Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 664 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫЗЛАП
1. Тызҡ-тызҡ итеү, тызҡ-тызҡ килеү. □ Пиликать. // Пиликание. IS Ауыл ситендә ҡаты шалтыраған елгәргес тауышы тынды, тик гармун ғына ҡайҙалыр бейеу көйөн тызҡылдай. Б. Бикбай. Тик уның [Илдарҙың] ҡулындағы гармун ғына тызҡылдап ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Мыжыу, шыңшыу. □ Бубнить, хныкать. Тызҡылдап илау. 3 Гөлйыһан тызҡылдаған сабыйын ҡулына алды, имсәк ҡаптырҙы. Т. Ғарипова.
ТЫЗЛАП (Р.: быстро; И.: quickly; T.: çabuk, yıldırım hızıyla) р.
Бик тиҙ, етеҙ хәрәкәттәр менән. □ Быстро, молниеносно, В Ҡаҙиса әбей килеп ингәндәгенән дә яманыраҡ тызлап сығып китте. В. Нафиҡов. Болөт кеуек булып, баш осонда безелдәп йөрөгән кугәуендәрҙән угеҙ тызлап китеп уңға ҡайырылды. Т. Килмөхәмәтов. [Зарифйән бабай:] Минең гармун кутәреп тубән осҡа төшөуем була, был [Көнһылыу инәй], сейә төҫлө сатин кулдәген йылҡылдатып, сәсҡаптарын сылтыратып, юлымды тегеләй ҙә ҡыйып сыға, былай ҙа тызлап утә. М. Садиҡова.
ТЫЗЛАТЫП р. ҡар. тызлап. Тейен имән башына тызлатып менеп тә китте. Тызлатып килеп инеу. Тызлатып йугереп китеу.
ТЫЗЛАУ (тызла-) (Р.: жужжать; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ.
1. Тыз-быз килеү (бөжәктәргә ҡарата). □ Жужжать (о насекомых). Серәкәйҙәр бер туҡтауһыҙ ҡолаҡ төбөндә тызлай. Ялан тултырып бал ҡорттары, иңкештәр тызлай.
2. кусм. Бар көскә йүгереү, ҡасыу. □ Быстро убегать, отдаляться. Тызлап йугереу. Йән-фарман тызланы.
ТЫЗ-МЫЗ, тыз да мыз оҡш. ҡар. тыз-быз. Себендәр тыз-мыз оса.
ТЫЗРАЙТЫУ (тызрайт-) (Р: выпучить глаза; И.: change in the face; T.: gözlerini fal taşı gibi açmak) ҡ.
Йөҙгә, күҙгә асыу билдәһе сығарыу. □ Выпучить глаза, измениться в лице. Куҙен тызрайтып ҡарау. Йөҙҙө тызрайтыу. В Пионер булғас, ә ниңә һин барин малайы һымаҡ йөрөйһөң? — тип куҙҙәрен тызрай
тып ҡараны Женька Валеркаға. Й. Мостафин.
ТЫЗРАЙЫУ (тызрай-, тызрая) (Р: напрягаться; И.: strain; T.: ıkınmak) ҡ.
1. Көсөргәнеп ҡыҙарыу, бүртенеү. □ Напрягаться, тужиться. В Талха тызрайып, ҡып-ҡыҙыл булып, майҙанда Хөсәйен менән билләшә ине. Ж. Кейекбаев.
2. кусм. Йөҙгә, күҙгә асыу, ризаһыҙлыҡ билдәһе сығарыу. □ Сердиться; надуваться, принимать обиженный вид. В Ҡайһы берэуҙәр .. кенә ҡыуып, ғумер буйы тызрайып, әсенеп йөрөйҙәр. А. Игебаев. Туйып һикерәһегеҙ, егеттәр! Иртәле-кисле йылы аш бешереп ашатҡанға рәхмәт әйтегеҙ! — тип тызрайҙы Хисмәтуллин. Ш. Янбаев. Һары мыйыҡлы урыҫ: «Бындай башбаштаҡлығың өсөн воевода алдында яуап бирерһең!» — тип тызрайғайны, Алдар батыр, киҫкен хәрәкәт менән боролоп, уның яғаһынан бөрөп тотто. Н. Мусин.
ТЫЗРАНЛАУ (тызранла-) ҡ. ҡар. тызанлау. Туҡтауһыҙ тызранлау. Кәзә бәрәстәре тызранлап йугереп йөрөйҙәр.
ТЫЗТАНЛАУ (тызтанла-) ҡ. һөйл. ҡар. тыртанлау 3. В Рауил сыҙаманы, тызтанлап сабып сығып китте. К. Кинйәбулатова.
ТЫЗ-ТЫЗ оҡш. ҡар. тыз-быз. Тыз-тыз итеу. Тыз-тыз килеу. В Санала көжрәйеп бараһың-бараһың да, һыуыҡ електәргә утә башлағас, йөктән төшөп, юл иңкеугә тартылған урындарҙа тыз-тыз йугерәһең. Ә. Хәкимов.
ТЫЗЫЙ и. диал. ҡар. бал ҡорто. Тызый балы. Тызый тотоу. Тызый айырыу. Эшсе тызыйҙар.
ТЫЗЫҠЛАУ (тызыҡла-) (Р: ковырять; И.: tinker; T.: karıştırmak) ҡ.
1. Бер урынды ҡат-ҡат соҡоу, өҫтө-өҫтөнә тызыу. □ Ковырять, раскалывать. В Фәйзрахман ағай, ҡултыҡ таяғының осо менән ерҙе тызыҡлап, байтаҡ һуҙһеҙ ултырҙы. Н. Мусин.
2. кусм. һөйл. Бер һүҙҙе ҡат-ҡат ныҡыу. □ Нудить, повторять одно и то же. Тызыҡлап тороу. В Аллағол ағаһына: «Йә, ҡасан бараһың?» — тип тызыҡлай башланы. Н. Мусин.
664