Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 673 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫЛСЫМЛАНЫУ
но. ■ Сабыйҙың сабыйы, һөтө булмаһа, яры имсәкте тылҡымай. Т. Ғарипова. Бүренең ике балаһы, ит тәмен яңы белә башлаған аҡылһыҙ ике тубырсығы, әсәләренең йәнен алырҙай итеп, буш имсәген тылҡый. Ә. Хәкимов.
3. күсм. Бер үк нәмәне күп һөйләү, баҫым яһап ҡабатлау. □ Твердить о чём, повторять (одно и то же), тараторить. ■ Ҡайҙа инде ул Ғәзизә еңгәйгә Шәкүр ағайҙың хәленә инеү — һаман үҙенекен тылҡый ҙа үҙенекен тылҡый. Ш. Бикҡол. Иртә һәм елдереп ҡайтып инергә тейешбеҙ, — тип үҙенекен тылҡыны Сәғит. С. Шәрипов.
4. күсм. Кемдеңдер яманатын һатыу, яманлап һөйләү, сәйнәү. □ Клеветать, сплетничать. И [Ниса:] Тағы ғәйбәт. Һин, Етембай, ошолай кеше тылҡыуҙан ҡасан туйырһың икән. М. Хәйҙәров.
♦ Ҡолаҡ итен тылҡыу бер һүҙҙе ҡабат-ҡабат һөйләп интектереү. □ Прожужжать все уши. Колаҡ итен тылҡып бөтөрөү.
ТЫЛҠЫШЫУ (тылҡыш-) ҡ. диал. ҡар. тығылыу 3, 4. ■ Тылҡышып йөрөмәгеҙ бында, господин поручик, — тип, Фёдор Егоров тупаҫ ҡына уны ситкә этәрҙе. В. Исхаҡов. һалдаттар барыһы ла тышта, ҡыш көндәрендә ауылда торғандағы кеүек, ҡайҙа булһа ла берәй ышыҡ ергә (келәт, лапаҫ, ҡура, өй) тылҡышмайҙар. А. Таһиров.
ТЫЛМАС (Р.: переводчик; И.: interpreter; T: tercüman) и.
Бер телдән икенсе телгә ауҙарыусы; тәржемәсе. □ Переводчик. ■ Кириллов янында йөрөгәндә, Арыҫлан тылмас Тәфкилев менән йыш-йыш осраша ине. Ғ. Ибраһимов. Воевода тоҙҙай күҙҙәре менән үҙенә аптыраған һымағыраҡ ҡарап тороусыларҙы һөҙөп ҡарап сыҡты ла һөйләй башланы. Уның ауыҙынан күҙен алмаған тылмас башҡортса аңлата барҙы. Н. Мусин. Офицер ҡаршы алыусыларҙың һүҙҙәрен руссаға ауҙарып барған тылмасҡа боролоп ниҙер әйтте. Б. Рафиҡов.
ТЫЛПЫЛДАУ (тылпылда-) (Р: болтать; И.: chatter; T.: çene çalmak) ҡ. диал. ҡар. лапылдау.
Күп һөйләү. □ Болтать, говорить много. Тылпылдап йөрөү. Туҡтамайса тылпылдау. Әй, быныһы тылпылдар ҙа йөрөр.
ТЫЛСЫМ [ғәр. (р: волшебство; И.: magic; T: büyü, sihir) и.
1. Ышаныуҙар буйынса, тәбиғи булмаған мөғжизәле үҙенсәлек; сихыр. □ Волшебство. / Волшебный. ■ [Am — Кирәйгә:] Былар бөтәһе лә һине алдап, һуңлатыу өсөн эшләгән, дейеүҙәрҙең тылсымы шулай.
3. Биишева. Ни мөғжизә, ни тылсым менәндер төн эсендә бер тапҡыр ҙа иҫенә төшмәгән Мария Тереза ҡапыл, әйтерһең, кескәй генә көслө бармаҡтары менән Любомирҙың күкрәген йыртып, уның йөрәген шартлатырҙай итеп ҡыҫып алды. М. Кәрим. Хул-хаш үҙенең ошо көндәрҙә ҡара тылсым менән уңышлы шөғөлләнә алырына ныҡ шикләнә ине. Б. Рафиҡов.
2. Үҙенә арбаған серле үҙенсәлек. □ Магия. Һүҙ тылсымы. Йыр тылсымы. Тәбиғәт тылсымы. ■ Урмановтың күҙҙәре хәйләһеҙ, әммә уларҙың бер тылсымы ла бар. М. Кәрим. Үлән тылсымын белеүсе әбейҙәр абызды дауаларға шундай ныҡ тотондолар. Б. Рафиҡов. Офоҡ, осо-ҡырыйы булмаған йыһан киңлеге лә уянып килеүсе ошо бөйөк яҡтылыҡҡа сумған, мөһабәт күркәмлектең тылсымына солғанған. Я. Хамматов.
3. Төрлө хәүефтәрҙән һаҡлау көсө булған нәмә; бетеү. □ Талисман, амулет. Тылсым итеп тағыу. Тылсым итеп йөрөтөү. ■ Мостафа күпме йылдар ҡәҙерләп йыйып килгән һәм тылсым урынына һалдат тоҡсайы төбөндә йөрөткән хаттар — Тәзкирәнең мөхәббәт хаттары. Д. Исламов.
ТЫЛСЫМЛАНЫУ (тылсымлан-) (Р: быть околдованным; И.: be given to charms; T: büyülenmek) ҡ.
Тылсым көсөнә бирелеү; сихырланыу. □ Быть околдованным. ■ Мөслим тылсымланғандай ҡатып ҡалды, сөнки уның әлегә тиклем атаһының шулай тишеп ҡарағанын күргәне юҡ ине. Р. Ғабдрахманов. Балерина партерҙағы таныш ултырғыстан тура үҙенә йүнәлтелгән утлы ҡарашҡа сумды, дөрләп китеп йәпләнде, кәлдән ҡалҡынған
22 - 1.0037.16
673