Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 675 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫМЫҘЫҠЛАНЫУ
ТЫМАУ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. тымау 2.
ТЫМБАҘАУ (тымбаҙа-) (Р.: слегка распариться; И.: perspire a little; T.: hafif derecede terlemek) ҡ. һөйл.
Ғәҙәттә, сәй эскәндән йәки мунса ингәндән һуң әҙ генә тирләү. □ Слегка распариться, вспотеть (обычно после бани или чаепития). Тымбаҙап ятыу. Мунсанан һуң тымбаҙап ҡалыу. Эҫегә тымбаҙау.
ТЫМБАҘЫТЫУ (тымбаҙыт-) ҡ. диал. ҡар. тымпатлау. Көн тымбаҙытты.
ТЫМБАУ (тымба-, тымбая) ҡ. диал. ҡар. тирләү 2. ■ Мунса тәҙрәһе быуланып, тым-бап тора. Экспедиция материалдарынан.
ТЫМҒЫ Л (Р: чуть тёплый; И.: tepid; T.: ılık) с. диал.
Әҙ генә йылы; йылымыс. □ Чуть тёплый, тёпленький; тепловатый. Тымғыл һыу. Тымғыл аш. Тымғыл сәй эсеу.
ТЫМЗЫЯ р. диал. ҡар. тыҡа. Тымзыя юҡҡа сығыу. Тымзыя онотоу. Элек тымзыя әйбер булмай торғайны.
ТЫМЙЫУ (тымйы-) ҡ. диал. ҡар. тонсоу I, 1. Өй эсе тымйыны. Эҫегә тым-йыу. Тәҙрәләр ябыҡ булғанға, бүлмә тымйып китте.
ТЫММАУ (тымма-) (Р: молчать; И.: be silent; T.: susmak) ҡ. диал.
Бер өн-һүҙ ҙә сығармау; өндәшмәү. □ Молчать. Бер һүҙ ҙә тыммау. Тыммай ултырыу.
ТЫМПАТ (Р: тихий; И.: tranquil; T.: sakin, durgun) с.
Болот баҫып торған елһеҙ, бөркөү (һауаға ҡарата). □ Тихий, тёплый, с облачностью (о погоде). Тымпат көн. ■ Иртәнге тымпат һауала ауыл дөрләп яна башланы. Ғ. Ибраһимов. Самолёттар күҙҙән юғалып өлгөрмәне, йөҙләгән машина гөрөлдәүе иртәнге тымпат һауаны сайратып ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ТЫМПАТЛАУ (тымпатла-) (Р: становиться тихим; И.: become still; T.: sakinleşmek, durgunlaşmak) ҡ.
Болот баҫып торған елһеҙ булыу (көн торошона ҡарата). □ Становиться тихим, безветренным, тёплым, с облачностью (о по
годе). Көн тымпатлап тора. Ямғырҙан һуң тымпатлап тора.
ТЫМСАНАЙ с. диал. ҡар. тыйнаҡ. Тъш-санай кеше. Тымсанай халыҡ. Хәҙерге йәштәр тымсанай ул.
ТЫМТЫРАҠ (тымтырағы) (Р: драгоценность; И.: jewel; gem; T: mücevher) и. диал. ҡар. зиннәт 1.
Ҡиммәтле аҫыл нәмә. □ Драгоценность. Тымтыраҡ алыу. Тымтыраҡ әйберҙәр. Тымтыраҡ бүләк итеү.
ТЫМЫҒЫУ (тымыҡ-) (Р: завариваться; И.: have brewed; T.: demlenmek) ҡ.
Томаланып, йомшаҡ ҡына бығыу. □ Завариваться, томиться, настаиваться. ■ Һүрән утта тымығып ҡына сәй беште. Й. Солтанов.
ТЫМЫҘЫҠ с.
1. ҡар. тымыҡ 1. Был көлөү, уйнап-сәсрәп, егет күңелен елкетте, унда ғына һыйыша алмайынса, тибрәлеп барып, иртәнге тымыҙыҡ һауаға таралды. Ә. Байрамов. Тымыҙыҡ сыуаҡ көндәр, «инде беҙ ҙә аҡылға ултырҙыҡ» тигәндәй, янып-көйөп, яндырып-бешереп бармай. М. Кәрим. Тымыҙыҡ һауаны ҡапыл үткенсе ел хәрәкәткә килтереп, көн әҙ генә яҡтырғандай булһа, күҙ алдымда тыуып үҫкән йортом, Ыҡ буйының моңһоу өйәңкеләре һынлана. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. тымыҡ 2. ■ Быуа йырылып, тымыҙыҡ һыу шарлап аға башлағандай булды. Ә. Хәкимов. • Тымыҙыҡ күлдә ҡорт ятыр. Мәҡәл.
3. диал. ҡар. тыныс I, 6. ■ Тымыҙыҡ ҡына, баҫалҡы, йыуаш ҡына Байғужа тарафынан шундай бер эштең эшләнеүенә мин ғәжәпкә ҡалдым. Д. Юлтый. Ғилман икеләнеп ҡалды. Ни эшләптер, күңеле бик үк тартмай ине Әхмәткә. Артыҡ ауыр холоҡло, тымыҙыҡ. Ғ. Лоҡманов.
ТЫМЫҘЫҠЛАНЫУ (тымыҙыҡлан-) (Р: становиться тихим; И.: become still; T.: sakinleşmek, durgunlaşmak) ҡ.
Тымыҡҡа әйләнеү, тымыҙыҡ булыу (көн торошона ҡарата). □ Становиться тихим, безветренным (о погоде). Тымыҙыҡланып китеү, а Өмәт иртәгеһен йоҡоһонан тор
22*
675