ТЫБЫРСЫНЫУ
һуң, әсә уҙенең булмәһенә утте. М. Садиҡова.
2. Нәмәнелер эшләгәндә таҡта йәки бүрәнәне теҙеп, ҡоршап һалыу. □ Настилать. Иҙән тушәу. Тубә таҡтаһы тушәу. ■ Торлаҡтарҙы таҙартып, өсәр ҡатлы һикеләр тушәнеләр. И. Ғиззәтуллин.
3. кусм. Күп итеп үлтереү, ҡырыу. □ Истреблять, уничтожать. ■ Ул [Яруллин], һәләк булған пулемётчикты ашығыс алыштырып, баш ҡалҡытҡан гитлерсыларҙы ергә тушәне. Ә. Байрамов.
♦ Бауыр (йәки йөрәк) түшәп ятыу һуҙылып, йөҙ түбән лыпын ятыу. □ Лежать распластавшись. Йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртыу матур һөйләп һемәйтеү. □ соотв. Мягко стелет, да жёстко спать. ■ [Ныяз-ғолдоң] Ғәзимәһе туп-тура әйтә, ә Рәхимәһе йомшаҡ ту шәп, ҡатыға ултырта. Һ. Дәүләтшина. Буш вәғәҙәләр биреу, йомшаҡ ту шәп, ҡатыға ултыртыу, йомош менән килгән кешене ялған йылмайыу менән алдатыу — уларҙың [етәкселәрҙең] дошманы. Ш. Янбаев.
ТҮШӘШЕҮ (түшәш-) ҡ. урт. ҡар. түшәү
1, 2. взаимн. от түшәү 1, 2. Иҙәнгә таҡта тушәшеу.
ТФҮ I (Р.: тьфу; И.: pah; T.: tu) оҡш.
Төкөрөүҙе белдергән һүҙ. □ Тьфу. ■ Тфу, — тип йәш ҡатын ауыҙындағы һағыҙын төкороп ташланы. М. Тажи. Тфу! — тип лысҡылдата төкөрҙө лә Букәнбай тирмә янына килде. Н. Мусин.
ТФҮ II (Р.: тьфу!; И.: confound it!; T.: tu!) ымл.
1. Төкөрөү ишараты менән йән көйгәндә, асыуланғанда, мыҫҡыл иткәндә әйтелә. □ Возглас, которым выражается гнев, пренебрежение: тьфу! ■ [Тимер — Фәхри тураһында:] Тфу, бисә-сәсәләр араһына тығыла, ғәйбәт тоҡсайына өйләнгән. Шул буламы ир кеше эше? Б. Бикбай. Ул [Ашҡаҙарский] Миләушә менән булған һөйләшеуҙе тағы ла бер тапҡыр хәтерләп сыҡты ла ғәрлегенән хатта «тфу!» тип төкөрөп ҡуйҙы. Д. Исламов. Рух, Әхтәмгә ҡарап, уны мыҫҡыллап көлөп алды ла бер яҡ ситкә төкөргән булды: «Тфу, йолҡош!» В. Исхаҡов.
2. миф. Төкөрөү ишараты менән күҙ тейеүҙән, ен-шайтан шауҡымынан ҡурсалап әйтелә. □ Возглас, которым оберегают от сглаза: тьфу. ■ [Сәлиха:] Әхмәтзәки, тфу, тфу, куҙ теймәһен, ҡалай һомғолланып уҫеп киткән дә баһа! Р. Байымов. [Миңлекәй:] Ошо Аҡйондоҙҙоң урамдарҙы йәмләтеп бер утеп китеуе уҙе ни тора. Тфу, яман куҙем теймәһен! — тип һоҡланып ҡала. М. Кәрим. «И-и-и, Миңнеямал, сәсең, тфу, тфу, куҙ теймәһен!» — тип курше ҡатындарының бер нисә тапҡыр әйткәнен уҙем ишеткәнем бар. Н. Ҡотдосов.
ТХЭКВОНДО [корея] (Р.: тхэквондо; И.: Taekwondo; Т: Taekwondo) и. спорт.
Корея милли көрәшеү алымдарынан торған спорт төрө. □ Тхэквондо. ■ Айкидо, тхэквондо, ниндзюцу, ушу федерациялары спортсылары республиканың һәм курше әлкәләрҙең төрлө ҡалаларынан килгән ине. «Һаҡмар», 6 ғинуар 2013.
ТШҮ (Р: но-о!; И.: gee up; T: hayda, deh) саҡ.
Ат ҡыуғанда әйтелә. □ Возглас, которым подгоняют лошадей: но-о! ■ [Карт:] Тшу, тшу, хайуан! Хәҙер етәбеҙ. Ғ. Дәүләтшин.
ТЫБЫРҘАТЫУ (тыбырҙат-) ҡ. диал. ҡар. тыпырлатыу. Я Театрҙа.. ут һунеп, пәрҙә оҙағыраҡ асылмай торһа, аяҡ тыбырҙа-тып һыҙғыралар. С. Агиш.
ТЫБЫРСЫНЫУ (тыбырсын-) (Р: нетерпеливо переступать; И.: jerk, twitch one's legs; T: tepinmek) ҡ.
1. Түҙемһеҙләнеп аяҡтарҙы алмаш-тилмәш баҫыу йәки ятҡан ерҙән аяҡтарҙы алмаш-тилмәш килтереп, тәртипһеҙ хәрәкәттәр яһау. □ Нетерпеливо переступать, приплясывать на месте; дрыгать ногами. ■ Емеш, тағы ла нығыраҡ ҡурҡып, тыбырсынып илай башланы. 3. Биишева. Немец юртағы туңәрәкте әйләнеп беҙгә яҡыная башлағас, кешнәй-кешнәй тыбырсынды, кереше тартылған йәйә кеуек, бөгәрләнде туры айғыр. Т. Килмөхәмәтов. Аттар туйған, улар ҙа, төндә алда ҙур бурыс торғанды һиҙгән кеуек, тыбырсынып торалар, баш сайҡап бышҡыралар ине. А. Таһиров.
655