Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 676 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫМЫҘЫУ
ғанда, буран тамам баҫылғайны инде, һауа тымыҙыҡланып, матурланып киткәйне. Д. Юлтый.
ТЫМЫҘЫУ (тымыҙ ) (Р.: успокаивать; И.: sooth; T.: teskin etmek, yatıştırmak) ҡ.
1. Илауҙан туҡтатыу. □ Успокаивать (при плаче). Тымыҙып ҡуйыу. ■ Буҫығып-буҫығып иланы Мәүсилә, һис тымыҙа алмай йонсонолар. Д. Бүләков.
2. Тыныс хәлгә килтереү, тынысландырыу. □ Успокаивать. ■ Ҡараһаҡал, түмәрҙән күтәрелеп, бер аҙ өндәшмәй торҙо. Бына-бына тышҡа бәреп сығырға торған асыуын тымыҙып, көлөмһөрәне. Б. Рафиҡов.
3. Ниҙеңдер барышын, ағышын туҡтатыу. □ Остановить. Тымыҙып алыу. ■ Ҡанды көскә тымыҙып, битте йыуырға һыу эҙләп киттем. Б. Рафиҡов. Башаҡ ыуып тотолған әсә кеше, илай-илай йүгерекләп, бахырҙарҙың танауҙарына сепрәк бөкөләр тыға — ҡан урғылыуын тымыҙырға тырыша. Й. Солтанов.
ТЫМЫЙЫҠ с. диал. ҡар. тымыҡ. Тымыйыҡ көн. Тымыйыҡ күл өҫтө. Тымыйыҡ һауа.
ТЫМЫҠ (Р: тихий; И.: stili; T: sakin) с.
1. Тыныс, тын; елһеҙ. □ Тихий, спокойный; безветренный. ■ Тымыҡ, ҡояшлы көндәрҙә Талҡаҫ күле иҫ киткес матур була шул.
3. Биишева. Сыбыртҡы шартлаған ыңғайға тымыҡ урман яңғырап ҡалды. Ж. Кейекбаев. Тымыҡ кистәрҙә Ҡәҙриә менән өләсәһе өй алдындағы баҡсаға сығып ултырырға ярата торғайнылар. Т. Ғарипова.
2. Бик яй аҡҡан йәки тулҡынһыҙ тыныс ятҡан (йылғаға, ағымға ҡарата). □ Тихий, спокойный (о реке, течении). ■ Тымыҡ ятҡан күл боҙоноң аҫты-өҫкә килде. И. Ғиззәтуллин. Тымыҡ тулҡындар өҫтөндә аҡ елкәндәр тирбәлә. Д. Исламов. Ябалаҡ урамының өйҙәре тал ҡыуаҡтары араһына боҫҡан тымыҡ Тимәшәү күленә табан теҙелгән. Яр. Вәлиев.
ТЫМЫЛЫУ (тымыл-) ҡ. диал. ҡар. тымыу I, 1, 3. Бала тымылып киткән. Буран тымылған. Илауҙан тымылыу.
ТЫМЫРҒАН с. диал. ҡар. томра. Тымыр-ған көн. Тымырған һауа. Өй эсе тымырған.
ТЫМЫРҺЫҠ с. диал.
1. ҡар. тымпат. Тымырһыҡ төн. Тымыр-һыҡ көндө кәйеф тә бик күтәренке түгел. Тымырһыҡ көндә бесән сабыуы еңел.
2. күсм. Уй-ниәтен һиҙҙереп бармаған, йәшерен эш итеүсән; аҫтыртын. □ Скрытный (о человеке). Тымырһыҡ кеше. Кейәү кеше бик тымырһыҡ булды. Килен бигерәк тымырһыҡ, ауыҙынан бер һүҙ алып булмай.
ТЫМЫУ I (тым-) (Р: утихать; И.: calm down; T: dinmek, yatışmak) ҡ.
1. Булыу көсө кәмеп туҡтау, баҫылыу, тыныу (ел-ямғырға ҡарата). □ Утихать, затихать (о природных явлениях). Тыма төшөү. ■ Сәй эсеп бөтөүгә, ямғыр тыма башланы. Д. Бүләков. Буран нисек ҡапыл башланһа, шулай тиҙ тымды. Т. Ғарипова. Ел бер тымып, бер ҡалҡып торҙо ла, дүртенсе көндө ҡотороп, көслө дауылға әйләнде. И. Ғиззәтуллин.
2. Бөтөү, туҡтау, ишетелмәй башлау (тауышҡа ҡарата). □ Утихать, затихать (о звуках). Тымып ҡалыу. ■ Аласыҡ янынан дөп-дөп баҫып үткән тояҡ тауышы ла тымды. А. Абдуллин. Ҡараңғы төшөүгә, Өйәңке урамдары тымып ҡалды. Б. Рафиҡов. Һөйләшеү тымды. Й. Солтанов.
3. Илауҙан туҡтау; шым булыу. □ Переставать плакать, утихать. Тыма төшөү. Тымып ҡалыу. Бала илауҙан тымды. ■ Фәйрузова ҡаты өндәшкәс кенә, Сәмиға илау-һыҡтауҙан тымды. Ш. Янбаев.
ТЫМЫУ II (Р: молвить; И.: address smb; T.: demek, hitap etmek) ҡ. диал.
Кемгәлер һүҙ ҡушыу, мөрәжәғәт итеү; өндәшеү. □ Молвить. Ололарға тымыу. Әсәйгә тымыу. Балаға тымыу.
ТЫН I (Р: дыхание; И.: breath; T.: soluk) и.
1. Тере йән эйәләренең эскә кислород, тышҡа углекислый газ сығарыуы; үпкә аша һауа йөрөшө; һулыш. □ Дыхание. / Дыхательный. ■ Аяҡ-ҡулдарының хәле бөтөп, тамырҙары тартыша башлаған һәм үпкәһенә тын етешмәгән Йәмилгә шул саҡ әллә ҡайҙан яңы көс өҫтәлде. Р. Байбулатов. Ҡыҙҙың ҡайнар тыны Камилдың йөҙөнә килеп бәрелде. Ә. Вәли.
676