Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 70 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБЫНДЫРЫУ
саҡ яуҙаш, табындаштар оло байрамда. М. Кәрим. [Әмир:] Иркәбай менән беҙ бик татыу йәшәнек, табындаш инек. Р. Низамов. Күпме айҙар буйына бындай тәмле ашты күрмәгән малай үҙ табындашының хәйләһен һиҙмәне, ул картуф менән икмәкте тырышып-тырышып һыпырта бирҙе. X. Мохтар.
ТАБЫНДЫРЫУ (табындыр-) (Р.: заставлять поклоняться; И.: make worship; T.: tapındırmak) ҡ.
Табынырға мәжбүр итеү; инандырыу. □ Заставлять поклоняться, почитать. ■ Емеш шиғыр-йыр ярата, шиғри юлдарҙың гүзәл моңо, тәрән, төйөрөм фекере уны һәр саҡ таң ҡалдырып, табындырып ҡуя ине.
3. Биишева, һәр дин Алланы үҙенсә аңлай, үҙенсә табындыра. Ғ. Хөсәйенов.
ТАБЫН ЖӘЙМӘҺЕ (Р: скатерть; И.: tablecloth; cloth; T: masa örtüsü) и. диал. ҡар. ашъяулыҡ.
Аш-Һыу ҡуйыу өсөн табынға түшәлә торған йәймә. □ Скатерть. Табын жәймәһен йәйеү. Табын жәймәһен йыйып алыу. Табын жәймәһенә һалыу.
ТАБЫН ҠОМҒАНЫ (Р: кумган (чугунный кувшин с крышкой для умывания); И.: kumgan\ T: kumgan) и. диал.
Табында ҡул йыуҙырыу өсөн тотонолған ҡапҡаслы суйын ҡомған. □ Кумган (чугунный кувшин с крышкой для умывания). Табын ҡомғанына һыу ҡойоу. Табын ҡомғанының һыуы йылытылған. Табын ҡомғанын таҙартыу.
ТАБЫНСА (Р: колокольчик; И.: small bell; T: çınçın) и. этн.
Өйөр айғырының муйынына аҫа торған ҡыңғырау. □ Колокольчик (подвешиваемый на шею вожака табуна). Табынса элеү. Аттың табынсаһы төшөп ҡалған.
ТАБЫНСЫ (Р: тамада; И.: toast-master; toaster; T: sofra başkanı) и. ҡар. аяҡсы.
Мәжлесте алып барыусы; көрәгәсе. □ Тамада. Оҫта табынсы. ■ Табынсыға урын түрҙә беҙҙә. Д. Бүләков. Кунаҡ саҡырған саҡтарҙа йәшерәк хужалар гел тип әйтерлек табынсы итеп уны [Әхтәмде] ҡуялар. Б. Бикбай. Табынсы ҡом шешәнән ҡытай
сынаяҡтарына ҡыҙғылт төҫтәге шыйыҡсалар ҡойҙо. Н. Мусин.
ТАБЫН СӘЙГҮНЕ (Р.: большой заварочный чайник; И.: large teapot; T: büyük demlik) и. диал.
Сәй бешереү өсөн ҙур сәйнүк. □ Большой заварочный чайник. Табын сәйгүнен килтереү. Табын сәйгүнендә сәй бешереү. Табын сәйгүне һыуыған.
ТАБЫН ТАБАҒЫ (Р: большая чаша; И.: large bowl; T: büyük tabak) и. диал. ҡар. ҡоштабаҡ.
Ҙур табаҡ (I). □ Большая чаша. Табын табағына аш һалыу. Табын табағын йыуыу. Табын табағы бүләк итеү.
ТАБЫН ТАҪТАМАЛЫ (Р: полотенце; И.: towel; T: havlu) и. диал. ҡар. һөлгө.
Башы ҡыҙыл кизе менән сигеп эшләнгән оҙон киндер таҫтамал. □ Полотенце. Табын таҫтамалы башы. Табын таҫтамалы сигеү.
ТАБЫНЫУ (табын-) (Р: поклоняться; И.: worship; T: tapınmak) ҡ.
1. Кем йәки нимәнелер кеше аңынан һәм тәбиғәт көсөнән өҫтөн күреп, уға баш эйеү, һыйыныу. □ Поклоняться. // Поклонение (Богу, идолам, тотемам и т.п.). Аллаға табыныу. Утҡа табыныу. Тәнҫрегә табыныу. Әүлиә ҡәберҙәренә табыныу. ■ «Был тораташтарҙы ҡор аймағына килеүселәр табыныр өсөн ҡуйҙылармы икән?» — тип һораны Кинйә. Ғ. Ибраһимов.
2. Кем йәки нимәгәлер бөтә күңелде биреү, уға баш эйеү. □ Преклоняться перед кем, чем, чрезмерно почитать, раболепствовать. // Преклонение, почитание кого', раболепие перед кем. Дуҫҡа табыныу. ■ Ә ул, Юламан ҡарт, табыныу дәрәжәһенә етеп яратты ла баһа ошо оло диңгеҙҙе. 3. Биишева. Күҙҙәрендә табыныу дәрәжәһендә һоҡланыу нурҙары уйнаған сал сәсле мосафир, әкрен генә сүгәләп, фәрештә сүрә-тендәге ике балаһын ҡосаҡлап үҙенә ҡарап ҡатҡан ҡатын ҡаршыһына тубыҡланды. Т. Ғарипова. [Ишмырҙа:] Аҡсаға табыныу миңә бик күңелһеҙ күренде. Ә. Бикчәнтәев.
ТАБЫНЫУСЫ (Р: поклоняющийся (божествам); И.: worshipper; T.: tapınan kimse) и.
70