Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 661 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫҒЫУ
баҙҙың төбөндә тығырлай, нигеҙ буйҙары, элекке кәртә-ҡура урындары — барыһы ла ҡаҙылып-аҡтарылып бөттө. Т. Ғарипова. Өйҙә тирмән тығырланымы, был ҡыйыҡ аҫтындағы йән эйәләренең күҙҙәрендә өмөт төҡана. Ш. Янбаев. Тығыр ҙа тығыр таш тирмән, арышы юҡҡа тығырлай. Сеңләүҙән.
ТЫҒЫР-ТЫҒЫР (Р.: подражание грохоту; И.: sound imitative word; T.: takır takır) оҡш.
Ҡытыршы нәмә ышҡыла-ышҡыла яй ғына әйләнгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание грохоту движущихся предметов. ■ Ышлыялап еккән ҡарайғырын аҡ күбеккә батырып, ауыл осонан тығыр-тығыр елдереп килгән кырандаслы күренде. Й. Солтанов. Балкондан ҙур кәстрүл ҡапҡасы килеп төштө лә, тротуарҙа сыҡылдай-сыҡылдай шалтырап, байтаҡ ҡына әйләнгеләп йөрөнө, тығыр-тығыр килеп маташты. Д. Бүләков.
ТЫҒЫРЫҠ (тығырығы) (Р.: запечье; И.: place behind a stove; T.: soba arkası) и. диал.
1. Мейес арты. □ Запечье. Тығырыҡҡа ҡуйыу. Тығырыҡты йыйыштырыу. Тығы-рыҡта эҙләнеү.
2. миф. Өй эйәһе йәшәгән урын. □ Запечье (место обитания домового). Өй эйәһен ризалатыу өсөн тығырыҡты таҙартып ҡуйҙыҡ.
ТЫҒЫРЫЛЫУ (тығырыл-) ҡ. диал. ҡар. тығылыу 7. ■ Тығырылып килгән буталсыҡ уйҙарға бирелеп, оҙаҡ ойоп яттым. Н. Мусин.
ТЫҒЫРЫМ с. диал. ҡар. тығын II, 1. Тығырым ер. Тығырым урын. Кеше менән тығырым клуб.
ТЫҒЫРЫН с. диал. ҡар. тығын II, 2. Тығырын ваҡыт. Тығырын мәл.
ТЫҒЫУ (тыҡ-) (Р.: затыкать; И.: plug up; T.: tıkamak) ҡ.
1. һауыттың тар ауыҙын йәки ярыҡ, тишекте нимәлер менән тығыҙлап ҡаплау. □ Затыкать, закупоривать. // Затыкание, закупоривание. Тығып ҡуйыу. Тәҙрә ярығына
мамыҡ тығыу. Мискәнең бөкөһөн тығыу. Шешәнең тығынын тығыу. Төнлөктө сепрәк менән тығыу. ■ Гвардия старшинаһы Ҡәйүм Әхмәтшин боҙло һыуға һикереп төшә лә, кәмәгә менеп, үҙ күлдәге менән кәмә тишеген тыға. Р. Өмөтбаев.
2. Нимәнелер бер аралыҡ, ҡыуышлыҡ эсенә индереү. □ Совать, всовывать, втыкать.
■ Мылтығыма патрон тыҡтым да тағы аттым. Ә. Бикчәнтәев. Ныҡ тулҡынланған Саръян асҡысты йоҙаҡ тишегенә тыға алмайынса оҙаҡ аҙапланды. Ә. Байрамов. Салауаттың әсәһе көн дә һалам түбәле өйҙөң мейесен тоҡандырып, бер ҡосаҡ утын индереп китә, ә Салауат, иҙәндә сүкәйеп ултырып, мейескә утын тыға. Й. Солтанов.
3. Нимәнелер бер аралыҡтан үткәреү. □ Просовывать, высовывать. // Просовывание, засовывание. Тәҙрәнән башты тығыу. Ишектән ҡулды тығыу. ■ Хужа тәҙрә төбөнә барып, баш тығып, тыштағыларға ҡысҡырҙы. Д. Юлтый. Элек бөтәһе лә ҡулдарын ҡойма ярығына ғына тыға ла аса ла керә торғайны. Р. Ғабдрахманов. Шамил менән мин башты бәләкәй тишектән тышҡа тығабыҙ. Д. Шәрәфетдинов.
4. Нимәнелер берәй аралыҡ, ҡыуышлыҡ эсенә һалыу, ҡуйыу. □ Впихнуть, запихнуть.
■ Булат саңғыларын карауат аҫтына тығып ҡуйҙы. М. Тажи. [Ҡарсыҡ] өҙгән үләнен бик ентекләп, оҙон-оҙаҡ ҡарап тора, унан, ауыҙ эсенән мыңғырлап ниҙер әйтеп, моҡсайына тыға. Т. Ғарипова. Бөтөнләй тыйыр әмәл ҡалмағас, Исабәк йылтырап торған ҡара арыш икмәген сәйнәй ҙә, сепрәккә төрөп, бала ауыҙына тыға. М. Кәрим.
5. Шыйыҡлыҡ эсенә батырыу. □ Погружать (в жидкость). // Погружение. Тығып алыу. Ҡулды һыуға тығыу. Биҙрәне йылғаға тығып һыу алыу. ■ Гөлбаныу башын мәкегә инде тыҡтым тигәндә, тәнен шыйыҡ сыбыҡ яндырып үткәнен тойҙо. Т. Ғарипова.
6. Нимәнелер ҡайҙалыр йыйыу, йәшереү. □ Засунуть, спрятать. Биҙәүестәрҙе кеше күҙенән йырағыраҡ тығып ҡуйыу. ■ [Гәзи-мә:] Ҡалаҡ-малаҡты теүәлләмәнем, урлап тыҡҡандыр әле. Һ. Дәүләтшина.
661