Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 668 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫИТАҠЛАУ
ТЫЙТАҠЛАУ (тыйтаҡла-) ҡ. диал. ҡар. туйтанлау. Тыйтаҡлап атлау. Тыйтаҡлап йөрөу. Әбейҙәр тыйтаҡлап баралар.
ТЫЙЫЛЫУ (тыйыл ) ҡ.
1. төш. ҡар. тыйыу I, 3. страд, от тыйыу I, 3. 8 Атбатҡан кулен киптереу закон тарафынан тыйылырға тейеш. Д. Бүләков. Боланды йәки ҡыр кәзәһен атыу ҡәтғи тыйыла. Ғ. Аллаяров. Тәмәке тартыу ҡаты тыйылды. Ә. Бикчәнтәев. Мәйет сыҡҡан көндө өйҙә аҙыҡ-тулек әҙерләу һәм ашау тыйыла икән. М. Садиҡова.
2. Ниндәйҙер эш-хәрәкәттән туҡтап ҡалыу. □ Сдерживаться, удерживаться. Тыйылып ҡуйыу. Ш Мозаффар хәҙер ук барып Сәкинәнең хәлен белмәксе булғайны ла, тыйылды. Н. Мусин. Барлыҡ халыҡ йыйылды, ти, ашап эскән аштарынан тыйылды, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк». Сөләймәнов йылмайыуҙан тыйыла алманы. Д. Исламов.
3. Тынысланыу, баҫылыу. □ Успокоиться, расслабиться. Тыйыла төшөу. В Йөрәк һаман тыйылмай, һаман ҡайнай, һаман урғыла. Ғ. Амантай. Әле генә куҙ астырғыһыҙ буранын өйрөлтөп сөйрөлткән, тыйылғыһыҙ төҫлө шашынған-ҡоторонған тәбиғәт тағы ҡапыл уҙгәрҙе, миһырбанлы йөҙөн курһәтте. Ш. Янбаев.
ТЫЙЫУ I (тый-, тыя) (Р.: сдерживать; И.: constrain, tame; T: tutmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер эшкә, ҡылыҡҡа ирек бирмәй туҡтатыу. □ Сдерживать, удерживать, унимать, унять, укрощать. // Укрощение. Тыйып алыу. В Әсә балаларын асыу менән тыя. С. Агиш. Йәй еттеме, атаһы менән әсәһе Фирузде ҡалала тотоп тыя алмай, сөнки бәләкәйҙән ук куңеле өләсәһе янына атылып тора. Р. Байбулатов.
2. Үҙеңдәге теләк, кисерешкә ирек бирмәй туҡтатыу. □ Сдержать. Тыйып ҡуйыу. М Хыялбай башындағы хыялдарын тыя алмай. Ш. Бабич. Фәтихов шартлар хәлгә етһә лә, асыуын тыйҙы, уҙеи мөмкин саҡлы тыныс тотто. И. Абдуллин. Ғәлиәхмәт уҙен тыйманы, эркелеп килгән куҙ йәштәренә хужа була алмайынса, һулкылдай-һулҡылдай иланы. Р. Байымов. Емеш, йөрәгенең ярһыуын
тыя алмай, атылып тышҡа сыҡты, йугереп ҡапҡа янына барҙы. 3. Биишева.
3. Рөхсәт итмәй туҡтатыу, ғәмәлдән алыу. □ Запрещать, воспрещать. // Запрещение, запрет. Тәмәке тартыуҙы тыйыу. Ағас ҡырҡыу тыйыла. Я [Йәғәфәровтың] янында плакат: «Ядро шартлатыуын тыйыуҙы талап итәм». Д. Бүләков. Әфләтунов Таллы кешеләренә генә тугел, хатта уҙ колхозсыларына ла кулдән балыҡ тотоуҙы ҡырҡа тыйҙы. Ә. Вәли. Кәримовҡа осоуҙы ваҡытлыса тыйҙылар. А. Мағазов.
4. Тынысландырыу, баҫылдырыу. □ Успокоить. // Спокойствие. Тыйып тороу. Тыйып алыу. Илаған баланы тыйыу. Ярһыған атты тыйыу. К Тайфуров асыуы ҡабарған халыҡты тыйырға тырышты. М. Тажи. Тағы бер аҙҙан мәжлес шундай мәленә килеп етте, уны тыйып туҡтатыу мөмкин тугел ине. Д. Бүләков. Бик шаулай башлағас, Яфай ағай беҙҙе тыйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Балаларҙы зыҡ ҡубып сабышыуҙан, йәштәрҙе шаулашыуҙан тыя алмай, вокзал дежурныйының йәне сығырҙай була торғайны. Ш. Бикҡол.
5. Ат йөрөшөн әкренәйтеү. □ Придерживать (коня). № Ҡыҙ бер мәлгә ҡаушап ҡалды, атын тыя төштө. Ғ. Лоҡманов.
♦ Ҡулды тыйыу алыу, тотоу йәки һуғыу теләгенә ирек бирмәй баҫыу. □ Не давать волю рукам, сдерживаться. ■ Ҡулыңды тый! — тине куҙенә уттар куренгән Мицлебай [Хәтирәгә], ҡыҙарынып. Р. Ғабдрахманов. Ҡарҡылдаған ҡарға затын [Ыраҫ Еибатты] капитаныбыҙ ҡағып осора яҙҙы, ҡулын саҡ тыйып ҡалды. Й. Солтанов. • Оҫта барҙа — ҡулың тый, өлкән барҙа — телең тый. Мәҡәл. Телде тыйыу әйтеү, һөйләү теләген баҫыу, өндәшмәү. □ Придерживать язык. ■ Имен ҡалам тигән часовой телен тыя белергә тейеш. Ә. Бикчәнтәев. Рәиф, башында купме генә һорауҙар тыуып өлгөрмәһен, ваҡытында телен тыйыуҙы артыҡ тапты. Р. Ғабдрахманов.
ТЫЙЫУ II (Р: запрет; И.: ban; T: yasak) и.
1. Шәхестең хоҡуҡтарын һәм теләген сикләүсе, халыҡтың күп йыллыҡ тәжрибәһенә нигеҙләнгән, мотлаҡ үтәлергә тейешле
668