Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 66 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБҒЫ ИТЕҮ
Нимәнеңдер ташҡа баҫыл ыу ы; баҫма.
□ Издание. Икенсе табғы. Беренсе табғыһынан айырмалы рәүештә.
ТАБҒЫ ИТЕҮ (табғы ит-) (Р.: печатать, издавать; И.: publish; T.: bastırmak) ҡ. иҫк.
Ташҡа баҫыу, баҫып сығарыу. □ Печатать, издавать. Табғы итә башлау. Тиҙ арала табғы итеп бөтөү. Я Беренсе киҫем Өршәкман волосы Мораҙым ауылынан имам Харрас Әхсән уғлы Хәләме илә «Ғасаба башҡорт комитеты» тарафынан беренсе мәртәбә табғы ителде. Картотека фондынан.
ТАБҒЫХАНА [фарс. < ғәр. о1~чЬ| (Р: типография; И.: printshop; typography; T.: basımevi) и. иҫк. кит.
Баҫмахана, типография. □ Типография. Ҙур табғыхана. Яҡты табғыхана. Бәләкәй табғыхана. “Ваҡыт” журналы табғыханаһы.
ТАБЕЛСЕ (Р: табельщик; И.: timekeeper; T: puantör) и.
Кешенең эшкә йөрөшөн табель буйынса иҫәпкә алған хеҙмәткәр. □ Табельщик; табельщица. Табелсе булып эшләү. Я [Әсмә-нең] табелсе булып эшләү генә түгел, кейем тегергә өйрәнеү ине иҫәп. С. Поварисов.
ТАБЕЛЬ [нем. Tabelle] (Р: табель; И.: reportcard; T: liste) и.
1. Ниҙеңдер төрлө мәғлүмәт биреп төҙөлгән исемлеге. □ Табель. / Табельный. ■ [Шәүрә:] Табелеңде ҡарайым әле. К. Кинйәбулатова.
2. Уҡыусының өлгәше яҙылған ҡағыҙ.
□ Табель (ведомость об успеваемости). Уҡыусыларҙың өлгөрөш табеле. Табелгә билдәләр ҡуйҙылар. Табель тултырыу.
3. Эшсе-хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә килгән-киткәнен иҫәпкә ала торған кенәгә. □ Табель. / Табельный. Табель таҡтаһы. ■ [Айзилә:] Артистарҙың эшкә йөрөшө хаҡында табель алып барам. М. Садиҡова. [Сынбулат] табель сығарыу өсөн, эшләгән кешеләрҙең исемлеген дәфтәренә теркәп ҡуйҙы ла, атына атланып, сейәлек моронона йүнәлде. И. Ғиззәтуллин. Бер көн фабрикаға яңы эшселәр ҡабул иткәс, көнө буйы табелдәр рәтләп ултырҙы Гәүһәр. С. Поварисов.
4. 1717-1722 йылдарҙа Рәсәйҙәге хәрбиҙәрҙең, хәрби булмағандарҙың категорияларға, кластарға бүленеше. □ Табель (о рангах). Тарихсылар рангылар табелен өйрәнә. Рәсәйҙең рангылар табеле.
ТАБЕЛЬ-КАЛЕНДАРЬ (Р: табель-календарь; И.: sort of table; T: takvim) и.
Графаларына йылдың ай, аҙна һәм көндәре тәртип менән яҙылған ҡағыҙ, таблица. □ Табель-календарь. Табель-календарҙы тикшереү. Уҡытыусының табель-календары.
ТАБЕЛЬЩИК (табелыцигы) и. ҡар. табелсе. ■ Ул [Айсыуаҡ] унда [техникумда], этеп-төртөп тигәндәй, ниндәйҙер бер өс айлыҡ курсты тамамлаған да тәүҙә утилдә, унан базаркомда, унан һуң тағы ла әллә ниндәй ойошмаларҙа әле табельщик, әле культурник булып эшләгән, тиҙәр. Р. Ғабдрахманов. Ул [Ғәзиз] бында [колхозда] утыҙынсы йылдарҙа табельщик булып эшләй башлағайны. Д. Исламов.
ТАБИБ [ғәр. и. ҡар. табип. ■ Ләкин ант итеү генә әҙ, ғүмеребеҙҙең һәр минуты-сәғәтендә, ҡылған эштәребеҙҙә, кешеләргә мөнәсәбәтебеҙҙә врач, табиб тигән бөйөк, изге исемде аҡларға ла тейешбеҙ. Ш. Янбаев.
ТАБИБИ [ғәр. (Р: врачебный; И.: medical; T: tıbbi) с. иҫк.
Дауаға, дауалауға мөнәсәбәтле. □ Врачебный. Ҡаты табиби режим. Я [Шәмсүрә] үҙенең табиби серҙәрен Сәғиҙәгә йоҡторорға тырышҡан. Р. Низамов.
ТАБИБӘ и. ҡар. табип. ■ Лариса Урал ҡыҙы — юғары категориялы табибә, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 3. Ураҡсин.
ТАБИҒ [ғәр. fcA3] (Р: идущий вслед; И.: following; T: tabi) с. иҫк. ҡар. эйәрсен.
1. Эйәреп барған. □ Идущий вслед. / Последователь, ученик. Табиғ үҫмер. Табиғ ҡаҙаныштары. Табиғ әҙерләү.
2. Буйһоноулы, бойондороҡло. □ Подчинённый, зависимый. Табиғ ил. Табиғ дәүләт. Я Рәсәй ҡул аҫтындағы табиғ ҡолдары, ҡоралһыҙ-ниһеҙ, сиреүһеҙ башҡорттарҙы баштан-аяҡ ҡораллы регуляр армия менән ҡырып бөтөрөргәлер уның [капитандың] ниәте. Ғ. Хөсәйенов.
66