Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 648 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮРКЕНЛӘҮ
ными; И.: visit to one's parents' house; T.: baba evine ziyaret) и. этн.
Йәш килендең кейәүе менән ата йортона ҡунаҡҡа барыу йолаһы. □ Посещение родительского дома молодой снохи новобрачными. ■ Йәш килен менән кейәү бер йыл самаһы торғас, ҡыҙҙың ата йортона бара. Шуны түркен барыу тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ТҮРКЕНЛӘҮ (түркенлә-) (Р.: гостить в родительском доме (о молодой снохе); И.: visit one's parents' house; T.: baba evini ziyaret etmek) ҡ. этн.
Түркендә ҡунаҡ булыу (тәү барғанында ҡыҙ бөтә ағай-энеһенә кустәнәс, буләк алып бара). □ Гостить в родительском доме (о молодой снохе). Түркенләй барыу. Түркенләп ҡайтыу.
ТҮРКЕНСӘК (Р.: часто навещающая своих родителей (о снохе); И.: often visiting one's parents; T: baba evini sıkça ziyaret eden kadın) c.
Түркенен һағыныусан, түркененә йыш йөрөүсән. □ Часто навещающая своих родителей (о снохе). Н Яҡшы ҡатын шул булыр — яҡшы ҡатын йыйынсаҡ; яман ҡатын шул булыр — яман ҡатын түркенсәк. Ҡобайырҙан. • Түрә ҡыҙы — түркенсәк. Әйтем.
ТҮРЛЕГЕС и. диал. ҡар. түрьюрған. Тур-легес тегеу. Турлегес йыуыу.
ТҮРӨЙ и. диал. ҡар. түрге өй. Түрөйҙә сәй эсеу.
ТҮРЬЮРҒАН (Р.: подстилка для нар; И.: bedding for a plank bed; T: döşek) и. этн.
Урындыҡ түренә буйлатып йәйгән тар ғына ҡорама юрған; буй юрған. □ Подстилка для нар. Түрьюрған эшләу. Түрьюрған йәйеү. Урындыҡтың турьюрғанын алыштырыу.
ТҮРЬЯҠ I (түрьяғы) и. ҡар. түр I, 1. ■ Ҡайтып ингәс, Ғәлиәхмәт түрьяҡта салҡан төшөп ятҡан шалҡандай малайына ситтән генә һөйөп ҡарап алды ла, ҡулын сайып, тамаҡ ялғап алыу ниәте менән өҫтәл артына килеп ултырҙы. Р. Байымов. Түрьяҡ — ҡунаҡ һәм ғаилә башы, ғөмүмән, өлкәндәр өсөн.
3. Биишева. Карауатты ҡаласараҡ итеп матурлап йыйыштырып, шаршау ҡороп
та ебәргәс, түрьяҡ бөтөнләй күркәмләнеп китте. Р. Солтангәрәев.
ТҮРЬЯҠ II с. ҡар. түр II. М Түрьяҡ бүлмәнән сыр-сыу килеп уйнаусы балаларҙың тауышы ишетелә. Д. Исламов. Сәлимйән тағы ишек төбөнә барып килде, үрелеп, түрьяҡ тәҙрәгә күҙ ташланы. Ғ. Лоҡманов. Түрьяҡ стенала — Нурғәле ағай менән Таңсулпан еңгәнең ҙурайтылған фотолары. Ф. Әсәнов.
ТҮРӘ (Р: глава; И.: head; manager; T: başkan) и.
1. Рәсми урынға баш итеп ҡуйылған кеше. □ Глава, голова, управляющий; начальник. ■ Батша ҡолатылғас, баштараҡ, күпселек башҡорт волостарында элекке түрәләр урынына хакимиәткә Ваҡытлы хөкүмәт вәкилдәре — йәшерәк муллалар, мөғәллимдәр үрләтелә. Р. Байымов. Элегерәк түрәләр ишек төбөндә башмаҡ ҙурлыҡ эт тотҡан. Д. Бүләков. Район етәксеһенең ҡалын тауышы яңғырауы булды, бөтәһе лә тынысланды, .. ҙур түрәнең ни әйтерен һәр кем ихласлыҡ менән тыңларға әҙерләнде. Т. Ғарипова. • Түрәнең атын, һунарсының этен ҡаҡма. Әйтем. Алйот түрә булһа, сабатаһын түргә элә. Әйтем. Ил ирекле булһа, түрә күрекле була. Әйтем. Насар арба юл боҙор, насар түрә ил боҙор. Әйтем. Тирәктең сайҡалыуы елдән, түрәләрҙең көн күреүе илдән. Әйтем. Эйәһенә күрә бейәһе, донъяһына күрә түрәһе. Әйтем.
2. Хөрмәтле урынға хужа булған, һайлап алынған, билгеле кеше. □ Человек на почётной должности. Түрә булыу.
3. миф. Мифлаштырылған, һайлап алынған кеше. □ Избранный, отмеченный. Түрә тип әүәле Хоҙай мөһөрө һалынған, юғарынан һайлап алынған өлөшлө кеше һаналған.
ТҮРӘ-ҠАРА (Р: начальники, чиновники; И.: sundry governing people; T.: başkanlar) и. йыйн. һөйл.
Баш, етәксе кешеләр. □ Начальники, чиновники. М Хәҙер бөтә район, бөтә түрә-ҡара уның [Ғәлимәнең] ҡулында. Т. Ғарипова. [Хәтимйән] үткерлеге, ялағайлығы арҡаһында түрә-ҡара менән аралашып, тиҙ
648