Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 67 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБЛО
ТАБИҒ БУЛЫУ (табиғ бул-) (Р.: подчиняться; И.: submit; comply; T.: tabi olmak) ҡ. иҫк. ҡар. буйһоноу.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер етәкселеге, хакимлығы аҫтында булыу. □ Подчиняться.
■ Император үҙе иҫән саҡта, ҡарағалпаҡтарҙың Рәсәйгә табиғ булырға үтенес хатын алып, уларҙы уҙ ҡанаты аҫтына ҡабул итергә ризалыҡ та биргәйне. Б. Рафиҡов. Рәсәйгә табиғ булған башҡорт халҡы яһаҡ түләүҙе үҙе өсөн ҙур бәхеткә һанай ине. Ғ. Ибраһимов.
ТАБИҒИН [ғәр. & С*»] (Р: последователь; И.: follower; T.: takipçi) и. иҫк. ҡар. эйәрсен.
1. Эйәреүсе кеше. □ Последователь. Табиғин кеше. Табиғин булыу. Табиғинды эйәртеү.
2. Сәхәбәләрҙе күргән кеше. □ Человек, близко знавший пророка Мухаммеда. Табиғин булған. Нарыштауҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре, табиғиндары ерләнгән, тиҙәр. ■ Табиғин вә тәбғат — барса өммәт халилә. М. Өмөтбаев. Башҡорт араһына ислам динен күндергән табиғиндарҙы изге — әүлиә кешеләр тип һанағандар. Риүәйәттән.
ТАБИКМӘК (табикмәге) (Р: тоненькая лепёшка из пшённой муки; И.: kind of pancake; T.: bir tür ekmek) u.
Тары ононан әсетеп бешерелгән ҡоймаҡ. □ Тоненькая лепёшка из пшённой муки.
■ [Әсәйем] аҙ ғына он ҡатнаштырып табикмәк бешергән. Н. Мусин. Өй эсенә тәмле булып табикмәк еҫе сыҡҡан. С. Поварисов. [Ислам:] Һикеләге аҡ кейеҙ өҫтөнә ҡоролған ашъяулыҡ тирәләй ултырып, олатайҙарҙың балалары менән бергә табаға өйөлгән майлы тары табикмәген ашап сәй эскәндән һуң, күҙҙәрем асылып, байрам көндө күргәндәй булдым. М. Садиҡова.
ТАБИЛ [ғәр. (Р: ударный; И.: percussion; impact; T: vurgulu) с. иҫк.
Һуғып уйнамалы. □ Ударный (о музыкальном инструменте). ■ Ғәскәри бай туйға әҙерләнә башланы. Буҙ шараптар, табил барабандар, .. скрипка-гармундар, балалайка-ҡурайҙар әҙерләне, ти. Әкиәттән.
ТАБИП (табибы) [ғәр. (Р: врач; И.: physician; T: doktor) и.
Дауасы, врач. □ Врач. Табип булыу. ■ Табип, көн һайын килеп, ауырыуҙың хәлен белеп торҙо, дарыуҙарҙың төрлөһөн эсерҙе. Ә. Хәкимов. Табип булараҡ, быны [ауырыуҙы] һиҙәһең, әммә унан ҡотолоу юлын күрмәйһең. Т. Ғарипова. Ғәфәр ҡарындашын Аҡҡолайға һала ла табипҡа алып китә. «Алпамыша». • Ас — икмәккә, ауырыу табипҡа мохтаж. Әйтем.
ТАБИПСЫ и. ҡар. табип. Табипсыға күренеү. Табипсы рецебы. Табипсы һәнәре.
ТАБЛЕТКА [фр. tablette] (Р: таблетка; И.: tablet; T: tablet) и. мед. ҡар. һиҙәп дарыу.
Төймә, һиҙәп рәүешендәге дарыу. □ Таблетка. Таблетка эсеү. Таблеткалар ҡумтаһы. Таблеткалар алып ҡайтыу. ■ Бакирова артынан палатаға дежур сестра инеп, Фәриткә бер-бер артлы ике укол яһаны, таблеткалар эсерҙе. Ф. Әсәнов. Таблетканы йотҡандан һуң ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, Нурияның хәле еңеләйә төштө. Ә. Байрамов.
ТАБЛЕТКАЛАУ (таблеткала-) (Р: делать что-л. в виде таблеток; И.: do smth. in the form of tablets; T: tablet şeklinde yapmak) ҡ.
Нимәнелер махсус аппараттарҙа төрлө материалдарҙан таблетка рәүешендә эшләү.
□ Делать что-л. в виде таблеток. Порошокты таблеткалау.
ТАБЛИЦА [лат. tabula] (Р: таблица; И.: table; T: çizelge, tablo) и. ҡар. йәҙүәл.
1. Төрлө һан һәм мәғлүмәттәрҙең билдәле бер тәртип менән бирелгән теҙмәһе.
□ Таблица. Ҡабатлау таблицаһы. Таблица рәүешендә тултырыу. Таблица һыҙыу. Турнир таблицаһы. ■ Мәҙинә һыуына башлаған ҡулдарын мейескә терәне, күҙе стеналағы һауынсыларҙың көндәлек һауымы яҙып барылған таблицаға төштө. Т. Ғарипова. Яҙмаларҙың аҙағында бик ҡыҙыҡлы таблицалар бар. Н. Мусин.
2. типогр. Типографик йыйма. □ Таблица (типографические знаки). Таблицаны өйрәнеү. Баҫмала таблица тәртибе.
ТАБЛО [фр. tableau] (Р: табло; И.: scoreboard; T: tablo) и. махс.
з*
67