ТҮШӘК-ЯҪТЫҠ
ТҮШӘК (түшәге) (Р.: матрас; И.: mattress; T.: döşek) и.
1. Ятҡанда аҫҡа түшәй торған ҡаралды. □ Матрас, матрац. / Матрасный, матрацный. Мамыҡ тушәк. Тушәк яһау. М Бибинур урындыҡҡа кейеҙ өҫтөнә тушәк йәйә башлағас, Шөкөр тышлы тунын иңенә генә һалып, ишек алдына сыҡты. Ә. Вәли. Фәузиә, сығып эштәргә аш ҡойғас, тәһәрәт алды, йәсту намаҙын уҡыны ла тушәк йәйеп, йоҡларға әҙерләнде. Т. Ғарипова. Вагондарҙа һике-фәлән юҡ, уртала тимер мейес, ә стена буйына мамыҡ түшәктәр теҙелгән. А. Таһиров. • Тушәгеңә ҡарап аяғыңды һуҙ. Мәҡәл.
2. Йоҡо урыны. □ Постель. ■ Матросов яуап ҡайтарманы, тик тушәк булып хеҙмәт иткән һаламға ауҙы. Ә. Бикчәнтәев. Яновтың шылтыратыуы Ғәбделхәкимовты төн уртаһында йылы тушәгенән кутәрҙе. Яр. Вәлиев. Тушәкте йыйыштырып бөтөугә өләсәһе уны ваннаға алып инә, уҙенең кескәй ҙә, йомшаҡ та ҡулдары менән ейәнсәренең итләс кенә беләктәрен, устарын, биттәрен йыуа. Т. Сәғитов.
3. этн. Төҫлө тауар менән кәпләп, биҙәп сиккән кейеҙ. □ Матрас из войлока, окаймлённый разноцветным орнаментом, покрытый наматрасником из набивного ситца. Ҡыҙыл тушәк.
4. этн. Никах түшәге. □ Ложе для новобрачных. ■ Туйҙар куп ваҡыт йәй уткәрелә, шуға курә кейәу тушәге лә кубеһенсә йәйге өйҙә — аласыҡта һалына. Ғ. Хисамов. Туй көнө килеп еткәс, еңгәләр шаршау ҡороп, мамыҡ тушәктәр тушәп, кейәу менән ҡыҙға урын әҙерләнеләр. 3. Биишева.
5. этн. Ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәренә бәйле мифлаштырылған әйберҙәр. □ Постель (мифологизированные предметы, связанные с различными семейными обрядами). ■ Оҙаҡ балаһы булмаған ҡатындың түшәгенә йылан тиреһе теккәндәр. «Башҡорт мифологияһы » нан.
♦ Түшәккә ятыу {йәки йығылыу) бик ныҡ ауырыу. □ Серьёзно заболеть. М Ҡырҡ бишенсе йылдың апрель баштарында Тайфур ҡайтып төшкәндә, әсәһе, тушәккә йы
ғылып, кеше таныр хәлдән уҙғайны инде. Т. Килмөхәмәтов. Түшәк яңыртыу икенсегә әйләнеү (кейәүгә сығыу). □ Повторно жениться (выйти замуж). Йәштәр араһында тушәк яңыртыу йышайҙы. Үлем түшәгендә {йәки өҫтөндә) ятыу үлем алдындағы хәл.
□ На смертном одре; дышать на ладан. ■ Шуға курә мин [Сәлим ] хәҙер, улем тушәгендә һуңғы сәғәттәремде ятҡанда, йәшәлгән ғүмеремә куҙ һалам. Р. Ғабдрахманов. Бынан бер-ике йыл мөҡәддәм ни ҡәҙәре рәхәт йәшәмеш, бөтөн бер ғаиләне идара итмеш Ғәйшә абыстай бөгөн сараһыҙ ас улем ту-шәгендә ята. Т. Ғарипова. Ғәрипләнгән, улем тушәгендә ятҡан Хәйруш, башын әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡап, урһәләнеп ята. Ғ. Лоҡманов.
ТҮШӘК ЙӘЙМӘҺЕ (Р: простыня; И.: bed-sheet; T.: çarşaf) и. ҡар. йәймә II, 2.
Түшәк өҫтөнән йәйә торған йоҡа нәмә.
□ Простыня. Тушәк йәймәһе һатып алыу. Тушәк йәймәһе тегеу. Тушәк йәймәһен алыштырыу.
ТҮШӘККӘ ТАЛАШЫУ (Р: свадебный обряд; И.: wedding ritual; T.: bir düğün geleneği) и. этн.
Ҡыҙҙың урын ҡаралдыһын сисә алмаҫлыҡ итеп сырмап, еңгәләргә бирмәй талаша торған туй йолаһы. □ Обряд выкупа постели невесты в доме жениха его родственницами. Тушәккә талашыу йолаһын уткәреу.
ТҮШӘК-ЯҪТЫҠ (түшәк-яҫтығы) (Р: постельные принадлежности; И.: bedding; T.: döşek yastık) и. йыйн.
1. Урын әйберҙәре, ҡаралды. □ Постельные принадлежности, подушки и матрасы. ■ Ҡәҙерле ҡунаҡ хөрмәтенә бығаса тотолмай килгән тушәк-яҫтыҡтар ҡуҙғатылдылар. Б. Бикбай. Ҡатын тур мөйөштәге сымылдыҡ эсенә инеп китте, гөрһөлдәтеп тушәк-яҫтыҡ ҡаҡты, унан һуң карауатҡа менеп ятты: тимер карауат шығырлап ҡуйҙы. М. Кәрим. Ҡейәуе менән ҡыҙы өсөн карауат әҙерләнеп, тушәк-яҫтыҡтар өйөлдө, шаршау ҡоролдо, бешерәһе нәмәләр бешерелде, ҡыҙҙыраһылары — ҡыҙҙырылды. Ғ. Лоҡманов.
653