Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 674 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тылсымлы
Феникс ҡоштай тылсымланып талпынды. Й. Солтанов.
ТЫЛСЫМЛЫ (Р.: волшебный; И.: magical; T.: büyülü, sihirli, büyüleyici) с.
1. Тылсым (1) көсөнә эйә. □ Волшебный. Тылсымлы келәм. ■ [Катын — иренә:] Һине ҡыҙыл эткә өйләндергән тылсымлы сыбыҡ ана шул инде. Әкиәттән. Саматтың аяҡтары ергә теймәй ҙә кеуек, әйтерһең, тылсымлы итектәр уны уҙҙәре елтерәтеп йөротә. Яр. Вәлиев. [Көнһылыу:] Әсәй, ә Урал батырҙың тылсымлы таяғы ысын булған микән? Т. Ғарипова.
2. Тәьҫир көсө, сере менән үҙенә арбаған. □ Волшебный; чарующий, пленительный.
■ Таң ҡалам мин тауышыңа, ниндәй тылсымлы тауыш. Ш. Бабич. Икһеҙ-сикһеҙ иркен сихри моң — тылсымлы башҡорт моңо.
3. Биишева. Тауҙар, урмандар йоҡонан яңы уянған, тылсымлы нурға мансылған илаһи мәл. Ә. Хәкимов.
ТЫЛСЫМЛЫҠ (тылсымлығы) и. ҡар. тылсым 1. Тылсымлыҡ менән шөғөлләнеу. ■ Илаһи хозурлығы өҫтөнә, әкиәти тылсымлыҡ менән солғап алынған төндәрен ошолай усаҡ тоҡандырып, уның иҙрәткес йылыһында төрлө уй-хыялдарға бирелеуҙән онотолоп ултырырға ярата Әхмәтйән. И. Ноғманов.
ТЫЛСЫМСЫ (Р.: волшебник; И.: enchanter; T: büyücü) и.
Тылсым (1) көсөнә эйә булған, тылсым менән шөғөлләнгән кеше. □ Волшебник. ■ Табиптар һәм тылсымсылар ғына, ҡағандың хәстә тушәгендә икәнен ишетеп, ниндәйҙер өлөш эләктереуҙе өмөт итеп, оло урдуғаға ынтылды. Б. Рафиҡов. Куйы урмандың бер аҡланында тылсымсы йәшәгән. «Йәшлек», 26 ғинуар 2010.
ТЫЛСЫМ ЭЙӘҺЕ и. ҡар. тылсымсы.
■ Кондратий Бережной бисәһе алдында уҙен бер тылсым эйәһе итеп хис ҡылды. М. Кәрим. Малай шул саҡ донъяла акварель тигән буяу барлығын, уны тотонған әҙәм балаһы тылсым эйәһенә әуерелгәнлеген төшөнә. Й. Солтанов.
ТЫМА р. диал.
1. ҡар. тома. Тыма һуҡыр. Тыма куренмәй.
2. Тотош, тулыһынса биләп торған. □ Сплошь. Тыма ялан. Ялан тыма сәскәлек. Баҫыу тыма сәселгән.
ТЫМ АҠ (тымағы) и. ҡар. томаҡ. Башҡа тымаҡ кейеу. Тымаҡ тегеу. Төлкө тиреһенән тегелгән тымаҡ.
ТЫМАУ (Р: насморк; И.: cold, running nose; T: nezle) и.
1. Танау ҡыуышлығының лайлалы шекәрәһе елһенеүенән тын ауырлашып, сөскөрткән ауырыу. □ Насморк. ■ Баш сатнай, тымау төшкән. Д. Исламов. Тымауҙан йонсоған старателдәр бейәләйҙәре менән танауҙарын ҡаплай. Я. Хамматов. Шадринға тымау төшкән, куҙҙәренән йәш аға, танауын бер өҙлөкһөҙ тарта. А. Таһиров.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Насморк (дух болезни). Тымау тейеу. Тымау төшөу. ■ Ишекте айыу майы менән майлаһаң, тымау инмәй. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТЫМАУЛАУ (тымаула-) (Р: страдать насморком; И.: have a cold, a running nose; T: nezle olmak) ҡ.
Тымау тейеп ауырыу. □ Страдать насморком. ■ Әгәр һыуыҡ тейҙереп, тымаулабыраҡ та торған сағың булһа, бауырһаҡлы сәйҙе тирләп-бешеп эсә торғас, куңелеңдең тамам асылып, башыңдың еңеләйеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Ә. Байрамов. Мусаҡайға ҡыйын, туңа ул, өҙлөкһөҙ тымаулай. Б. Бикбай.
ТЫМАУ ТЕЙЕҮ (тымау тей-) (Р: заболеть насморком; И.: get a cold, chill; T: nezle olmak) ҡ.
Танау ҡыуышлығының лайлалы шекәрәһе елһенеүе; тымау менән ауырыу. □ Заболеть насморком, подхватить насморк. ■ Тымау теймәһен тиһәң, ҡулдарыңды йышыраҡ йыу. «Йәшлек», 15 ноябрь 2008.
ТЫМАУ ТӨШӨҮ (тымау төш-) ҡ. ҡар. тымау тейеү. ■ Ниғмәтулла ашауҙан туҡтаны, төндә тымау төшкән танауын мыш-мыш тартты. Я. Хамматов. Уф, һеҙгә тымау төшкән бит, ағаҡайым, .. һаулыҡ менән былай шаярырға ярамай, — тинем, турә маңлайын усым менән баҫып ҡарап. Й. Солтанов.
674