Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 663 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫЗҠЫЛДАУ
Ж. Кейекбаев, һарыҡ-кәзә бик тыжына ине былай бөгөн, ай-һай, яуыр төҫлө, — тине Әпхалиҡ. Ж. Кейекбаев.
2. диал. ҡар. тырнаныу. Тәнде тыжыны. Башын тыжыны. Бер туҡтауһыҙ тыжыныу.
ТЫЖЫНЫУ II (тыжын ) (Р.: доискиваться; И.: try to find out; T.: kurcalamak) ҡ. диал.
Төпсөнөү, ныҡышыу. □ Доискиваться. Тыжынып йөрөу. Бер туҡтауһыҙ тыжыныу. ■ Ошо килен тыжына ла йөрөй. Экспедиция материалдарынан.
ТЫЖЫУ I (тыжы-) (Р.: чесать; И.: scratch; T.: kaşımak, ovmak) ҡ. диал.
Ныҡ итеп баҫып ышҡыу; тызыу. □ Чесать; тереть. Тыжып йыуыу. ■ Буранбай, йәрәхәтләнгән йыртҡыстай ажғырып борғаланған ваҡытында, ауыр һулап, куҙҙәре -нән утлы осҡондар сәсте, төйөуле йоҙроғо менән сикәһен тыжыны. Я. Хамматов.
ТЫЖЫУ II (тыжы-) (Р: ворчать; И.: grumble, growl; T.: homurdanmak) ҡ. диал. ҡар. мыжыу 1.
Ризаһыҙланып һөйләнеү. □ Ворчать, брюзжать. // Ворчание, брюзжание. Бала бер туҡтауһыҙ тыжый. Ҡарт кеше куп тыжый. Тыжып йөрөу.
ТЫЗАНЛАУ (тызанла-) (Р: метаться;
И.: dash about; T.: koşuşmak) ҡ.
1. Тыз-быз килеп йүгерекләү (малға ҡарата). □ Метаться, скакать. Тызанлап йөрөу. Тызанлап сығыу. ■ Рабиға апайҙың теге ҡылтымбый Алаҡайы кәзәләнеп китмәһенме! Куксә ҡыуғандай, тызанлап йөрөй кәртәлә. Яр. Вәлиев.
2. кусм. Кемдер ризаһыҙлыҡ белдереп тауышланғанда әйтелә. □ Ерепениться, выражать недовольство. ■ [Яҡуп — Хәмиткә:] Тауышҡа ҡуйғас, һин дә ҡул кутәрҙеңме?.. Шулай булғас, хәҙер тызанлама. Б. Бикбай.
ТЫЗАН-ТЫЗАН р. ҡар. тызлап. ■ Балалар сеуәтәләрен кутәреп, ситән аласыҡҡа тызан-тызан йугерешәләр. Ф. Иҫәнғолов.
ТЫЗ-БЫЗ, тыз да быз (Р: звукоподражание быстрым движениям; И.: sound imitative word; T.: vızır vizir) оҡш.
Туҡтауһыҙ бер тегеләй, бер былай йөрөгәнде, ҡабалан етеҙ хәрәкәтте белдерә. □ Звукоподражание быстрым движениям, полёту, бегу и т. д. Тыз-быз килеп йөрөу. Тыз да быз йугерешеу. ■ Мин дә, табан аҫтын майлағандай, тыз-быз йугерергә керештем. М. Садиҡова. Балһыҙ ҡалған бал ҡорттары бөтә донъяны сағып бөтөрҙәй булып тыз да быз килә. Р. Байымов. Ҡара тауыҡты әллә берәй төлкө алып ҡасты, әллә куршегә кереп эт-фәлән харап итте, әллә урамда тыз да быз йөрөгән машина аҫтына барып керҙе — белмәҫһең. Н. Ҡотдосов.
ТЫЗҠАНДАҠ (Р: непоседливый; И.: fidgety; T.: yerinde dırmaz) с. диал. ҡар. тынғыһыҙ.
Сыҙамһыҙ, тиктормаҫ. □ Непоседливый, неугомонный. Тызҡандаҡ холоҡ. Тызҡандаҡ малай. Тызҡандаҡ булыу.
ТЫЗҠ-ТЫЗҠ (Р: подражание отрывистому резкому звуку; И.: imitation of a brisk sound; T.: tıngır tıngır) оҡш.
Гармун тартҡанда, ҡалайға һыу сәсрәгәндә сыҡҡан өҙөк-өҙөк нәҙек тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание отрывистому резкому звуку. Тызҡ-тызҡ итеу. Гармун тауышы ғына тызҡ-тызҡ итеп ишетелеп ҡала.
ТЫЗҠЫЛДАҠ (Р: плаксивый; И.: whining; T: gözü yaşlı, çok ağlayan) с. диал.
Илаҡ, илап барыусан. □ Плаксивый. Тыз-ҡылдаҡ бала. Ҡыҙҙар тызҡылдаҡ була.
ТЫЗҠЫЛДАТЫУ (тызҡылдат) (Р: пиликать на чём-л:, И.: strum; T.: tıngırdamak) ҡ.
Тызҡ-тызҡ иттереү, тызҡ-тызҡ иткән тауыш сығарыу. □ Пиликать на чём-л. Гармун тызҡылдатыу. ■ Бер егет тальянды тызҡылдатып ултыра ине. Р. Низамов. Һарунға боролоп та ҡарамайынса, Саҙрый гармунын тызҡылдатыуын белде. И. Ғиззәтуллина. Бер кис Ғәлиәхмәт, ғәҙәтенсә, инәлтә-инәлтә гармунды ҡулына алып, әлеге көйҙө тызҡылдатып ебәреуе булды, теге яҡтан, усекләгәндәй, ошо уҡ көйгә кумәкләп башҡарылған сәйер таҡмаҡ ишетелде. Р. Байымов.
ТЫЗҠЫЛДАУ (тызҡылда-) (Р: пиликать; И.: scrape; T: tıngırdatmak) ҡ.
663