тын
2. кусм. Ауыҙҙан сыҡҡан тауыш, өн. □ Звук. Тыныңды ла сығарма, шым ғына ултыр. Я Өсөнсө көн инде беҙҙең Будапешт-тағы радистканың тыны сыҡмай. И. Абдуллин. Бөгөн дәрес алдынан Исмәғил ҡаты бойороҡ бирҙе: — Тынығыҙ сыҡмаһын, малайҙар! Яр. Вәлиев.
3. кусм. Эске ниәт, йәшерен уй, теләк. □ Намерение. / Намеренный. ■ Рәхимә ҡартының .. тынын яҡшы һиҙҙе. Шуға курә уның ыңғайына һыпыра, һ. Дәүләтшина.
4. кусм. Ниҙеңдер һауа йөрөшө менән таралған шауҡымы, һулыш. □ Дыхание. Я Иллә-мәгәр көҙгө төндөң һалҡын тыны барыбер һиҙелә ине инде. Ә. Байрамов. Баҫыу-ҙарҙағы һарғылт ҡамыл ҡояшта емелдәй, миләш тәлгәштәре уттай янып тора, тауҙарҙан йылы тын бөркөлә — йәй уҙенең кур-кәмлеген юғалтмағайны әле. А. Абдуллин. [Еуешуҙән йылғаһының] дымлы саф тыны ҡалҡыулыҡ тубәһенә лә килеп бәрелә. Р. Байымов. Март аҙағы, ә яҙҙың тыны ла һиҙелмәй. 3. Биишева.
5. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, кеше йәндәренең береһе. □ Душа, дух (по представлениям башкир, одна из душ человека, с выходом которой человек умирает ). Тынын сығарыу. Тынды аҡҡа сығарыу кәрәк.
♦ Тын алырға <ирек> бирмәү 1) ныҡ ҡыҫыу, ҡыҫырыҡлау. □ Теснить, не давать покоя кому. Я Партизандар тын алырға ирек бирмәй дошманға. Ә. Байрамов. Икенең береһе: йә Нурисламов менән дуҫлашырға, йә уны төрлө яҡлап «ҡыҫырға», тын алырға ирек бирмәҫкә. X. Ғиләжев; 2) бик ныҡ ашыҡтырыу. □ Торопить, подгонять кого. Я Рәхимә менән Ғәзимә, байҙың шул ҡушыуы буйынса, йәйләуҙәге бөтә кешене тын алырға бирмәй йугерттеләр. Һ. Дәүләтшина; 3) ял, ара бирмәү. □ Не дать передохнуть. Я Ҡурайсы уйнап торған көйөн ҡапыл ғына туҡтатты ла, тын алырға ла ирек бирмәйенсә, йөрәк елкендергес «Ҡара юрға»ны һыҙҙырып ебәрҙе. Р. Байымов. Докладтан һуң, тын алырға ла ирек бирмәй, һорауҙар яуҙырырға тотондолар. Яр. Вәлиев. Тын алышы кемдеңдер уй-
ниәте, теләге. □ Намерение, желание, Я [Батырша] халыҡтың тын алышын тыңлап, куңеленә һалып йөрөй. Ғ. Хөсәйенов. [Алдарбай — аҡһаҡалдарға:] Беҙҙең волос кешеһе, бутәндәрҙең тын алышын белешеу өсөн, Ҡазан, Уса юлдары яғында йөрөп ҡайтырға сығып китте. Н. Мусин. Тын да алмай 1) ҙур иғтибар менән. □ Затаив дыхание, дух; с большим вниманием. Тын да алмай тыңлау. Я Ғилман уҡытыусы һуҙен бөтөрҙө, Сәлих уның һуҙен тын да алмайынса тыңланы һәм, һөйләп бөткәс тә, иркен итеп тын алып ебәрҙе. С. Агиш. Әхмәтзәки, сабый бала һымаҡ, тын да алмай кинәнеп, оҙаҡ тамаша ҡылды был уйынды. Р. Байымов; 2) туҡтап тормайынса, бер тында. □ Без передышки. ■ Малай кубекләнеп торған һөт менән тулған туҫтаҡты ике ҡуллап тота, ауыҙына килтерә, тын да алмай эсеп бөтөрөргә уҡтала, әммә кире уйлай, ҡапҡаға йунәлә. И. Абдуллин. Миңнулла керпек тә ҡаҡмайынса, тын да алмайынса уйлана. Р. Ғабдрахманов. Тынды ҡурыу тын алышын ауырлаштырыу; тынды ҡыҫыу. □ Захватывать дух, перехватывать дыхание. ■ Ҡоро haya тынды ҡура. 3. Биишева. Тынды ҡурырлыҡ һалҡындар куҙ асҡыһыҙ бурандар менән алмашынды. Ә. Байрамов. Ҡоро саң тулған эҫе һауа тынды ҡурып бара. Ә. Бикчәнтәев. Тынды үрә алыу 1) тынды ауыр алыу, ҡыйынлыҡ менән һулау. □ Дышать с трудом; 2) ғорур, һауалы ҡиәфәт менән ултырыу. □ Сидеть надменно, гордо. Тынды урә алып ултырыу. Тынды урә алып һөйләу. Тын менән тартып {йәки һурып) алырҙай булыу ныҡ һағынып, күрге килеү. □ Сильно тосковать, жаждать встречи. Я Шәһәрбаныу ҡыҙының ҡайтҡанын йөрәкһеп, тыны менән тартып алырҙай булып көттө. Т. Ғарипова. [Кәбир:] Дилбәр! Тыным менән һурып алырҙай булып һине көтәм! Яр. Вәлиев. Тын сығыу үлеү. □ Умереть, соотв. Испустить дух. Тыны ла сыҡмай кеше үҙен бик баҫалҡы, йыуаш тотҡанда әйтелә. □ Тихий, молчаливый (о человеке), соотв. Тише воды, ниже травы. Я [Ямаҡаев:] Өйҙә тыны ла сыҡмаған бала, мәктәпкә килдеме, боҙола башлай. Яр. Вәлиев.
677