ТЫҠТЫРЫУ
биҙрәләренә тыҡ-тыҡ супләргә лә тотондолар. Р. Байбулатов.
ТЫҠТЫРЫУ (тыҡтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. тығыу 1-8. понуд. от тығыу 1-8. Тәҙрә тишектәренә мамыҡ тыҡтырыу. Бура ярығына мук тыҡтырыу. Мунсаның төнлөгөн тыҡтырыу. Өҫтәлдең тартмаһын тыҡтырыу. Аяҡты йылы һыуға тыҡтырыу. ■ Ниғмәт Сабирович ауылдашы Байрам-ғоловтың кисерештәрен аңлағандай ҙа була. «Ниңә белә тороп председатель Тумәровты яҡламаның, Мырҙабай, Харрасов кеуектәрҙе урләттең, ниңә мине төрмәгә илтеп тыҡтырҙың?» — тимәксе инде ул. Р. Байымов.
ТЫҠШАЙҒАН с. диал. ҡар. тыңҡыш I. Кабинетҡа тыҡшайған ир килеп инде.
ТЫҠШАЙЫУ (тыҡшай-, тыҡшая) ҡ. ҡар. тыңшайыу 2. ■ Бөтәһе лә, ауыҙына йөҙөк ҡапҡан һымаҡ, өндәшмәй тыҡшайып тик йөрөнөләр. Ж. Кейекбаев.
ТЫҠШЫҠ с. диал. ҡар. тыҡшайған. Тыҡшыҡ ир. Беҙҙең яҡта бейҙәр, куп ашап, хәрәкәтләнмәуҙән тыҡшыҡ ҡына уҙҙәре.
ТЫҠШЫНЫУ (тыҡшын-) (Р: соваться; И.: meddle in; T.: karışmak) ҡ.
1. Әрһеҙләшеп ҡайҙалыр ҡыҫылыу, кеше араһына инеү, эшкә тығылыу. □ Соваться, лезть, вмешиваться в чужие дела. Тыҡшынып йөрөу. Тыҡшынып инеп килеу. ■ Яйы сыҡҡанда, бөтә нәмәгә тыҡшынып ултырған өләсәйҙәренә теш курһәтеп алыуҙан да тартынмай башлаған улар [Сажиҙә менән Зәйнәп]. М. Садиҡова.
2. Күп итеп ашау; тығыныу. □ Объедаться. Тыҡшынып ултырыу. Балалар алма менән тыҡшына. ■ Ай-Һай, кумәс бешерҙең, ыҡшындың да тыҡшындың. Сеңләүҙән.
ТЫҠШЫРМА (Р: любитель припрятывать свои вещи; И.: one fond of tucking things away; T.: eşyalarını başkalarından saklayan cimri biri) и. һөйл.
Нәмәһен йыйып, йәшереп тотҡан һаран кеше. □ Любитель припрятывать свои вещи. Бигерәк алама ул, тыҡшырма. Тыҡшырманан әйбер һорап булмай.
ТЫҠШЫРЫНЫУ (тыҡшырын-) ҡ. һөйл. ҡар. тыҡшырыу. Тыҡшырынып йөрөу.
Тыҡшырынып бөтөу. Әйберҙәрҙе тыҡшы-рыныу.
ТЫҠШЫРЫУ (тыҡшыр-) (Р: прятать; И.: hide; T.: saklamak, gizlemek) ҡ. диал. ҡар. йәшереү.
Күренмәҫ ергә тығып ҡуйыу. □ Прятать, спрятать. Тыҡшырып ҡуйыу. Балаларҙан тыҡшырыу. Таба алмаҫлыҡ итеп тыҡшырыу. М Еңгәкәй, һалма бешерҙең, бешерҙең дә тыҡшырҙың. Сеңләүҙән.
ТЫҠЫҠЛАУ (тыҡыҡла-) (Р: икать; И.: hiccough; T.: hıçkırmak) ҡ. диал. ҡар. сиҡаҡлау.
Тамаҡ саҡырыу, осҡолоҡ тотоу. □ Икать. Туҡтауһыҙ тыҡыҡлау. Тыҡыҡлай башлау. Оҙон-оҙаҡ тыҡыҡлау.
ТЫҠЫЛДАТЫУ (тыҡылдат-) (Р: стучать; И.: knock, give a knock; T.: takırdamak, tak tak etmek) ҡ.
Ниндәйҙер ҡаты әйбергә һуғып, атып һ.б. тыҡ-тыҡ иткән тауыш сығарыу. □ Стучать, постучать, постукивать. // Стук, постукивание. Ишеккә тыҡылдатыу. ■ Шәурә инде, әхирәтен бөтөнләй онотоп, итек кутәрмә-ләрен тыҡылдата һуға-һуға, сәстәрен өлтәнләп бейене. 3. Биишева. Поезд ҡыҙа барҙы, тәгәрмәстәр шпал баштарын тыҡылдатып тәгәрәнеләр. Н. Ҡәрипов. Машинка тыҡылдатып ултырған ҡыҙ башын кутәрҙе. Р. Ғабдрахманов.
ТЫҠЫЛДАУ (тыҡылда-) (Р: стучать;
И.: tap; T.: takırdamak, tak tak etmek) ҡ.
Тыҡ-тыҡ итеү, тыҡ-тыҡ килеү. □ Стучать. // Стук. Вагон тәгәрмәстәре тыҡылдай. ■ Завод эсендәге рам тауыштары, бер баҫымға һалынып, дәртле генә итеп тыҡылдайҙар. С. Агиш. Быуаның теге башындағы тирмән .. бер тигеҙ итеп талғын ғына тыҡылдай. Н. Ҡәрип. Артҡы яҡта, алыҫта, пулемёт тыҡылдағаны ишетелде. И. Ғиззәтуллин.
ТЫҠЫЛДАШЫУ (тыҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. тыҡылдау, взаимн. от тыҡылдау. ■ Тирә-яҡ ҡайһылай йәмләнде: сыйырсығы-турғайы сырҡылдаша, кәрниз буйҙарында тыҡылдашып, бер-береһен ҡыуып, кугәрсен-дәр тормош көтә. Т. Ғарипова. Беҙҙекеләр
670