Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 647 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮРКЕН БАРЫУ
моң булып, тышҡа бәреп сыҡты. Ә. Бикчәнтәев.
9. этн. Изгеләштерелгән, юғары көс тарафынан ҡурсаланған урын. □ Передний угол дома (почётное место). Түрҙә ултырыу.
♦ Түрҙән төшөрмәү оло ихтирам менән хөрмәт итеү. □ Оказывать почести. ■ Илгизә олоғайып барған тәрбиәсеһен үҙенә алды: хәҙер түренән төшөрмәй, әсәһе урынына ҡәҙер-хөрмәт итә. Л. Яҡшыбаева.
ТҮР II (Р.: расположенный в глубине комнаты; И.: situated in front of a door; T.: baş köşede) с.
1. Ишеккә ҡаршы яҡтағы. □ Расположенный в глубине комнаты, напротив двери.
2. Эс яҡтағы, эстәге (бүлмә һ. б. хаҡында). □ Внутренний (о комнате, помещении и т. п.). ■ Гөлйыһан, ай яҡтыһында көмөшләнеп күренгән башын ҡалҡытып, түр бүлмәгә ҡолаҡ һалды. Т. Ғарипова.
ТҮРБАШ (Р: кухня; И.: kitchen; T.: mutfak) и.
Өйҙөң аш-һыу әҙерләй торған яғы; ҡаҙан яғы. □ Кухня; кухонная половина дома.
■ Ҡарсыҡ йоҡа ғына кәүҙәһен урындыҡ ширлегенә урынлаштырып, доға уҡып битен һыйпаны, Мәликә түрбашҡа килтергән күстәнәстәрен теҙҙе. Т. Ғарипова. Түрбаш — аш-һыу бешереү, бала-саға, йәш-елкенсәк өсөн. 3. Биишева. Түрбаштағы кәштәлә ҡоршалған бер-ике сынаяҡ, һауыт-һаба йыуа торған таҡта өҫтөндә ҡырҡ урындан ямалған тампаҡ самауыр, бер-ике урындан тимер менән уратып алынған туҫтаҡтан башҡа йыһаз юҡ. Р. Өмөтбаев. Түрбаш яғында урҙаға насар ғына бер сәңгелдәк аҫылған. Ғ. Дәүләтшин.
ТҮР БАШЫ (Р: почётное место; И.: place of honour; T.: evde baş köşe) u.
Иң хөрмәтле урын. □ Почётное место. ■ Һикегә семәрле ҙур ашъяулыҡ йәйелде, мәзин түр башына менеп, арыҡ аяҡтарын бөкләп, ҡабарып торған сәскәле мендәргә сумды. М. Кәрим.
ТҮРБАШ ЯҠ (яғы) и. ҡар. турбаш 1.
■ «Хәҙер ашарыңа әҙерләйем», — тип түрбаш яҡта йүгергеләргә тотондо Гәҙелбанат. Н. Мусин.
ТҮР БИРЕҮ (түр бир-) (Р: оказать гостеприимство; И.: display hospitality; T.: misafirperverlik göstermek) ҡ. этн.
Кемгәлер һый-хөрмәт күрһәтеү. □ Оказать гостеприимство, принять с почтением.
■ Рәхмәт янына, умарталыҡҡа, быйыл .. ҡунаҡтар килеп йөрөнө. Рәхмәт уларға түр бирҙе. Ж. Кейекбаев.
ТҮРГЕ ӨЙ и. диал. ҡар. ҡунаҡ бүлмәһе. Түрге өйгә йыһаз алыу. Түрге өйҙө йыйыштырыу. Түрге өйгә ҡунаҡтарҙы саҡырыу.
ТҮРҘӘГЕ (Р: расположенный в глубине комнаты; И.: situated in the back of a room; T: evde baş köşedeki) с.
Түр яҡтағы, ишеккә ҡаршы яҡтағы. □ Расположенный в глубине комнаты. ■ Төтөн өҫтәлдә борҡорап ултырған самауыр тирәһендә болот булып урала ла, яҫы күк таҫмаға әүерелеп, түрҙәге асыҡ тәҙрәгә һуҙыла. Ә. Хәкимов. Мәстүрә ҡыйынһынды, тотлоҡто, тирә-яғына ҡаранды, итеген дә сисеп тормайынса, түрҙәге тәҙрәнән урам яғын күҙәтте. Р. Ураҙғолов.
ТҮРЕГЕҮ (түрек-) (Р: уметь, учиться вести себя в гостях; И.: learn how to behave visiting somebody; T: baş köşede oturmak) ҡ. һөйл.
Түрҙә, ҡунаҡ араһында ултырып өйрәнеү.
□ Уметь, учиться вести себя в гостях. • Түрекмәгән түрен бирмәгән. Мәҡәл.
ТҮРКЕН (Р: родительский дом замужней женщины; И.: parents' home (for a newly wed); T: baba evi) и. этн.
Кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың ата йорто.
□ Родительский дом замужней женщины.
■ [Айым менән Ынйыҡай] ҡоластарын йәйеп осрашмаһалар ҙа, донъя хәлдәрен, Айым түркенендәге туған-тыумасаларының ил-көндәрен, иҫән-һаулыҡтарын һораша-һора-ша сәй эстеләр. Ғ. Ибраһимов. Зөмрәт түркененә ҡунаҡҡа китер булһа, бей уның янына иң сибәр ҡыҙҙарҙы иптәшкә ҡушып, ҡырҡ-илле ғәййәр яугирын һағауыл итеп оҙата. Ә. Хәкимов. • Түркене яҡын ҡатындың түшәге йыйылмай. Мәҡәл.
ТҮРКЕН БАРЫУ (Р: посещение родительского дома молодой снохи новобрач-
647