Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 671 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫҠЫУЫС
ярға аяҡ баҫыу менән, автоматтар дәррәү генә тыҡылдатып алды. М. Кәрим.
ТЫҠЫР (Р.: подражание равномерному трещанию; И.: sound imitative word; T.: tıkır tıkır) оҡш.
Ҡытыршы, тешле нәмәләр бер-береһенә ышҡылып үткәндә, тигеҙһеҙ урындан ҡаты әйбер тәгәрәгәндә йәки автоматтан бер залп биргәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание равномерному трещанию. Тыҡыр итеп ҡалыу. Я Ҡайҙалыр яҡында туптар гөрһөлдәй. Уға пулемёт, мылтыҡ тауыштары ҡушыла. Тыҡыр-р-р, тыҡ-тыҡ. Ф. Иҫәнғолов.
ТЫҠЫРЛАҠ (тыҡырлағы) (Р.: трещёт-ка; И.: rattle; T.: cırcır) и. иҫк.
Болғап өйрөлткәндә тыҡыр-тыҡыр итә торған ҡорал (ҡарауылсылар ҡулланған).
□ Трещётка (устройство, приспособление (обычно вращающееся), с помощью которого производится треск, дробный стук, шум). Тыҡырлаҡты тыҡырлатыу. Ағас тыҡырлаҡ.
ТЫҠЫРЛАТЫУ (тыҡырлат-) (Р.: вызывать трещание; И.: cause rattling; T: takırdatmak, çatırdatmak) ҡ.
Ниндәйҙер ҡорал ярҙамында тыҡыр-тыҡыр иткән тауыш сығарыу. □ Вызывать трещание, трещать чем. Я Механик цехтың электр бырауҙары, тыҡырлатып, ҡалын тимерҙәрҙе кимерә. И. Насыри. Ҡайҙалыр яҡында ғына пулемёттар тыҡырлата, туптар ярылыша ла бит ни, тик бер генә лә кеше тауышы ишетелмәй шул. Д. Юлтый. [Малайҙар] таяҡ менән тәҙрәне тыҡырлатып, йорт хужаһына хәбәр иттеләр ҙә ары киттеләр. И. Ғиззәтуллин.
ТЫҠЫРЛАУ (тыҡырла-) (Р: трещать; И.: crackle; T.: takırdamak, çatırdamak) ҡ.
Тыҡыр-тыҡыр иткән тауыш сығарыу. □ Трещать, издавать треск. Тыҡырлап тора. Тыҡырлай башлау. Я Бер аҙҙан ҡыҙҙар бейенеләр булһа кәрәк: иҙәндә итек үксәһенең тыҡырлауы, аралаш ҡумыҙ тартҡан тауыш ишетелгәндәй була ине. Ж. Кейекбаев. Ҡарҙы, ергә лә тейҙертмәй тиерлек, төшкән берен көрәп алып торалар. Көрәктәре ана нисек тыҡырлай! Й. Солтанов.
ТЫҠЫР-ТЫҠЫР (Р: подражание продолжительному стучанию; И.: tap, tap; T: tıkır tıkır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тыҡыр иткән дауамлы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание продолжительному стучанию, перестуку (со скрипом, шуршанием). Тыҡыр-тыҡыр итеу. Тыҡыр-тыҡыр әйләнеү. Я Йөк күтәргән арба тыҡыр-тыҡыр алға тәгәрәй. Т. Хәйбуллин. Малай бысып ҡарай, ниңәлер бысҡы тештәре ағасҡа үтеп инмәй, тыҡыр-тыҡыр килеп, өҫтә бейеп тик йөрөй. И. Ғиззәтуллин.
ТЫҠЫРЫҠТАУ (тыҡырыҡта-) (Р: неволить; И.: coerse, compel; T: zorlamak, mecbur etmek) ҡ. диал. ҡар. ирекһеҙләү.
Мәжбүр итеү. □ Неволить, заставлять. Тыҡырыҡтап һорашып алды. Тыҡырыҡтап эшләтеү. Тыҡырыҡтап ашатыу.
ТЫҠЫ-ТЫҠЫ (Р: подражание сверхпродолжительному глуховатому перестуку; И.: onomatopoeic word; T.: tıkır tıkır) оҡш.
Бер-береһенә ялғанып ишетелгән тыҡтыҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание сверхпродолжительному глуховатому перестуку. Тыҡы-тыҡы киндер туҡмау. Я Тәгәрмәстәрҙең тыҡы-тыҡы килеп тә-гәрәүҙәре .. алыҫ бала саҡты хәтерләтте. Ф. Рәхимғолова. «Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡ...» Тәгәрмәстәрҙең шулай бер көйгә тыҡылдауына ойой башланы Зәлифә. С. Ғатауллина.
ТЫҠЫУ (тыҡы-) ҡ. диал. ҡар. тылҡыу 3. Я Ҡолаҡ төбөндә һүҙҙәр ҡабатланған һайын, Әнид уларға үҙенең яуабын тыҡыны: — Кешеләр тик дуҫҡа һәм дошманға ғына бүленә. Ғ. Хисамов. Үҙе белгәнде балаларына ла, ейән-ейәнсәрҙәренә лә еткерә белгән бит Хәбирә өләсәй. Тыҡып та, әрләп тә түгел, ә үҙенсә, ипләп кенә — «миңә ҡарап өйрән һәм шулай эшлә». «Башҡортостан», 27 ноябрь 2011.
ТЫҠЫУЫС (Р: мутовка; И.: whisk; Т.: tereyağı yapmak için sütü dövmeye yarayan ahşap alet) и. диал. ҡар. бешкәк 1,1, 2.
1. Көбөлә ҡымыҙ, май бешә торған оҙон һаплы, йомро башлы ағас ҡорал. П Мутовка, пахталка. Тыҡыуыс менән ҡымыҙ бешеү. Оҙон һаплы тыҡыуыс. Йыуан тыҡыуыс.
671