Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 68 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБЛОИД
Күҙәткән объекттың эшен йәки рекламаға, спорт ярыштарына һ. б. бәйле мәғлүмәттәрҙе күрһәтә торған таҡта, экран. □ Табло. Электрон табло. Таблолағы һандар. Тимер юл таблоһы.
ТАБЛОИД [ингл. tabloid] (Р.: таблоид; И.: tabloid; T: ufak resimli gazete) и.
1. Һүрәттәрҙән, ҡыҫҡа текстарҙан торған ҙур булмаған форматтағы гәзит. □ Таблоид. Таблоид һатып алыу. Таблоид уҡыу. Таблоидҡа текст яҙыу.
2. «һары матбуғат»тың мыҫҡыллы атамаһы. □ Таблоид («жёлтая пресса»). Таблоидҡа эләгеу. Таблоид уйҙырмалары. Таблоид хәбәрсеһе.
ТАБОР и. ҡар. табыр. Сиғандар таборы. Н Табор өҫтөнө ниндәйҙер һыбайлыларҙың ябырылып килеуҙәре бер ер буйы ара ҡалғас ҡына асыҡланды. X. Зарипов. Быуаттар буйы илдән илгә сиған таборҙары кусеп йөрөгән. С. Шәрипов.
ТАБУ [полин. ‘тыйыу’] (Р: табу; И.: taboo; T: tabu) и.
1. Тәүтормош кешеләрендә: бәлә килеү ҡурҡынысы менән ниндәйҙер һүҙ, эш-ҡылыҡ йәки берәй нәмәнең тыйылыуы. □ Табу. / Табуированный. ■ Әҙәм араһында йөрөп купте кургән ғалим эстән һиҫкәнде: халыҡ хөрәфәттәренең ситкә сығарылмай торған, тыйылған төйөрөнә — туба (табу) йоҙағына һаҡһыҙ ҡағылды, шикелле. Й. Солтанов.
2. Ниндәй ҙә булһа тыйыу □ Табу, запрет. Табу һуҙҙәр. Табу ҡуйыу.
ТАБУЛЯТОР [лат. tabula ‘таҡта, таблица’] (Р: табулятор; И.: sort of counting appliance; T: tabülatör) и.
Аналитик һанау машинаһының бер механизмы. □ Табулятор. Табулятор менән иҫәпләу. Табулятор коды. Табулятор төҙөлөшө.
ТАБУЛЯЦИЯ [рус.] (Р: табуляция; И.: tabulation; T: listeleme) и. инф.
Клавиатурала текст төҙөлөшөн төҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән баҫмаҡ (TAB, Tab). □ Табуляция. Табуляция менән эшләу. Табуляция менән кусереу. Табуляция баҫмағы.
ТАБУН I [төрки] (Р: табун; И.: herd; T: sürü) и. иҫк. ҡар. өйөр.
Бер айғыр йөрөткән йылҡы өйөрө. □ Табун. Йылҡы табуны. ■ Табун туп-туп булып иркен далаларҙы иңләгән, тарпан бауырына етер улән-сәскәле туғай-яландарҙы ҡыҙырған. Ғ. Хөсәйенов.
ТАБУН II [нем. 7я₺шг] (Р: табун; И.: tabun; T: tabun) и.
Ағыулай торған матдәләр төрө. □ Табун (отравляющее вещество нервно-паралитического действия). Төҫһөҙ табун. Табун еҫе.
ТАБУРЕТ [рус. табурет] (Р: табурет; И.: stool; T: tabure) и.
Артһыҙ ултырғыс. □ Табурет. Табуретка ултырыу. Табурет етмәне. Кук төҫлө табурет алдым.
ТАБУТ [ғәр. (P: гроб; И.: coffin; T: tabut) и.
1. Мәйетте һалып күмә торған ҡапҡаслы оҙонса махсус ҡумта. □ Гроб. / Гробовой. Ә өйгә Шәйсолтан ағай уҙен [улын] цинк табут менән алып ҡайтты. Р. Ғабдрахманов. Табутты ҡәбергә төшөргәндә, винтовканан бер-бер артлы куккә аттылар. Р. Низамов.
2. Мәйетте һалып йыуа торған ялғаш. □ Мостки (для обмывания покойника). Табут әҙерләу. М [Бабайҙар] һаман табут хәстәрләйҙәр. Ғ. Хисамов.
ТАБЫҠ (табығы) и. диал. ҡар. тап II. ■ Ғәйсар бабай ҡарайып бөткән сәйнуген дә, балтаһын да ҡалдырмаған, кырандас алдына табыҡ, утын киҫәктәре лә һалған икән. Ғ. Аллаяров.
ТАБЫҠТЫҠ (табыҡтығы) (Р: дровяник; И.: courtyard area to cut firewood; woodshed; T: odunluk) и. диал. ҡар. утынлыҡ.
Утын бысыла, ярыла, өйөлә һәм һаҡлана торған урын. □ Дровяник (участок двора, где рубят и складывают дрова). Табыҡтыҡҡа сығыу. Табыҡтыҡта утын куп. Табыҡтыҡта бысраҡ. Табыҡтыҡҡа утын өйөу.
ТАБЫЛДЫҠ I (Р: приобретённый; И.: acquired; T: bulunmuş) с.
1. Булдырылған, табылған. □ Приобретённый. М Табылдыҡ малҡайҙарым да ҡалһын, әйҙә, һеҙҙәргә. Халыҡ йырынан.
2. Табылған, табып алынған. □ Найденный. / Находка. Табылдыҡ әйбер. Табылдыҡ дәфтәр. Табылдыҡ ҡомартҡы.
68