ТЫЗЫРЫҠЛАУ
ТЫЗЫРЫҠЛАУ (тызырыҡла-) (Р.: твердить одно и то же; И.: reitirate the same thing; T.: aynı şeyi tekrarlayıp durmak) ҡ.
Нимәлер талап итеп тынғы бирмәү, бер үк әйберҙе ҡабатлау. □ Твердить, повторять одно и то же, надоедать. ■ Сәлмән ҡарт улгәс, Әхмәҙи мираҫ булешергә тызырыҡлап йөрөп ҡараһа ла, барып сыҡманы. Ж. Кейекбаев.
ТЫЗЫТЫУ (тызыт-) ҡ. йөкм. ҡар. тызыу 1, 2. понуд. от тызыу 1, 2. Керҙәрҙе тызытыу. Башын тызытыу. Арҡаны тызытыу.
ТЫЗЫУ (тызы-) (Р.: тереть; И.: rub; Т.: kazımak, rendelemek) ҡ.
1. Ныҡ итеп ышҡыу. □ Тереть. Тызып йыуыу. Тызып һөртөу. ■ Өйгә ингәндә, әсәйем, тишкеләнгән тимергә тызып, картуф ҡырып ултыра ине. Н. Мусин. Таһир ҡараңғы мәҙрәсә иҙәнен тызып ултырырға мәжбур була, сөнки урамда Бөгәзе малайҙарының унан ус алырға йыйылып тороуҙарын һиҙә. Р. Өмөтбаев. Йәш-елкенсәк ут яҡтыһында гәр-гәр һуға: ҡулға-ҡул тотошоп, әкрен генә әйләнәләр, уртала ике-өс иш, дымҡыл ерҙе тызып, тыпыр-тыпыр бейей. 3. Ураҡсин.
2. һөйл. Тырнаҡ менән ышҡыу, тырнау.
□ Чесать. Башты тызыу. ■ [Ат] һалпыш ирендәрен ҡыймылдатып, .. Ҡорманғазы ағайҙың иңбашын тызый башлаған булды. Р. Солтангәрәев. Кемдер, баҫма өҫтөнән тороп, көйәнтә башы менән арҡаларҙы тызырға кереште. И. Ғиззәтуллин. Гибадулла ҡулъяулығы менән битен, муйынын тызый, шунан урынынан тора. Н. Мусин.
3. кусм. Тынғы бирмәй бер һүҙҙе ныҡыу.
□ Твердить, повторять одно и то же. Тызып йәнгә тейеу. Тызып ҡына тороу. Я [Йәмил:] Алдығы өсөн ғәфу итмәнем [Зәлифәне], куп тызыманым тызыуын, шулай ҙа эскә һалып ҡуйҙым. 3. Ураҡсин.
ТЫЙҒЫ (Р: венец; И.: row of beams; T: tomruklardan yapılmış dört duvarın bir tabakası) и. диал.
Өҫкә ниргә. □ Венец (верхний). Бураның тыйғыһы сереп төштө. Тыйғы башҡа ниргәләргә ҡарағанда ҡалыныраҡ була.
ТЫЙҒЫС (Р.: подкладка; И.: lining; Т: destek, dayanak) и.
1. Ниҙеңдер бер яғы түбән, ауыш булғанда, ҡалҡытып нығытыр өсөн аҫтан ҡыҫтырылған нәмә. □ Подкладка (предмет, подкладываемый под что-л.). Тыйғыс ҡуйып тигеҙләу. Өҫтәл тояғына тыйғыс ҡуйыу. Шкафты тыйғыс менән нығытыу.
2. диал. Аттың муйыны боҙолғанда, яраһына ҡамыт теймәһен өсөн бәйләп ҡуйылған йомшаҡ нәмә; үбәк. □ Кусок войлока или холста (подкладываемый под хомутину, чтобы предохранить шею лошади от натирания). Атҡа тыйғыс бәйләу. Тыйғыс әҙер-ләу.
ТЫЙҒЫСА (Р.: притужальник; И.: detail of a loom; T: dokuma tezgâhının bir parçası, değnek) и. туҡ.
1. Борғосаны нығытып ҡуйған тимер таяҡ; борғоса таяғы. □ Притужальник (деталь домашнего ткацкого станка). Тыйғыса ептәрҙе тарттырыу өсөн ҡулланыла.
2. Кәләпле епте тотоу өсөн әүернә башына тығылған бәләкәй генә шыма ағас. □ Толстая палка, на которую наматывается уже вытканный холст. Тыйғысаға еп урау. Оҙон тыйғыса. Йыуан тыйғыса.
ТЫЙҒЫСЛАУ (тыйғысла-) (Р: набивать; И.: stubb (with); T: basmak; doldurmak) ҡ. һөйл.
1. Аралы, ярыҡ урынды нимә менәндер тыҡҡыслау, тығыҙлап тығыу. □ Набивать, уплотнять что чем. Бурәнә ярығын субәк менән тыйғыслау.
2. Ҡыйыш яҡҡа тыйғыс ҡыҫтырыу. □ Ставить подпорку к чему. Иҙәнде тыйғыслап тигеҙләу. Ултырғыс тояғын тыйғыслап ҡуйыу.
ТЫЙЛЫҒЫУ (тыйлыҡ-) (Р.: тормозить; И.: brake; T.: kaymamak; frenlemek) ҡ. диал. ҡар. һыҡыу.
Шылмай торған булыу. □ Тормозить. Сана һыуыҡта тыйлыға. Боҙ тыйлыҡҡан.
ТЫЙЛЫҠ (тыйлығы) (Р: слега; И.: haystack tow; T: direk) и. диал. ҡар. баҫырау 1.
Бесән, һалам йөгөн өҫтән баҫтырып тарттыра торған һайғау. □ Слега. Кәбәнгә тыйлыҡ һалыу. Тыйлыҡ әҙерләу. Оҙон тыйлыҡ.
666