Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 662 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫЖЛАУ
7. кусм. Кешене ихтыярынан тыш ҡайҙалыр олаҡтырыу, ебәреү. □ Заслать, засадить, запихнуть. Кешене төрмәгә тығыу. ■ Европа йыртҡыстары эшселәрҙе бөтә донъя һуғышына илтеп тыға. Р. Байымов. Куңел әрней, әрней, боҙло һалҡын, буранлы ел мине һуҡҡанға; ел осороп мине яҡты ерҙән ҡараңғыға илтеп тыҡҡанға. Ш. Бабич. [Хөсәйен:] [Мәҙинәнең] йырлағанын тыңлағығыҙ килгәс, ниңә уны шундай эшкә алып барып тыҡтығыҙ? 14. Ғарипова.
8. кусм. Нимәгәлер ҡулланыу, тотоноу (ғәҙәттә, кире мәғәнәлә). □ Затрачивать, расходовать, тратить средства. // Затраты, расходы. Аҡсаны ашауға тығыу. * Старателдәр тапҡандарын араҡыға тыҡты. Я. Хамматов.
♦ Ауыҙын тығыу әйтергә ирек бирмәү, онон тығыу. □ Затыкать рот кому-л. ■ Бының нимәһе яңы булһын, уҙебеҙҙең ҡала фабрикаһының йышылып бөткән моделе бит, — тип тел ҡалҡытып ҡарағайны ла Саттарвәли, тегеһе [ҡатыны] ауыҙын тыҡты. Й. Солтанов. Ер ҡуйынына тығыу юҡҡа сығарыу, үлтереү; ҡәбергә тығыу. □ Свести в могилу. ■ [Зәлифә әбей:] Гөл кеуек ике баланы бер юлы ҡара ер ҡуйынына илтеп тыҡҡас, нисек ҡайғырмаҫһың да, нисек бөтмәҫһең? 3. Биишева. Ҡул тығыу кәрәкмәгән, ярамаған эшкә ҡыҫылыу. □ Вмешиваться, встревать. Беҙҙең эшкә ҡулыңды тыҡма! Морон тығыу урынһыҙға ҡыҫылыу. □ Совать нос не в свои дела. ■ Ҙур ҡара куҙле был ҡыҙҙы [Гаянэны], һәр ергә морон тығырға яратҡаны өсөн, Барый уҙһенеп бөтмәй ине. Й. Мостафин. Ҡайҙа инде Сәлимгә шундай ҙур урындарға морон тығырға?
С. Поварисов. Таяҡ тығыу мәшәҡәтләү, ҡамасаулау. □ соотв. Совать палку в колёса. ■ Эшкә таяҡ тығырға тырышыусылар ҙа табыла. Д. Бүләков. Энә тыҡҡыһыҙ үтә тығыҙ, ҡыҫтау. □ Иголку некуда воткнуть. ■ Алдар бурәнәләрҙе энә тыҡҡыһыҙ итеп бурап төшөрә лә уҙ эшенә уҙе һоҡланып ҡарап тора. Н. Мусин.
ТЫЖЛАУ (тыжла-) (Р.: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ. диал.
Тыж иткән тауыш сығарыу; шыжлау. □ Шипеть. // Шипение. Тыжлап ултырған самауыр. Аш тыжлап ултыра. Самауырҙың тыжлауы ишетелде.
ТЫЖ-ТЫЖ, тыж да тыж (Р: подражание жужжанию насекомых; И.: buzzing sound imitation; T.: viz viz) оҡш.
Ҙур себен, иңкеш һ.б. бөжәктәр осҡанда сыҡҡан дауамлы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание жужжанию насекомых. Тыж-тыж итеу. Себендәр тыж-тыж килә. Ҙур ҡуңыҙҙар тыж да тыж килеп баш осонда осалар.
ТЫЖЫҒЫС (Р: тёрка; И.: grater; Т.: rende) и. диал. ҡар. ҡырғыс 3.
Йәшелсә йәки бүтән аҙыҡты ҡырыу өсөн ҡулланылған тишекле-тишекле тимер ҡорал. □ Тёрка. Тыжығыс аша сырҙы ҡырыу. Дуртмөйөш тыжығыс. Эре тишекле тыжығыс. Тыжығыс аша уткәреу.
ТЫЖЫҠ (тыжығы) и. диал. ҡар. тултырма. Тыжыҡ тултырыу. Тыжыҡ менән һыйлау. Тыжыҡ бешереу. Туҡ эсәктән тыжыҡ әҙерләу.
ТЫЖЫЛДАҠ (тыжылдағы) (Р: рыбья чешуя; И.: fish scale; T.: balık rulu) и. диал.
Балыҡ тәңкәһе. □ Рыбья чешуя. Тыжыл-дағынан таҙартылған балык. Эре тыжыл-даҡлы балыҡ.
ТЫЖЫЛДАУ (тыжылда-) (Р: жужжать; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ.
Тыж-тыж иткән тауыш сығарыу (бөжәктәргә ҡарата). □ Жужжать. Иңкештәр тыжылдап оса. ■ Ҡолаҡ төбөндә генә .. һағыҙаҡтар, иңкештәр, бал ҡорттары тыжылданы. Й. Солтанов.
ТЫЖЫМ (Р: подбора; И.: ropes of a fishing-net; T: av bağı, av halatı) u.
Ауҙы киреп тотҡан аҫлы-өҫлө бау; ау арҡаны. □ Подбора (основная растягивающая верёвка сети). Аҫҡы тыжым. Өҫкө тыжым. Тыжымды тартып ҡуйыу.
ТЫЖЫНЫУ I (тыжын-) (Р: тереться;
И.: rub oneself; T.: sürtünmek) ҡ.
1. Тән менән нимәгәлер ышҡыныу; тызыныу. □ Тереться. ■ Хайуан барып тыжынғандыр инде, кәртә тороғо менән йығылған.
662