Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 650 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮТӘЙ
йөрөгәнсе, был да ярап торор тип, Ирназар түтәһе янған мылтыҡ көбәген һәрмәп алды. Ә. Хәкимов.
ТҮТӘЙ (Р.: тётя; И.: aunt; T.: hala, teyze) и. диал. ҡар. апай 2.
Үҙеңдән оло, ата-әсәңдән кесе булған ҡатын-ҡыҙ туған. □ Тётя (младшая сестра отца или матери). В Камила түтәйенең уҙен ҡаҡҡанын-һуҡҡанын хәтерләмәй Мә-ликә. Т. Ғарипова.
ТҮТӘЛ (Р.: гряда; И.: bed; T.: sebze tarhı) и.
Йәшелсә ултыртыу өсөн ҡаҙып, йомшартып, бейегәйтеп ҡуйған ер. □ Гряда, грядка. / Грядковый. Түтәл яһау. Түтәлгә һыу һибеү. Түтәлде йомшартыу. Түтәлде тигеҙләү. ■ Ҡыҙҙар баҡсала түтәл утай, ә малайҙар, кластарҙан парталарҙы һәм таҡталарҙы урамға сығарып, иҙән-тәҙрә-ләрҙе буярға, стеналарҙы ағартырға йыйыналар ине. Р. Байбулатов. Ҡуңыр офоҡ өҫтө яңы сәскә ата башлаған гөл түтәле төҫлө. Р. Ғабдрахманов. Шәйҙулла Айтуғанов, Айгөлдөң көтөп торғанын белһә лә, ашыҡманы, дөйөм ятаҡҡа ҡайтып етер-етмәҫтән сәскә түтәле эргәһендәге эскәмйәгә барып ултырҙы. А. Мағазов.
ТҮТӘЛСӘ (Р: навершье (у окна); И.: upper casing; T: pencere başı) и. диал.
Тәҙрә ҡашы. □ Навершье (у окна). Түтәлсәгә ҡош килеп ҡунды.
ТҮТӘЛӘТЕҮ (түтәләт-) ҡ. ҡар. түтәләү. Түтәләтеп шишмә буйына төшөү.
ТҮТӘЛӘҮ (түтәлә-) (Р: пойти прямиком; И.: go straight; T: doğru yürümek) ҡ.
Нимәлер аша тураға сығыу. □ Пойти прямиком. Түтәләп ауылға барып сығыу. К Мин Сорамандан түтәләп Көҙәй төштөм. Ғ. Дәүләтшин.
ТҮТӘНӘН-ТҮТӘ (Р: прямо; И.: straight, directly; T: doğru) р.
Туп-тура, тураға. □ Прямо, прямиком, напрямик. ■ Кешеләр бер ауылдан икенсе ауылға түтәнән-түтә һуҡтырып, ҡалтағай менән генә йөрөй башланы. М. Тажи.
ТҮТӘРӘМ (Р: четвертина, четвёртая часть чего', И.: quarter (part); T: çeyrek) и.
1. Нимәнеңдер д үрттән бер өлөшө. □ Четвертина, четвёртая часть чего. М Еҫкәнеп бара торғас, ул [эт] яңыраҡ ҡына ташланған түтәрәм икмәк табып алып, уны тәпәйҙәре менән әйләндергеләп, ашыҡмай ғына ашаны. Р. Байбулатов. Бер түтәрәм ҡаҙ күтәреп, Гөлйөҙөм апай ҙа килеп керҙе. Р. Ғабдрахманов. Егет, юлдан артҡан наҡыҫ ризығын уртаҡлап, Илтуғанға ҡая яр-сығындай ҡаты кәлсәнең бер түтәрәмен һындырып тотторҙо, ҡош тәпәйе төҫлө ҡап-ҡара усына күстәнәслек йөҙөм-сәтлә-үектән биш-алты бөртөгөн һалды. Ә. Хәкимов.
2. Дисәтинәнең һигеҙҙән бер өлөшөнә тиң булған ер майҙаны. □ Мера площади, равная одной восьмой десятины. ■ Беҙҙең арыш ерҙәребеҙ баҫыуҙың төрлө урынына таралған — тегендә бер дисәтинә, бында бер пирәйәз, тегендә бер әсминник, бында бер түтәрәм. М. Кәрим.
3. Сағыштырмаса ҙур киҫәк, ҙур өлөш. □ Сравнительно большой кусок. Табынға майҙы түтәрәме менән ултыртыу.
ТҮШ I (Р: грудь; И.: chest; T: döş) и.
1. Кәүҙәнең муйындан ҡорһаҡҡа тиклемге алғы өлөшө; күкрәк. □ Грудь (часть передней стороны туловища от шеи до живота). / Грудной. Түште ауырттырыу. Түш ҡыҫылыу. М Сергей ирекһеҙҙән ҡуш ҡулын түшенә ҡыҫты — кемдеңдер ғазабы уның тәненә һуғылғандай булды. А. Абдуллин. Асыуынан ярһып киткән Ринат, бокс алышындағы һымаҡ, йоҙроҡтарын түшенә ҡыҫып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҡалды. Р. Байбулатов. Аттарҙың елкәләре, түштәре, бүре талаған кеүек, ҡамыт, ыңғырсаҡтарҙан өйкәлеп бөткән; ә үҙҙәре ябыҡтар, янбаштарына күнәк элһәң, торорлоҡ. Б. Бикбай.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың имсәге; күкрәк. □ Бюст, женская грудь. Калҡыу түш. ■ Туғанов ҡыҙҙың тертләп ҡуйған ҡалҡыу түштәренән күҙен ала алмай торҙо. Ә. Вәли. Түштән айырылған сабый, имеп ятҡандағы кеүек, ирендәрен һурып алды, мәгәр күҙен асманы. Т. Ғарипова.
650