Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 659 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тығын
шулай булғас, һеҙ ҙә, иптәш Талипова, зинһар өсөн, тим, башҡалар эшенә тығылмағыҙ. И. Ғиззәтуллин. «Аҡыллым Рәми, — тине Рәйсә, — мин һиңә бына нәмә әйтәм: ололарҙың тормошона, яҙмышына тығылыр өсөн һиңә әле тағы бер ун йыл йәшәргә кә-рәк». X. Мохтар.
4. Тар, ҡыҫыҡ урынға күп булып йыйылыу, ҡыҫылыу, кипсәлеү. □ Сгрудиться, забиваться, тесниться. ■ Аманат, комбайн алдында түшәлеп йығылған ашлыҡ хедерға тығылмаһын өсөн, таяҡ менән төҙәткеләп, уны барабанға этәреп тора. Р. Байымов. Көтөү быуаға килеп тығылды. Һ. Дәүләтшина. Ташкент яғына поезд килеп туҡтау менән, халыҡ платформаға килеп тығылды. Б. Ишемғол.
5. Тамаҡҡа йәбешеп үтә алмай тороу (ғәҙәттә, аҙыҡҡа ҡарата әйтелә). □ Застревать (в горле). Тығылып ҡуйыу. ■ Бригадир, һоғонғаны тамағына тығылып, сәсәп ебәрҙе. Б. Бикбай. Азаттың тамағына аш тығылды. Ә. Бикчәнтәев. Йотолған һыу үтмәне, тамаҡҡа тығылды. И. Ғиззәтуллин.
6. күсм. Тышҡа сыҡмай тотолоу (эске кисерештәргә бәйле хәлгә ҡарата). □ Застревать, забиваться, быть тяжестью на душе. Г Фәтих ағайҙың күңеле тулды, тамағына төйөр тығылды. И. Абдуллин. [Биктимерҙең] күҙенә йәш эркелде. Тамағына ҡаты .. төйөр килеп тығылды. Ф. Иҫәнғолов. Асыуы алҡымына тығылды Ихсанбайҙың. Т. Ғарипова.
7. күсм. Өҫтө-өҫтөнә килеп күбәйеү. □ Накапливаться. Эш килеп тығылды. ■ Карам эшенән туҡтамай, ә башына әллә ниндәй уйҙар тығыла. Н. Мусин.
8. Нимәлер кипсәлеп, юл бикләнеү. □ Закупориваться, засориться, застревать. // Закупорка, засорение. Торба тығылған. Улаҡ тығылған. Ванна тығылған. ■ Аралыҡ йылғаһы тығылып, һыуы боҙ өҫтөнә ҡалҡып сыҡты. И. Ғиззәтуллин. Йылға бөгөлөнә боҙ тығылғанда, һәр саҡ уны һыу баҫа икән.
В. Исхаҡов. Мендәрҙән осҡан бер ҡауырый ревизорҙың мыйығына барып ҡунды, ә ҡарауылсы, танауына ниҙер тығылып, ер йыртып сөскөрҙө. Й. Солтанов.
9. күсм. Хис-тойғо тәьҫирендә күҙ-йәшкә батыу, тын быуылыу. □ Наполниться, давиться (слезами). ■ Кыҙ күҙ йәштәренә тығыла-тығыла әсәһенә һырышты. В. Исхаҡов. Санияның күҙҙәренә йәш тығылды. Ф. Әсәнов.
♦ Өнөң тығылғыры! ҡарғағанда әйтелә. □ бран. Подавись! Пусть подавится! ■ [Кендек:] Үҙемде тыя алмай ҡысҡырам: «Торр-рыйҡ! Мәгеҙ! Өнөгөҙ тығылһын!» — тип ҡәһәрләйем үҙҙәрен әсемдән. М. Кәрим. [Рәис — бухгалтерға:] Яҙып бир ошо сырхау Ғәйне-ямалға өс кило он, өндәре тығылһын! — тип ҡуйҙы. Ф. Әсәнов. Өнө тығылыу 1) һүҙ әйтә алмаҫлыҡ булыу. □ Остаться без слов. ■ Вәсилә бына шулай етди һөйләшкән булып аҫтыртын ғына төртмә телләнә башланымы, Ғиззәттең өнө тығыла ла ҡуя. Н. Мусин. Хужалыҡ рәйесе сәхнәләгеләргә һиҙҙермәй генә Фәйзулла ҡартҡа йоҙроҡ күрһәтте, йәнәһе, ҡыҫылып ултырма, өнөңдө тыҡ. Ә. Әминев; 2) бөтөү, ғүмере өҙөлөү. □ Умереть, скончаться. ■ [Нәжми ағай — Хисами ҡартҡа:] Лығырҙама, ҡарт шайтан, етерлек алдығыҙ. Берәй ваҡыт өнөгөҙ тығылыр әле. А. Карнай. Ил баҫыусы вәхшиҙәрҙең өнө тығылды инде. Ғ. Дәүләтшин.
ТЫҒЫЛЫШЫУ (тығылыш-) ҡ. урт. ҡар. тығылыу 4. взаимн. от тығылыу 4. Тығылышып килеп инеү. Ишеккә тығылышып, үтә алмай тороу. ■ Балыҡтар мәкеләрҙә тығылышып, ырғып сығып, боҙҙа туңып үлгән. «Осҡон», 19 март 2013. Тейәүселәр, трактор кабинаһында тығылышып барғансы тип, йөк башында ҡайтырға була. М. Ямалетдинов.
ТЫҒЫН I (Р: затычка; И.: plug; T.: tıkaç) и.
1. Шешә, мискә кеүек һауыттың йәки башҡа тар ауыҙлы нәмәләрҙең ауыҙын ҡаплай, тыға торған нәмә; бөкө. □ Затычка, пробка. Ағас тығын. Быяла тығын. Шешә тығыны. ■ Татлыбай Мулдаҡаев, был зарға ҡолаҡ һалмайынса, тығынды шешә эсенә төртөп төшөрөр өсөн ҡулына ҡәләм алды. Ә. Бикчәнтәев. Ни эшләптер, Насип буш шешәгә йәнә тығын тыҡты. М. Кәрим. Әхәт йоҙроҡлап өҫтәлгә һуҡты, тығыны асыҡ
659