Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 667 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫЙНАҠҺЫҘЛЫҠ
ТЫЙМАЛЫҠҺЫҘ (Р.: непослушный; И.: disobidient, unheedy; T.: söz dinlemez, yaramaz) c.
Тыйып алғыһыҙ, шаян, тыйнаҡһыҙ. □ Непослушный; проказливый, озорной. Тыймалыҡһыҙ бала. Тыймалыҡһыҙ булыу.
ТЫЙНАҠ (Р.: скромный; И.: modest; T.: mütevazi, kendini tutabilen) c.
Үҙен әҙәпле, тәртипле тотҡан, тотанаҡлы, баҫалҡы холоҡло. □ Скромный; сдержанный, выдержанный. ■ Уйнай-көлә, бөтә ауырлыҡты еңеп сыға белгән, тыйнаҡ һәм яҡшы күңелле егеттәр, ысынлап та, Шәү-рәнең иң яратҡан батырҙары ине. 3. Биишева. Вәсилә класта — иң таҙа, иң йыйнаҡ, иң тыйнаҡ ҡыҙҙарҙың береһе. Р. Ғабдрахманов. Риф — тыйнаҡ, түбәнселекле, йомшаҡ күңелле, хатта ҡыйыуһыҙ бала. X. Зарипов.
ТЫЙНАҠЛАНЫУ (тыйнаҡлан-) (Р: становиться скромным; И.: become modest; T: mütevazi olmak) ҡ.
Тыйнаҡҡа әйләнеү, баҫалҡыланыу. □ Становиться скромным, сдержанным. Тыйнаҡланып китеү. Тыйнаҡлана төшөү. ■ Ире үлгәндән һуң үҙен кеше алдында бик иркен тоторға өйрәнгән Гөльямал тыйнаҡланды. Я. Хамматов. Тәү килгән көндәрҙә шар ҙа мар һөйләшеп, «ағай ҙа ағай» тип йөрөгән илгәҙәк ҡыҙыҡай хәҙер күҙ алдында тыйнаҡланды. Ш. Янбаев.
ТЫЙНАҠЛЫ с. ҡар. тыйнаҡ. ■ [Яусылар:] Зөфәр тигән шәп егет, апай, минең шофёр. Шундай ҙа тыйнаҡлы, шундай ҙа инсафлы, эшкә уңған, аҙып-туҙып йөрөмәй, һәйбәт нәҫелдән, туған-ырыуы тамырлы. Д. Бүләков.
ТЫЙНАҠЛЫҠ (тыйнаҡлығы) (Р: скромность; И.: modesty; T: tevazu) и.
Үҙеңде тота белеү, тыйнаҡ була белеү сифаты. □ Скромность; сдержанность. ■ Миләүшә тыйнаҡлыҡ өсөн генә бер аҙ ҡыҫтатып торҙо ла, ҡулдарын күбәләк ҡа-натылай уйнатып, бейеп китте. Д. Исламов. Хужаһының тыйнаҡлығын хуп күрә Ҡаратай. Ә. Хәкимов. Урал аҙаҡтан да Рауза менән осрашҡан саҡтарҙа тыйнаҡлыҡтан аша сыҡманы. Ш. Янбаев.
ТЫЙНАҠҺЫҘ (Р: нескромный; И.: immodest; T: utanmaz) с.
1. Әҙәп һаҡламаған, үҙен тәртипһеҙ тотҡан, тотанаҡһыҙ. □ Нескромный; несдержанный, наглый. 91 Емеш Моратшаны бәйләнсек, тыйнаҡһыҙ холҡо өсөн элек-электән яратмай. 3. Биишева. Байтурин гел генә ҡараңғы сырай менән йөрөнө, был инде һүҙгә тыйнаҡһыҙ кешеләрҙе лә телдәрен тешләргә мәжбүр итте. Б. Рафиҡов.
2. Тыйып алғыһыҙ, артыҡ шаян. □ Озорной, шаловливый. ■ Бала саҡ ул — гонаһһыҙ саҡ, ҡайғыһыҙ саҡ, тыйнаҡһыҙ саҡ. Т. Арслан.
3. күсм. Туҙып барған (сәстәргә ҡарата).
□ Непослушный (о волосах), И Ҡарсыҡтың тыйнаҡһыҙ сәстәре туҙып китте. Ғ. Аллаяров.
ТЫЙНАҠҺЫҘЛАНЫУ (тыйнаҡһыҙлан-) (Р: проявлять невыдержанность; И.: display immodesty; T: edepsizce davran mak) ҡ.
1. Тыйнаҡһыҙ, сабырһыҙ, тотанаҡһыҙға әйләнеү. □ Проявлять невыдержанность. Тыйнаҡһыҙлана төшөү. ■ Ғафар аҙ ғына ситкә тайпылһа, туры айғыр тағы тыйнаҡһыҙлана башлай. А. Таһиров.
2. Тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ булыу. □ Вести себя нескромно. Балалар шашты, тыйнаҡһыҙлана башланылар, а Тыйнаҡһыҙлана кеше, төптән уйлаһаң, асыш тигәндәре — бер хөкүмәттең икенсе хөкүмәттән өҫтө-нөрәк, шәберәк булырға тырышыу ғәләмәте. А. Мағазов.
ТЫЙНАҠҺЫҘЛЫҠ (тыйнаҡһыҙлығы) (Р: нескромность; И.: immodesty; Т: edepsizlik) и.
Ҡылыҡтағы тотанаҡһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек.
□ Нескромность; невыдержанность. И Мәмерйәнән килгән «ҡунаҡтың» тыйнаҡһыҙлығына ахундың эсе бошһа ла, яһалма ғына булһа ла, һикертмә көлөү менән кеткелдәне. Р. Өмөтбаев. Маһира, Суҡ Ерек буйындағы ҡылығынан оялып, башын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, үҙ-үҙенән ятһынып йөрөнө. Ул уны бер ни менән дә анрата алманы, яҙыҡ эш, тыйнаҡһыҙлыҡ тип ҡараны. X. Ғиләжев.
667