Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 660 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тығын
кескәй шешәнән ҡара сәсрәп китте. Н. Мусин.
2. Юлда йәки йылғала барлыҡҡа килгән тотҡарлыҡ. □ Затор. Тығынды йырыу. Тығынды таҙартыу. * Ылаусылар, ауған йөктө рудаһы-ние менән юлдан алып, тығынды астылар. Ғ. Хөсәйенов. Үкереп ҡайнай ташҡын, боҙ тығыны ҡыҫа күперҙе. М. Тажи. Ҡала үҙәгендә иртәнге сәғәттәрҙәге «тығын» ваҡытында урамдың ҡап уртаһында фуранан ҡапыл ҡойолған картуф өйөмөнә автомобиль килеп менгән. «Йәшлек», 20 март
2012.
3. ҡар. быуа I, 2. ■ Биктимер бындай ҙур быуаларҙың артыҡ һыуҙы ағыҙа торған тығыны булыуын белә. Ә. Бикчәнтәев.
4. һөйл. Төтөн юлын япҡан нәмә. □ Заслонка. Мөрйә тығыны. Сыуал тығыны. Тығынды асыу. Мейес тығынын ябыу.
ТЫҒЫН II (Р.: тесный; И.: tight, narrow; close; T: dar) c.
1. Буш урыны әҙ; иркен түгел; тар, тығыҙ.
□ Тесный. Тығын бүлмә. Тығын вагон. Тығын сират. И Тығын автобуста кешеләр тотоноп, баҫып бара. Т. Арслан. Аҙна самаһы ваҡыт тығын юлда үтеп тә китте. С. Поварисов.
2. Өлгөрөү мөмкинлеге әҙ; ашығыс, ҡыҫтау. □ Напряжённый. Тығын саҡ. Эштең тығын ваҡыты. М Ҡыҙыҡһынып торорға тығын ваҡыт ине. Ш. Янбаев.
ТЫҒЫНДЫРЫУ (тығындыр ) (Р.: да вать много еды; И.: give much food, let have one's fill; T: yedirip doyurmak, fazla yedirmek) ҡ. һөйл.
Артыҡ күп итеп, бүктергәнсе ашатыу.
□ Давать много еды, кормить досыта. ■ [Фәтиха абыстай сыҡҡан ваҡытта — атайға:] Убырҙар, бер нәмә ҡалыр хәл юҡ, аскернә балаларына индерә лә тығындыра, һинең ҡап ҡорһаҡ балаларың туймаҫ! — тип һөйләнеп сығып китте. М. Ғафури.
ТЫҒЫНЛАУ (тығынла-) (Р: закупоривать; И.: plug; T: tıkamak) ҡ.
Тығын менән ябыу, тығын тығыу. □ Закупоривать, закрывать затычкой. Шешәне тығынлау. Мискә ауыҙын тығынлау. ■ Айбулат сәйҙең күпмелер өлөшөн термос
ҡапҡасына бушатҡас, ҡалғанын тығынлап япты: быныһы төнгөлөккә булыр, иртәнсәккә лә ҡалыр. И. Ноғманов.
ТЫҒЫНЛЫ (Р: с затычкой; И.: with a plug; T: tıkaçlı) с.
Тығын тығылған, тығыны булған. □ С затычкой. Тығынлы шешә. Тығынлы мискә.
ТЫҒЫНСЫҠ (тығынсығы) и. диал.
1. ҡар. тығын I, 1. Тығынсыҡ тығыу. Шешә тығынсығы. • Тығын ергә тығынсыҡ. Әйтем.
2. ҡар. тығын I, 3. Мунса тығынсығын тығыу.
3. Төнлөк сепрәге. □ Затычка вентиляционного отверстия в бане. Тығынсығын тығыу. Тығынсыҡ яһау. Мунсаны елләтеү өсөн тығынсығын алып ҡуйыу.
♦ Тығынсыҡ кеүек бик ныҡ бысраҡ, ҡарайған әйбергә әйтелә. □ Очень грязный, почерневший. Тығынсыҡ кеүек малай. Тығынсыҡ кеүек булып бөтөү. Тығынсыҡ кеүек бысраныу.
ТЫҒЫНЫУ (тығын-) (Р: объедаться;
И.: overeat; T: fazla yemek) ҡ. һөйл.
Бер юлы күп итеп ашау. □ Объедаться. Туймаҫтай булып тығыныу. ■ Донъяның аҫты-өҫкә килһә лә, радист Голосуев ҡолағынан наушникты алмай, үҙе һаман тығына. Ә. Бикчәнтәев. [Вася — Салихҡа:] Былтыр Маслов баҡсаһындағы алманың яртыһын тығынып бөтөргәнебеҙҙе оноттоң дамы? X. Мохтар. [Әсғәт:] Миңә ашау етмәй... Баярҙар кеүек тығынһам, ҡорһағымдан май тамып торор ине минең. М. Кәрим.
ТЫҒЫНЫШЫУ (тығыныш-) ҡ. һөйл. урт. ҡар. тығыныу, взаимн. от тығыныу. Иткә тығынышыу. Ашҡа тығынышып ултыралар.
ТЫҒЫРЛАТЫУ (тығырлат-) (Р: греметь; И.: rattle; T: tıkırdatmak) ҡ.
Тығыр-тығыр иттереү, тығыр-тығыр иткән тауыш сығарыу. □ Греметь, громыхать чем. Тәгәрмәсте тығырлатыу. Тирмән тығырлатыу. Арбаны тығырлатыу.
ТЫҒЫРЛАУ (тығырла-) (Р: греметь;
И.: rattle; T.: tıkırdamak) ҡ.
Тығыр-тығыр итеү, тығыр-тығыр килеү. □ Греметь, громыхать. ■ Көрәктәр инде хәҙер
660