ТАБЫНДАШ
ТАБЫЛДЫҠ II (табылдығы) (Р.: подкидыш; И.: foundling; T: buluntu) и.
Ата-әсәһе билдәһеҙ йәки никахтан тыш тыуған бала. □ Подкидыш, найдёныш. / Подкинутый, рождённый вне брака (о ребёнке). Табылдыҡ бала. ■ «Табылдыҡтың улеме әҙме ни һеҙгә!» — тип яңғыҙы ғына китергә ҡарар итте [Өлфәт], тик етәккә ат һораны. Ә. Хәкимов. [Аҡсәскә:] Мин бит һеҙҙең никахлы ҡатынығыҙҙан тыуған бала, табылдыҡ тугел. Б. Бикбай. Бынан биш-алты йыл элекке ваҡыттағы кеуек, ауыл халҡы уны [Тарифты] «табылдыҡ» тип мыҫҡыл итмәй. А. Таһиров.
ТАБЫЛДЫРЫҠ (табылдырығы) (Р.: плоский ремень; И.: sort of flat belt, rope; T.: düz kayış) и. диал. ҡар. кирәм.
Ағас башына менеү өсөн ҡулланылған яҫы оҙон бау. □ Плоский ремень (приспособление для лазания на бортевое дерево). Олатайым, табылдырыҡты бер ботаҡҡа бәйләне. Табылдырыҡ ташлап менеу.
ТАБЫЛЫУ (табыл ) ҡ. төш. ҡар. табыу 1-11. страд, от табыу 1-11. Әйбер табылды. Табылған ҡомартҡы. Нефть ятҡылығы табылды. М Арала бышылдашып ҡуйыусылар ҙа табылды. Д. Бүләков. Шулай ҙа тәүәккәл төҙөүсе табылды. Ә. Бикчәнтәев. Яңы ҡомартҡылар табылыуы — йәш археолог өсөн иң ҙур табыш инде ул. Р. Солтангәрәев.
♦ Табылып тора сәбәбе, яйы сығып тора тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Что-нибудь да найдётся. Табылып тора ваҡыты. Табылып тора сәбәбе.
ТАБЫН I (Р: накрытый стол; И.: festive table-treat; setout; T.: sofra) и.
1. Күмәк кешегә әҙерләп ҡуйылған ашамлыҡ һәм шул ашамлыҡ ҡуйылған ашау-эсеү урыны. □ Накрытый стол; праздничный стол, застолье. Байрам табыны. Табынға саҡырыу. ■ [Шәмсиә] табын тирәһенә һирәк йоҡто. Д. Юлтый. Табын әҙерләп йөрөгән Мария Фёдоровна ла һуҙгә ҡушылды. В. Исхаҡов. Табын тирәһендә өйәҙҙең муллалары, ҡаланың ҡайһы бер байҙары бар. А. Карнай.
2. Ҡунаҡ-һыйға йыйылған кешеләр төркөмө; мәжлес. □ Застолье, сотрапезники;
трапеза. / Застольный. Куңелле табын. Табын йыры. ■ [Эшселәр] ашъяулыҡ тирәләй туңәрәкләп ултырып, уҙе бер оло табын булып, тамаҡтарына ашай башланылар. Н. Мусин.
ТАБЫН II (Р: название башкирского племени; И.: name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Башҡорт ҡәбиләһенең исеме. □ Табын (название башкирского племени). Табын шәжәрәһе. N Табын ырыуы башҡорттарының шәжәрәһендә беҙ Сәйетбаба менән уның улдары Мырҙаҡай, Ямантай исемдәрен осратабыҙ. Ғ. Ҡунафин. Ә беҙ — төп табын ырыуы. Ж. Кейекбаев. Табындар Ағиҙел буйҙарынан алып Урал тауҙарынаса, Урал аръяҡтарынаса, әллә ҡайҙарға тиклем йәйелеп яталар. Ғ. Хөсәйенов.
ТАБЫН III (Р: стадо; И.: herd; T.: sürü) и. диал. ҡар. көтөү.
1. һыйыр көтөүе. □ Стадо (коров). Табынға юлығыу. Табынды яланға ҡыуыу. Табынды ятыуға төшөрөу.
2. Ҡыуғын малдар. □ Отгонные животные. Табынды ҡураға бикләнеләр. Табын кө-төу. Табынды йыйыу.
3. Йылҡы өйөрө. □ Табун, косяк (лошадей). Бер табын бейә. Бер табын ҡолон. Табынды ҡыуып алып ҡайтыу.
ТАБЫН IV (Р: резерв; И.: reserve; Т.: yedek asker) и. хәрби.
Кәрәк ваҡытта файҙаланыу өсөн командир ҡарамағындағы өҫтәлмә ғәскәр. □ Резерв. / Резервный. Табын ҡалдырыу. Табын тотоу. Табын ғәскәр. М Иң мөһиме — үҙәкте, йәғни артҡы табын ғәскәрен көсәйтергә. .. Иң сетерекле мәлдә генә хәрәкәткә киләсәк был ғәскәрҙең бурысы — һуғыш яҙмышын хәл итеү. Ә. Хәкимов.
ТАБЫН V и. диал. ҡар. төркөм. Бер табын егеттәр тора магазин янында. Табын булып йөрөү. Бер табын кешеләр.
ТАБЫНДАШ (Р: сотрапезник; И.: table-companion; commensal; T: sofra arkadaşı) и.
Бер табында ултырған кешеләр. □ Сотрапезник. II Рус һәм башҡорт яуҙа һәр
69