ТЫБЫРҺЫҠ
2. Ысҡынырға, ҡотолорға йәки торорға теләп аяҡ-ҡул, бөтә тән менән тәртипһеҙ хәрәкәттәр яһау; борғоланыу, тулау □ Биться, трепыхаться. ■ Бесәй бөтә көсө менән тыбырсына, ул хатта малайҙың ҡулын бер нисә тапҡыр тырнап та алды. X. Мохтар.
ТЫБЫРҺЫҠ (Р.: кокетливый; И.: flirty; T.: koket, cilveli) с. диал. ҡар. ҡыйшанлаҡ.
Ҡыйшанларға яратҡан. □ Кокетливый. Тыбырһыҡ ҡатын. Хәҙер ҡыҙҙар бигерәк тыбырһыҡ. Ирҙәр алдында уҙен бигерәк тыбырһыҡ тота был килен.
ТЫВА (Р.: тувинец; И.: Tuvinian; T.: Tuvali) и. этн.
Төрки телдәренең береһендә һөйләшеүсе, Тыва Республикаһының төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Тувинец. / Тувинский. Тыва кешеһе. Тыва теле. Тыва милләте. ■ [Миңле -ғәфур Зәйнетдинов уртаҡлаша:] Тағы шуға һоҡландыҡ: тыва халҡы туған телен бик ҡәҙерләй, бөтә ерҙә лә уҙ телдәрендә аралашалар. «Киске Өфө», № 9, 2013.
ТЫҒЫҘ (Р: тесный; И.: narrow; tight; T: dar; tıknaz) c.
1. Йөрөү, тороу өсөн урыны әҙ, майҙаны бәләкәй; иркен түгел; ҡыҫыҡ. □ Тесный, узкий. Тығыҙ ер. Тығыҙ солан. Тығыҙ кабинет. Тығыҙ вагон, а Тығыҙ, тынсыу теплушкаларҙа хәрәкәтһеҙ килгән аттар ныҡ ғазапланды. Р. Өмөтбаев. Тығыҙ поездарға ултыра алыу бер бәлә булһа, бер ултырғас, вагондан сығыу, урыныңдан ҡуҙғала алыу, кәрәкле йомошоңа сығыу яфаһы ултырыуҙан да ҡыйыныраҡ ине. А. Таһиров.
2. Ҡыҫып, кипсәлеп торған, иркен түгел; тар. □ Тесный, узкий. Тығыҙ кейем. Тығыҙ кулдәк. Тығыҙ туфли. ■ Тығыҙ аҡ халат һатыусыларҙың икеһен дә көмрәйткән. Ш. Янбаев.
3. Ара-араһы яҡын; ҡуйы, йыш. □ Густой, частый. Тығыҙ улән. М Галя йылмайҙы. Аҡ ваҡ тығыҙ тештәре йылтырап китте, бит остарында, балаларҙыҡы һымаҡ, соҡорҙар пәйҙә булды. И. Абдуллин. Сәлих тығыҙ ултырғыстар араһынан, бер нәмәгә лә бәрелмәйенсә, тиҙ генә сыҡты. С. Агиш.
Тығыҙ әрәмә эсендә тартайҙар тартылдай. Т. Йәнәби. Миңзифа апай аҙна-ай буйы ихата тирәләп ашыға-ашыға кәртә тотто, эре тал килтереп, урам яғынан тығыҙ ситән урҙе. Р. Байымов.
4. Тотоуға, ҡыҫыуға әҙ бирешкән; йомшаҡ йәки бушаҡ түгел. П Тугой, твёрдый. Тығыҙ ағас. Тығыҙ мендәр. Тығыҙ туп. ■ Мин тығыҙ ҡатлам булып ятҡан аҡ балсыҡты көрәгем менән соҡойом, ә Әмир, тубыҡланып, һоҫҡоһо менән кунәктәргә тултыра. Р. Байбулатов. Көлтәләре лә кәлтә генә тугел, тығыҙ билле һары ҡурсаҡ һынлы шундай ыҫпайҙар, көлөп торалар. М. Кәрим.
5. кусм. Ҡалын, ныҡ, мыҡты (тәнгә ҡарата). □ Плотный (о теле). Тығыҙ тәнле бала. М Кешеләрҙең тығыҙ биттәрендә лә, ғәмле йөҙҙәрендә лә көҙ төҫмөрләнә ине хәҙер.
А. Абдуллин. Хәлим оҫта, етеҙ хәрәкәттәр менән .. Ишбулдының туптай тығыҙ кәуҙә-һен йәлп иттереп ситкә ырғытты. Ф. Рәхимғолова. Мәрхәбә һаман әуәлгесә: тығыҙ тәнле, биттәре, ирендәре, яҙғы елгә ярғыланыуына ҡарамаҫтан, тулы, һутлы. Т. Килмөхәмәтов.
6. кусм. Өлгөрөү мөмкинлеге әҙ; ашығыс, ҡыҫтау. □ Тугой, трудный, тяжёлый. V [Кәбир — рәйескә:] Тығыҙ ваҡыт бит, ашыҡтым. Яр. Вәлиев. [Бай улының] ауыр кәуҙәһе эштең ниндәй тығыҙ ваҡытында ла, мине көтөрһөгөҙ әле тигән һымаҡ, ашығырға теләмәйҙер, һ. Дәүләтшина.
7. кусм. Туранан-тура, яҡын, ныҡлы (уҙ-ара мөнәсәбәт, бәйләнешкә ҡарата). □ Тесный, близкий (об отношениях). Тығыҙ аралашыу. Тығыҙ мөнәсәбәт. ■ Мари ауылдары яҡын булһа ла, ул заманда, хәҙерге шикелле, тығыҙ бәйләнеш, аралашыу юҡ ине, әммә Нур бик иртә мариса һупалай башланы, ә тора-бара еңел һөйләшергә өйрәнде. И. Абдуллин. Алдар батыр иһә отрядтар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырҙы, төп дилбегәне һәр саҡ уҙ ҡулында тотто. Н. Мусин.
8. Тотоноу, ҡулланыу өсөн етмәгән; ҡыҫынҡы. □ Стеснённый, затруднительный. Аҡсаға тығыҙ саҡ. Ашау-эсеуҙең тығыҙ ваҡыты. Икмәккә тығыҙ заман.
656