Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 665 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫЗЫРАНЛАУ
ТЫЗЫҠЛЬГК (тыз ыҡ л ығы) (Р.: неуживчивость; И.: quarrelsome disposition; T.: geçimsizlik) и. диал.
Һыйышмаусанлыҡ. □ Неуживчивость. Тызыҡлығы арҡаһында эшкә лә урынлаша алмай.
ТЫЗЫЛДАТЫУ I (тызылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. тызылдау 1-3. понуд. от тызылдау 1-3. ■ Яланға килгән ят ҡунаҡтарҙың еҫен әллә ҡайҙан һиҙеп өлгөргән ялан серәкәйҙәре, тызылдатып килеп, уларҙы һырып та алдылар. һ. Дәүләтшина. Мәликә, урамға инеп, Сынтимерҙәр ҡапҡаһына яҡынлашҡас, асыҡ тәҙрәнән кемдеңдер гармун тызылдатыуы ишетелде. Ә. Хәкимов.
ТЫЗЫЛДАТЫУ II (тызылдат-) (Р.: гнаться; И.: chase after; T.: kovalamak) ҡ. диал.
Арттан баҫтырыу, ҡыуалау. □ Гнаться за кем-л. Балалар бер-береһен тызылдатып уйнайҙар. Тызылдатып барыу.
ТЫЗЫЛДАУ (тызылда-) (Р: издавать какой-л. звук; И.: be heard (of peculiar sounds); T.: vızıldamak) ҡ.
1. Тыз-тыз иткән тауыш сығарыу. □ Издавать какой-л. звук. ■ Күнәккә алмаш-тилмәш тызылдап һөт саптырғаны ишетелә. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. Әкрен генә һуҙып тауыш биреү (һыйыр малына ҡарата). □ Мычать. Быҙау тызылдай. 9 Хәләфтең ағаһының асыуы еткәндер инде, таяҡ алып, йән асыуынан уның ике ҡолаҡ араһына берҙе һыҙырғайны, тегеһе [үгеҙ] ҡапыл боролдо ла, тызылдап, йөгө менән урманға табан саба башланы. Р. Байымов.
3. Көйһөҙләнеү, илау (балаға ҡарата). □ Плакать, хныкать (о ребёнке). ■ Бала ҡапыл уянды ла тызылдап илай башланы. һ. Дәүләтшина.
4. ҡар. тыжылдау. Колаҡ төбөндә себен тызылдай. Өй сиңерткәһе тызылдай. Серәкәйҙәр тызылдай.
ТЫЗЫЛДАШЫУ (тызылдаш-) ҡ. урт. ҡар. тызылдау, взаимн. от тызылдау. Бал ҡорттары тызылдашып осалар. 9 Олоғайған ата-әсәйемдең заң-ғәмен аңлап торам да ул. Үҙҙәре иҫән-һау саҡта буйҙаҡ улда
рын башлы-күҙле итеп, яндарында тызылдашып йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәрен һөйголәре килә. Р. Вәлиев.
ТЫЗЫМ (Р: тетива ручной пилы; И.: stringer; T.: testere kirişi) u.
Ҡул бысҡыһының тарттырып ҡуйған бауы, кереш. □ Тетива ручной (лучковой) пилы. Етенде сиратып тызым яһау. Бысҡы тызымы. Сүс арҡандан тызым.
ТЫЗЫНМА (Р: настырный; И.: importunate; T: ısrarcı) с. диал. ҡар. еңмеш.
Бер һүҙҙе һөйләп йөҙәткән. □ Настырный, докучливый. Тызынма кеше. Тызынма бала. Бер кемде лә тыңламаҫ тызынма ҡыҙ.
ТЫЗЫНЫУ I (тызын-) ҡ. ҡар. тыжыныу I, 1. 9 [Һыйыр] тызынырға, ҡысыған ерен ышҡырға теләп, таҡтаға барып терәлде. С. Агиш. [Бикбулат — Яубаҫаровҡа:] Ғаиләм дә ҙур ғына, һигеҙ йән. Кейем-Һалым да кәрәк. Бала-сағаны беләһең бит, тызынып йыртып ҡына торалар. Р. Низамов.
ТЫЗЫНЫУ II (тызын-) (Р: медлить; И.: take one’s time; T: mızmızlanmak) ҡ. диал.
Ашыҡмай эшләү, яйлау. □ Медлить. Тызынып йөрөү. 9 Берәй ергә барыр булһаң, ул тызына ла йөрөй. Экспедиция материалдарынан.
ТЫЗЫРАЙ (Р.: обидчивый; И.: touchy; T: alıngan) с. диал. ҡар. үсексән.
һүҙ күтәрмәй, шаяртҡанды ла аңламай, үсегеп барыусан. □ Обидчивый, ö Шул хәтле тызырай. Бер һүҙ әйттеңме — тызырая. Экспедиция материалдарынан.
ТЫЗЫРАЙЫУ (тызырай-, тызырая) (Р: раздуться; И.: get inflated; T: şişmek) ҡ.
1. Күбеү, шешеү. □ Раздуться. Тызыра-йып китеү. Тызырая башлау. Күп ашауҙан тызырайыу.
2. күсм. Асыу, нәфрәт менән ярһыу; ҡыҙыу. □ Горячиться, возбуждаться, распаляться. Юҡҡа ғына ла тызырайып бара. Егеттең тызырайыуҙан бите ҡыҙарҙы.
ТЫЗЫРАНЛАУ (тызыранла-) (Р: шагать вперевалку; И.: waddle; T: salına salına yürümek) ҡ. диал. ҡар. аушанлау.
Алпан-толпан баҫып атлау. □ Шагать вперевалку, вразвалку. Тызыранлап китеү. Бабайҙар һымаҡ тызыранлап йөрөү.
665