ӨРҘӨГӨ и. диал. ҡар. түбә өрлөгө. Тупә өрҙөгө һалыу. Тупә өрҙөгөн йышыу.
ТҮПӘСЛӘҮ (түпәслә-) ҡ. диал. ҡар. туҡмау. ■ Телләшмә, телләшһәң, тупәсләр ҙә ҡайтарырмын. Экспедиция материалдарынан.
ТҮПӘСӘС (Р: чёлка (у лошади)', И.: forelock; T.: kakül) и.
Йылҡы малының маңлай сәсе. □ Чёлка (у лошади). Аттың тупәсәсен тарау.
ТҮПӘ ТАҠТА и. диал. ҡар. түшәм. Тупә таҡтаһын буяу.
ТҮР I (Р: передний угол; И.: front corner; T.: evde baş köşe) и.
1. Өйҙөң, бүлмәнең ишеккә ҡаршы яғы. □ Передний угол (комнаты, дома). ■ Турҙә ап-аҡ япма йәйелгән һәм купереп ятҡан мендәрҙәр өҫтөнә селтәр ҡапланған ике карауат ултыра. Р Байбулатов. Ҙур кабинет турендәге оҙон өҫтәл артында ултырған директор — былай ҙа тәбәнәк буйлы, сандыр кәуҙәле Мостовой — ғәҙәттәгенән дә бәләкәйерәк булып куренде. Ә. Байрамов. Инеу менән Ғәлиәхмәт ҙур булмәнең иң турендә оҙон өҫтәл башында ниҙер яҙып ултырған ярым хәрби кейемдәге етди ҡиәфәтле кешене курҙе. Р. Байымов.
2. Өйҙөң эске бүлмәһе. □ Горница, внутренняя комната в доме. Турҙе йыйыштырыу. М Хәлифә апай, Искәндәр бабай ишектән куренгәс тә, турҙе ҡаҙан алдынан бу леп торған шаҡмаҡлы шаршауҙы тартты. Р. Ғабдрахманов.
3. Урындыҡтың өҫкө яғы. □ Верхняя часть нар. Урындыҡ туре. ■ Ҡуҙый тургә
менмәне, сатлыҡтан ултырҙы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Гәрәй, тургә менеп, аҫтына ике ҡат мендәр һалып, аяҡтарын бөкләп ултырҙы. Б. Бикбай. Әхмәди оло һикенең туренә, урҙанан урелеп алып, мендәр ырғытты. Ж. Кейекбаев.
4. Сикләнгән, уратып алынған майҙандың урта өлөшө. □ Середина, центральная часть какой-л. (замкнутой, ограждённой) площади. ■ Яңы Рәсәй бөтә кеше өсөн дә берҙәй ожмах туренә әйләнәсәк икән. Ғ. Лоҡманов.
5. Билдәле бер урын, ерҙең юғары яғы, бейек ере. □ Вершина. ■ Беҙҙең ғәскәр менеп ятҡан бейек тауҙың туренә. Бәйеттән.
6. Арҡа һөйәп ултыра торған урын (арба-санала). □ Специальное сиденье экипажа.
■ Кырандастың турендә бер кеше кузлаға табан эйелеп ултырған. С. Агиш.
7. кусм. Юғары, хөрмәтле урын. □ Почётное место (в гостях, на сборищах и т.п.).
■ Бөтә ырыу шатланып, телдән телгә маҡталып, илдең оло турендә байрам табып ултырыр. «Аҡбуҙат». Иң турҙә ауылдың муллаһы сәлләһенең ҡойроғон кутәреп тубәтәйенә ҡыҫтырған да, аяҡтарын бөкләп, йөгөнөкләп, турҙәге өлкән яҫтыҡ өҫтөнә ултырған. Ғ. Дәүләтшин. Исхаҡ бер егәрле генә кәләш алып ебәрһә, әллә был ҡарт та бер тургә менеп, рәхәтләнеп ултырыр ине. Һ. Дәүләтшина.
8. кусм. Иң йәшерен урын («куңел», «йөрәк» һуҙҙәре менән бергә ҡулланыла). □ Глубина (души, сердца и т. д.). ■ Буш минуттарҙа Виктор ҡара грифлы гитараны муйынына аҫыр, .. куңел туренә барып етерлек серле тауыш менән ипләп кенә, уҙе өсөн генә «Славное море, священный Байкал» тип йырлап ебәрер. И. Абдуллин. Йөрәгенең турендә мәңгелек урынды биләп киткән Сәғурәһенең иҫтәлегенә лә тап төшөрмәй, Сәрбиямалдың хәтерен дә ҡалдырмай торған аҡыллы яуап табырға тырышып, Байгилде ағай оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы.
3. Биишева. Был төндө Оксана Белокурая-ның куптән инде куңел турендә йөрөгән эске кисерештәре, ҡайнап-урғылып, һуҙһеҙ йыр,
646