тыҡ-тыҡ
ҡағиҙә. □ Запрет. Юлға бәйле тыйыуҙар. Тормош-көнкүреш тыйыуҙары. Дин тыйыуы. ■ Ҡыҙҙарға һалынған куп тыйыуҙар малайҙарға һалынмаған, ирекле йәшәгәс, улар көслөрәк тә, таһыллыраҡ та. Т. Ғарипова.
2. фольк. Йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыу һәм хоҡуҡтарҙы сикләүҙең беренсел формаларын үҙ эсенә алған фольклор жанры. □ Запрет. Тыйыу фольклорын өйрәнеу.
ТЫЙЫУЛЫ (Р.: запрещённый; И.: banned; T.: yasak, yasak edilmiş) с.
1. Рөхсәт ителмәгән, тыйылған. □ Запрещённый, заповедный. Тыйыу лы заман. Тыйыулы хәл. Тыйыулы эш.
2. Тәртипле, тәүфиҡлы, инсафлы, әҙәпле, ипле. □ Воспитанный. Тыйыулы бала. Тыйыулы ҡатын. Тыйыулы килен.
ТЫЙЫУҺЫҘ с. ҡар. тыйнаҡһыҙ 2. Тыйыуһыҙ бала. Тыйыуһыҙ булған кеше.
ТЫЙЫШЫУ (тыйыш-) ҡ. урт. ҡар. тыйыу. взаимн. от тыйыу. ■ Урал буйында кешеләр .. аҡҡош аулауҙан тыйышып, аҡҡош тотоп еймәҫкә уҙ-ара һуҙ ҡуйышып, тыныс ғумер иткән, ти. «Урал батыр».
ТЫҠ (Р: подражание отрывистому звуку удара по твёрдому предмету; И.: pat; Т.: tak tuk) оҡш.
Ҡаты нәмәгә еңелсә һуҡҡанда йәки ҡаты нәмәләр бер-береһенә тейеп киткәндә сыҡҡан өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание отрывистому звуку удара по твёрдому предмету. Тыҡ итеп килеп төштө. Тыҡ итеп бәрелеу. Тыҡ итеп ҡалыу. ■ Сәруи, самауыр ҡайнағас, иҫке ҡалай һауыттан сәй алып, тыҡ иттереп сәйнүккә һалып ебәрҙе лә һыу ағыҙа башланы. М. Ғафури.
ТЫҠА (Р: совсем; И.: completely; T: büsbütün, tamamiyle) р. диал.
Тулыһынса; бөтөнләй. □ Совсем. Тыҡа онотоу. Тыҡа яратмау. Тыҡа килештереп булмай.
ТЫҠҠЫС и. ҡар. тығын I, 1. Тыҡҡыс менән ҡаплау. Ағас тыҡҡыс.
ТЫҠҠЫСЛАУ (тыҡҡысла-) (Р: совать; И.: shove; T: doldurmak) ҡ.
Төрлө яҡтан тығыҙлап тығыу. □ Совать, заталкивать. Мук тыҡҡыслау. Тәҙрә ярығына
мамыҡ тыҡҡыслау. М Малайҙың өҫтөндә — джинсы туҡыманан тегелгән килешле салбар, әммә ҡыҫҡа кулдәге, матур салбарынан сығып, өҫкә кутәрелеп тора, һәм малай уны әленән-әле ҡайыш аҫтына тыҡҡыслап маҙалана. Ш. Хажиәхмәтов. Ғәлимйән, тирәнән япраҡтар өҙөп алып, арҡаһына, кулдәге аҫтына тыҡҡысланы. Ә. Ғибәҙәтов.
ТЫҠЛЫҒЫУ (тыҡлыҡ-) ҡ. һөйл. ҡар. тығылыу 5. Йотомға тыҡлығыу. Аҙыҡҡа тыҡлығыу. Тамаҡҡа тыҡлығыу. ■ Зайлалов-тың һуғыш йылдарында ҡылған ҡылыҡтарын әле иҫенә төшөргәйне, Миңнеғәленең алҡымына төйөр тыҡлыҡты. Ш. Янбаев.
ТЫҠРЫҠ (тыҡрығы) (Р: переулок;
И.: İane; T: ara sokak) и.
1. Өйҙәр араһынан оло урамға туры сыҡҡан бәләкәй ҡыҫҡа урам. □ Переулок, тупик (улицы). М Мәҙинә инде өйөнә боролайым тигәндә, тыҡрыҡтан ҡулына ҙур төйөнсөк тотҡан Рауза килеп сыҡты. Т. Ғарипова. Ниндәйҙер тар тыҡрыҡ тапҡырында трактор ҡапыл туҡтаны. Р. Байбулатов. Ғәлиәхмәт иртук торҙо ла Торна Мортазалар тыҡрығы аша идараға йунәлде. Р. Байымов.
2. миф. Башҡорт халҡының ышаныуҙары буйынса, ен-пәрейҙәр урыны, яман урын. □ Переулок (опасное место, дорога домового и нечистой силы). ■ Тыҡрыҡҡа өй һалғайнылар, балалары, малдары улде. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТЫҠСЫУ (тыҡсы-) ҡ. диал. ҡар. тыңҡыслау. Тыҡсып тултырыу. Тыҡсып ҡуйыу. Тултырма эсәгенә ит тыҡсыу.
ТЫҠ-ТЫҠ (Р: подражание многократному отрывистому звуку удара по твёрдому предмету; И.: honk; T.: tak tuk) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тыҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному отрывистому звуку удара по твёрдому предмету. И Тыҡ-тыҡ килә суйын тәгәрмәстәр, тып-тып тибә ярһып йөрәктәр. Р. Ғарипов. Ат тояҡтары тыҡ-тыҡ килә туң ерҙә. Т. Килмөхәмәтов. Рота дежурныйы, тыҡтыҡ баҫып барып, капитанға доклад бирҙе. Н. Мусин. Поезд тәгәрмәстәре, тыҡ-тыҡ итеп, саҡрымдарҙы һанай. Ә. Хәкимов. Уҡыусылар уны [сәтләуекте] кемуҙарҙан
669