тын
ТЫН II (Р.: тихий; И.: stili; T.: sakin) с.
1. Шау-шыу, тауыш булмаған, тынлыҡ урынлашҡан; елһеҙ. □ Тихий, спокойный, бесшумный, безветренный. ■ Полк утә һаҡ, тын урман һуҡмаҡтары буйлап ҡына хәрәкәт итте. Р. Байымов. Вагон тәҙрәһе аша төрлө ҡалалар һәм тын станциялар куренеп ҡала. Ә. Бикчәнтәев. Тын һәм йылы йәйге кистә бейек арыш эсенән һуҙылған тар юлдан уйланып атлау уҙе генә лә иҫ киткес рәхәт ине. Яр. Вәлиев.
2. Бик яй хәрәкәтле йәки хәрәкәтһеҙ; тыныс. □ Тихий, спокойный, бесшумный. ■ Нур, купер өҫтөндә туҡтап, һынған тотонғосҡа таянып, тын ғына аҡҡан йылғаға ҡарап торҙо. И. Абдуллин. Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән, яр ситтәре лә шул ҡомло икән. Халыҡ йырынан. Юлдыц яҡ-яғында куңелле аҡ ҡайындар, тын йылғалар, яҙғы һыу баҫа торған болондар, яҡты баҫыуҙар, артҡа ағылған һымаҡ, куҙгә сағылып ҡына ҡалалар ине. Ә. Бикчәнтәев.
ТЫН III (Р: ненаезженная после бурана (о дороге)', И.: rot rutted, snow covered; T: karla kaplı (yol) с.
Тапалып таҡырланмаған, көртлө (юлға ҡарата). □ Ненаезженная после бурана (о дороге). ■ [Директор — Рамаҙанға:] Эшең ҡабалан булғас, китерһең инде. Тик бына юл бик тындыр бит әле. Н. Мусин. Ауыл менән Ҡолсора араһын Ҡадирға оҙаҡ ҡына барырға тура килде, һаман буран, юл тын. Б. Бикбай. Көрт баҫҡан тын юл елергә ирек бирмәне. И. Ғиззәтуллин.
ТЫН IV (Р: нераспаханный; И.: fallow; T: sürülmemiş) с.
Һөрөлмәй ҡалған (ергә ҡарата); һөрөлмәгән. □ Нераспаханный. Тын ер. Тын баҫыу. Тын булып ҡалған яландар.
ТЫН V (Р: откормленный на воле; И.: fattened on a pasture; T: çağırda semirtilen (evcil hayvan) c.
Иркен йөрөп һимертелгән (малға ҡарата). □ Откормленный на воле (о домашнем скоте). Буш йөрөгән тын мал. ■ Бығауҙа торған тын ат шул тиклем сабыуға туҙәме ни? Ат аяғын һуҙған. Б. Бикбай.
ТЫН VI (Р: немолотый (о зерне)', И.: not ground; T: övütülmemiş (tahıl) c.
1. Тартылмаған, ваҡланмаған, бөтәү (ашлыҡҡа ҡарата). □ Немолотый (о зерне). Тын арыш. Тын бойҙай. Тын ем.
2. һөйл. Ярмаһы бешеп иҙелмәгән (ашҡа ҡарата). □ Неразваренный (о крупе в супе, каше). Тын бутҡа. Аштың дөгөһө тын булған.
ТЫН VII (Р: одна из сплетённых, ссученных ниток; И.: kind of cord, single cord; T: örülmüş şeyin bir teli) и.
Ишкән, сиратҡан бау кеүек нәмәнең бер ҡаты. □ Одна из сплетённых, ссученных ниток. Өс тындан ишкән арҡан. Ҡалын тынлы бау. Ике тындан торған еп. Ҡороҡ ике тынлы итеп ишелә лә өсөнсөгә тағы уткәреп сығыла.
ТЫН VIII и. ҡар. тына. ■ Яланыраҡ ерҙе бер тында утәбеҙ ҙә ҡаҡ юлдан тәрән уҙәккә төшөп китәбеҙ. Д. Шәрәфетдинов. Политрук иптәш мылтыҡты уҙе алды ла өс патронды бер тындан атты ла ебәрҙе. Н. Ҡәрипов.
ТЫН IX р. диал. ҡар. тыҡа. Тын булманы был ерҙә айыуҙар.
ТЫНА (Р: промежуток времени от одной передышки до другой; И.: time interval; T: iki paydos arası) u.
һан менән килеп, бер туҡтағандан икенсе туҡтағанға тиклемге эш-хәрәкәт ваҡытын белдергән ара. □ Промежуток времени от одной передышки до другой (при работе и т. п.). Бер тына эшләу. Ике тына ял итеу. ■ Диванда һыңар туфлиҙы тотоп бер тына уйланып ултырғандан һуң, Фәйрузә телгә килде. Д. Бүләков. Бейеш тултыра ҡойолған ҡымыҙҙы бер тынала һемерҙе лә туҫтағын тағы, тағы һондо. Я. Хамматов.
ТЫН АЛҒЫСТАР (Р: дыхальца; И.: respiratory orifices; T.: solunum deliği) и. анат.
Бөжәктәрҙәге һулыш ала һәм һауалағы саңды тотоп ҡала торған ваҡ ҡына тишектәр. □ Дыхальца. Бал ҡорттарының тын алғыстары.
ТЫН АЛЫУ (тын ал-) (Р: дышать; И.: breathe; T.: nefes almak) ҡ.
678