ТҮТӘ
арала кутәрелеп, ысын бай булып киткән. Ғ. Лоҡманов. Алғы рәттә ултырған Фәйзулла ҡарт — мал аяғына сырмалған эт эсәге кеуек, турә-ҡараның һәр һуҙенә бәйләнергә әҙер торған кеше. Ә. Әминев.
ТҮРӘЛГӘЛЕ (Р.: доношенный (о ребёнке); И.: full term; T.: vaktinde doğan) с. һөйл.
Тыуыр ваҡыты еткән, етлеккән (балаға ҡарата). □ Доношенный (оребёнке). Турәл-гәле булып тыуыу. Турәлгәле итеп табыу. Турәлгәле бала.
Т ҮРӘ Л Е (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt boyunun adı) и. этн.
Ҡалмаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени калмак. Турэле аймағына ҡарау. Турэле шәжәрәһе. Турэле егете.
ТҮРӘЛЕК (түрәлеге) (Р: должность начальника; И.: position of a head; T.: başkanlık) и.
Түрә вазифаһы. □ Должность, пост или обязанность главы, начальника, чиновника. Турәлеккә ынтылыу. Я Был турәлек бирелдеме икән аҡылдары камилға курә. Халыҡ йырынан. Зилский, төҫөнә етди куренеш бирергә, уҙенең турәлеген Өмөтбайҙың ку-ңелендә нығыраҡ ҡалдырырға, тырышып, уның башынан аяғына тиклем уҫал куҙҙәре менән һөҙөп сыҡты. Ғ. Дәүләтшин. Уға [Неплюевҡа] ҙур турәлек, диңгеҙ юлдары, оло порт ҡапҡалары шар асыҡ ине. Ғ. Хөсәйенов.
ТҮРӘЛӘРСӘ (Р: ҡаҡ начальник; И.: proper for a head; T: başkan gibi) p.
Түрәгә хас булғанса. □ Как начальник; по-господски. Турәләрсә ҡыланыу. Турәләрсә атлау. М Мыйыҡты ургә ҡайтарып, быуаҙ портфелде лә өҫтәлгә ҡуйып, турәләрсә олпат ҡиәфәтләндем. Й. Солтанов.
ТҮРӘ-ҺӘРЕ и. диал. йыйн. ҡар. түрә-ҡара. Турә-һәре йыйылған. Турә-һәре менән осрашыу.
ТҮР ЯҠ (яғы) и. ҡар. түр I, 2. ■ [Мәжитовтар] ашты тур яҡта ашайҙар. Б. Бикбай. Уның [Абдулланың] өлкән ағас өйөнөң тур яғы бөгөн халыҡ менән шығы
рым тулы. Һ. Дәүләтшина. Мотаһар ағаһының куңелен кутәрәйем тигәндер инде, тур яҡтан гармун кутәреп сыҡты. Р. Кинйәбаев. Искәндәрҙәрҙең тур яғында һуҡыр лампа яна. М. Кәрим.
Т ҮТ (Р: большой; И.: large; T: büyük) с. диал. ҡар. ҙур 1.
Дәүмәле, күләме саманан артыҡ. □ Большой. Тут мендәр.
ТҮ-ТҮ I (Р: бип-бип; И.: beep-beep; Т: korna sesi) оҡш.
Машина ҡысҡыртҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам сигнала машины: бип-бип. Я Ту-ту, ту-ту паровоз, яңы ергә барабыҙ. Ә. Ихсан.
ТҮ-ТҮ II (Р: в значении «всё уже прошло, поезд ушёл»; И.: too late; T: tamam, boş ver) ымл.
«Бөттө, тамам» тигәнде аңлатҡанда әйтелә. □ В значении «всё уже прошло, поезд ушёл». Ту-ту инде.
ТҮТҮТ I оҡш. ҡар. тү-тү I.
ТҮТҮТ II (Р.: автомобиль; И.: motor car toy; T.: araba) и. бал.
«Автомобиль» һүҙенең балалар телендә ҡулланылған атамаһы. □ Автомобиль (в детской речи). Тутуткә ултырыу. Тутут менән уйнау. Малайға тутут буләк итеу.
ТҮТӘ I (Р: прямой; И.: straight; T.: düz) с.
Ситтән урамаған, тапҡыр йүнәлештә булған; тура. □ Прямой, не обходной (о дороге). Тутә юлдан китеу. Я Тимер тутә юлдан һуҡтырҙы. Б. Бикбай. Кусәрхан тутә юлдан, Ҡуҙыйкурпәс урау юлдан китте, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Нух атын эйәрләп менде лә, Инйәр һыуы ҙур бөгөл яһап аҡҡан тауҙан тутә юл менән, ағып барған килененең алдына төшөргә була тау башына менеп китте. Ж. Кейекбаев.
♦ Түтәһенән әйтеү һөйл. күҙгә бәреп тураһын әйтеү. □ Сказать прямо, откровенно.
ТҮТӘ II и. диал. ҡар. төйҙә 3. Я Һалдат борт аша йәһәт кенә һикереп менде лә мылтыҡ тутәһе менән генералдың арҡаһына ныҡ ҡына һелтәп ебәрҙе. Р. Байбулатов. Шафиҡ тупһаға сығып баҫты ла, мылтыҡ тутәһен яурынына терәп, көбәген кейектәр яғына тоҫҡаны. Ғ. Хисамов. Улай ҙа, буш ҡул
649