ТҮШӘЛЕҮ
2. миф. Һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә әйберҙәр. □ Постельные принадлежности (мифологизированные предметы).
ТҮШӘЛЕҮ (түшәл-) ҡ.
1. төш. ҡар. түшәү 1, 2. страд, от түшәү 1, 2. ■ Ғилман, мендәрҙе ситкәрәк этеп, аласа балаҫ түшәлгән һикегә ултырҙы. С. Агиш. Оҙаҡламай еңел машина, асфальттан боролоп, өҫтөнә тигеҙ итеп ваҡ ҡырсын, ҡом түшәлгән берләм юлға төшөп алды, бында инде ысын туғай, урман башланып китте. Д. Бүләков. Юламан үҙ тирмәһенең ишек алдында йәшел сирәмгә түшәлгән тире өҫтөндә хәрәкәтһеҙ ултыра бирҙе. Б. Рафиҡов.
2. Ятып, йығылып, тотош өҫтөн ҡаплау. □ Расстилаться, устилаться, покрываться сплошь. ■ Майҙанда, урамдарҙа ҡанға батҡан егеттәр, ҡарттар, үҫмерҙәр түшәлеп ятып ҡалды. Р. Байымов. Малайҙар, урындыҡ шикелле түшәлеп ятҡан яҫы эҫе таш өҫтөнә аяҡ бөкләп ултырып, балыҡ ашарға тотондолар. 3. Биишева. Тирә-яҡта һарғайып ҡороған үләндәр түшәлеп ятҡанлыҡтан, был йәшеллек таң яҡтыһында сағыу булып күҙгә ташлана. Н. Мусин.
ТҮШӘЛМӘ и. диал. ҡар. түшәмә I. Түшәлмә эшләү. Түшәлмә өсөн бүрәнә ҡырҡыу.
ТҮШӘМ (Р: потолок; И.: ceiling; T.: tavan) и.
Өйҙөң, ҡураның бура өҫтөнә таҡтанан түшәп һалынған эске түбәһе. □ Потолок. / Потолочный. Түшәм йәйеү. ■ Түшәмгә ике урында суҡ-суҡтары аҫылынып торған ҙур гәлсәр шәмдәр эленгән. Р. Байымов. Иҙәндән түшәмгә етерҙәй булып торған сәғәт кенә һаман келтелдәүен белде. Б. Бикбай. Азамат шым ғына аяғын сисеп үтте лә диванға барып ятты һәм түшәмгә текәлде. Р. Солтангәрәев.
♦ Түшәмгә төкөрөп ятыу бер ни эшләмәү, ялҡауланып тик ятыу. □ соотв. Лежать на боку; плевать в потолок. ■ Мотиғулла ярһыны: «Мин — инвалид! Ни теләһәм, шуны ҡылам. Теләмәһәм, ботомдо күтәреп түшәмгә төкөрөп ятам». Й. Солтанов.
ТҮШӘМЕС и. диал.
1. ҡар. түшәк 1. Йөндән түшәмес яһау. Түшәмес түшәү.
2. ҡар. түрьюрған. Түшәмес йәйеү. Түшәмес биҙәктәре.
3. Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный палас. Түшәместәр һуғыу. Төрлө төҫтәге түшә-местәр.
ТҮШӘМӘ I (Р: подмостки; И.: props; T: döşeme) и.
Берәй нәмә өҫтөнә түшәп, теҙеп һалынған таҡта, бүрәнә, һалам һ. б. □ Подмостки, настил. Таҡта түшәмә. Кәртә түшәмә. ■ Беҙҙә тауыҡтар түшәмәлә тотола. Экспедиция материалдарынан.
ТҮШӘМӘ II и. ҡар. лапаҫ. Түшәмәлә йоҡлау.
ТҮШӘНЕҮ (түшән-) (Р: стелить; И.: make a bed; T: döşemek) ҡ.
Аҫтыңа түшәк түшәү, урын һалыу. □ Стелить. Түшәнеп ятыу. • Түшәге бар түшәнер, икмәге бар көйшәнер. Мәҡәл.
ТҮШӘТЕҮ (түшәт-) ҡ. йөкм. ҡар. түшәү 1, 2. понуд. от түшәү 1, 2. ■ Басариев — Басариев инде, килештерә, Ҡыҙыл Ярҙағы ҡунаҡханаға телефон,рация үткәрткән, телевизор ҡуйҙыртҡан, келәм түшәткән, яңы мебель килтерткән, тинеләр. Р. Солтангәрәев. [Ғәлимә]уның [Мәҙинәнең] байып киткәнен, хатта сит илдәр менән сауҙа иткәнен, ауыл урамына асфальт түшәтеп, мәсет, мәҙәниәт һарайы һалдырғанын ишетһә лә, ишетмәмешкә һалыша, күрһә, күрмәмеш була. Т. Ғарипова. «Ҡалалағы һымаҡ, урамға әллә бер юлы таш та түшәтәһеңме, Ирдәүләт ҡусты?» — тип бүлдерҙе уны тағы аранан берәү. Р. Байымов.
ТҮШӘҮ (түшә-) (Р: стлать; И.: spread; put; lay; T.: döşemek) ҡ.
1. Нимәнелер тағатып, нимәнеңдер өҫтөнә йәйеп һалыу. □ Стлать; расстилать; стелить, выстилать. Һалам түшәү. Балаҫ түшәү. ■ Оҙаҡламай, күк үлән өҫтөнә балаҫ түшәп, ишек алдына сәй урыны әҙерләнде. 3. Биишева. Сәлиха, ашъяулыҡ түшәп, сәй ултыртты. Ж. Кейекбаев. Иренә һәм улдарына урын түшәп, тыныс йоҡо теләгәндән
654