ТҮШЕЛДЕРЕК
3. Кейемдең алғы яҡтағы өҫкө өлөшө. □ Лацканы, грудь. Туштәрҙе асып ебәреу. ■ Зәкиҙең тушендә ураҡ-сукеш төшкән алтын йондоҙ ине. И. Абдуллин. Блиндаждан туштәренә орден, миҙалдар таҡҡан бер төркөм офицер, һалдаттар килеп сыҡты. Ғ. Аллаяров. Ҡыҙ, шәлде тушенә йәшереп, урамға йугереп сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
4. кусм. Тау битенең түбәндәге һөҙәгерәк өлөшө; битләү. □ Отлогий, широкий склон горы. ■ Тау тушкәйҙәрендә һары улән, һары уләндең төбө — бөрлөгән. Халыҡ йырынан.
♦ Баш та юҡ, түш тә юҡ эш барышында тейешле тәртип булмағанда әйтелә. □ Неорганизованность, несобранность. Түш киреү ғәйрәтләнеп ғорур ҡиәфәт алыу. □ Выпячивать грудь (утверждая своё превосходство). Туш киреп тороу. В [Мырҙаш] туш киреп, мин кем булып йөрөнө урамда. И. Ғиззәтуллин. Туй барғанда, туш киреп көрәшкә сыҡҡан батырмы? С. Юлаев. Түш һуғыу (йәки ҡағыу) маҡтаныу, кәпәренеү. □ Хвастаться, кичиться, бить в грудь. Үҙе баш, үҙе түш бөтәһен дә үҙе хәл итә алған кешегә ҡарата әйтелә. □ Полный хозяин, соотв. Своя рука — владыка. ■ Сафура Ғилаж өйөндә уҙе баш та уҙе туш булып ҡалды. Ж. Кейекбаев. [Шәйхетдин] ҡыпсаҡта уҙе баш, уҙе туш ине. М. Иҙелбаев.
ТҮШ II (Р.: наковальня (для отбивания косы); И.: kind of anvil; T.: örs) и.
Салғы һалып сүкей торған дүрткел башлы ҙур суйын сөй; бәләкәй һандал. □ Наковальня (для отбивания косы).
ТҮШ Ш (Р: наледь; И.: water over ice; T.: buz üstüne çıkmış su) и. диал. ҡар. шәре 1.
Боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыу. □ Наледь. Йылғаны туш ҡаплаған.
ТҮШ IV (Р: нагрудный; И.: breast; Т.: göğüs) с.
Түшкә (күкрәккә) таға (тағыла) торған. □ Нагрудный. 11 Ҡарт, туш кеҫәһенән куҙлек сығарып, уны кейҙе лә, текләп, фотоларға ҡараны. В. Исхаҡов. Әмирханов магазиндың уртаһына килеп баҫты, туш кеҫәһенән алтын сәғәтен алып ҡараны һәм уны бөтә магазинға ишетелерлек итеп шартлатып япты. С. Агиш.
ТҮШБАУ и. диал.
1. ҡар. тамаҡбау. Тушбауҙы бушатыу. Тушбауҙы тарттырып бәйләу.
2. этн. Матур ғаилә ҡороу һәм балалар күп булһын тигән теләктә килен тарафынан балаларға таратылған ебәк ептән эшләнгән бау. □ Верёвка из разноцветных шёлковых ниток, раздаваемая невестой детям и проецирующая долгую совместную жизнь и много детей. Тушбау әҙерләу. Тушбау яһау. Тушбау өсөн en уреу. ■ Борон туйҙарҙа килен тушбау тарата торған ине. Экспедиция материалдарынан.
ТҮШ-БАШ (Р: фигура, внешний вид; И.: outward appearance; T.: dış görünüş) и. йыйн.
Түш һәм баш (тышҡы ҡиәфәтте һыҙатлағанда әйтелә). □ Фигура, внешний вид. М Ул [ҡыҙ] туш-баштарын ҡалҡытып, ҡыр ҡаҙы кеуек осорға ғына тора. Д. Юлтый.
ТҮШЕЛДЕРЕК (түшелдереге) (Р: нагрудник из меха; И.: bib; breastplate made of fur; T.: göğüslük) и.
1. Йәнлек тиреһенән тегелгән, һыуыҡ үтмәһен өсөн кейем эсенән күкрәккә кейелә торған әйбер. □ Нагрудник из меха (надеваемый для тепла). ■ Фатима Сөнәғәткә уҙенең буләген башта уҡ бирергә теләгәйне, ләкин егет алдында буләген тушелдереге ҡатлауынан сығарып бирергә тартынды. Ж. Кейекбаев.
2. этн. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың иҙеүҙе ябыу өсөн күлдәк эсенән кейгән, ҡорап йәки сигеп эшләнгән түш ябыуы; күкрәксә. □ Женская нагрудная повязка. Сигеуле ту-шелдерек. ■ [Гөлйөҙөм] ҡунаҡҡа килгәндәге кеуек, ысын мәрйен, көмөш көмбәҙҙәр һарылған тушелдереген, уҡалы камзулын кейеп алған. Н. Мусин. Хәнифә Нәфисәнең алдына көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән елән, сыбар кулдәк, итек, яулыҡ, алҡа, тушелдерек һалды. Я. Хамматов.
3. диал. Аттың түше аша тартылған эйәр ҡайышы; күмелдерек. □ Нагрудник (седла). ■ Эске кулдәкте йыртып, аттың бәкәлен ураным, тушелдерек, елкәлектәрҙе, арбаны ҡараштырҙым. Т. Килмөхәмәтов.
651