тынғы
1. Үпкәгә һауа алыу, һулыш алыу □ Дышать. ■ Ҡамыш аша тын алыу Азат өсөн иң ауыры булды. Ә. Бикчәнтәев. Нур, уҡып бөткәс, тын алырға ҡурҡып, Мирғәсимгә табан ҡараны. И. Абдуллин.
2. бот. Кислород үҙләштереү (үҫемлектәргә ҡарата). □ Дышать, поглощать кислород (о растениях). ■ Ағастар ҙа тын алып, ирәбеләнеп киткәндәй күренделәр. Ғ. Аллаяров. Япраҡтары менән ул [үҫемлек] һауанан тын ала, тамырҙары менән ерҙән аҙыҡ, һыу ала. 3. Биишева.
3. күсм. Ял итеү. □ Отдыхать. Тын алмай эшләү. ■ Оҙаҡ дәрес әҙерләп ултырғандан һуң, әҙерәк тын алайым тип, коридорға сыҡтым. Ә. Вәли. Аҙ ғына тын алалар ҙа йәнә йүгерәләр [Гобар менән Камалов]. И. Абдуллин.
4. күсм. Еңеллек һиҙеү. □ Почувствовать облегчение. ■ Барыһы ла иркен һулап тын алды. Ғ. Аллаяров. Икенсе делегатка итеп Бәҙәр һайланды. Йыйылыш иркен итеп тын алып ебәрҙе. С. Агиш. Ауыр йөк төштө өҫтән, [Малик исемле малай менән мин] иркен тын алдыҡ. Б. Бикбай. Йәғәфәров, хәбәрҙең бөтөнләй икенсе яҡҡа боролоп китеүен тойоп, еңел тын алып ҡуйҙы. Д. Бүләков.
5. күсм. Фекер йөрөтөү, эш итеү. □ Намереваться, желать. Заман менән бергә тын алып йәшәргә кәрәк.
ТЫНАНАН (Р.: на одном дыхании; И.: simultaneously; T.: bir solukta) р. диал.
Бер тынала, бер юлы. □ На одном дыхании. Тынанан эшләп ҡуйҙым. Бер тынанан әйтеп һалыу. ■ Ғәлимйән хажи, тулыр-тулмаҫ сеүәтәне бер тынанан эсеп бөткәс, тәрилкәләге тоҙланған кәбеҫтәгә үрелде. Р. Өмөтбаев.
ТЫН АТАҺЫ (Р: дух дыхания; И.: spirit of breath; T.: Soluk iyesi) и. миф.
Тын эйәһе. □ Дух дыхания. Тын атаһын ризалатыу. Тын атаһына ҡорбан килтереү. Тын атаһы ҡорбан һорай.
ТЫН БӨТӨҮ (тын бөт-) ҡ.
1. ҡар. тын быуылыу 1. Н Ҡара сәсле ҡыҙ, тыны бөтөп, атаһы эргәһенә йүгереп керҙе. Ә. Байрамов.
2. күсм. Хәл бөтөү, арыу. □ Выбиться из сил. М Гобарҙың ғына түгел, Ҡамалованың да тыны бөттө. И. Абдуллин.
ТЫН БЫУЫЛЫУ (тын быуыл-) (Р: задыхаться; И.: suffocate; T: nefesi kesilmek) ҡ.
1. Тын алыуы ауырлашыу. □ Задыхаться; страдать одышкой. // Одышка. ■ Байгилде ағай, тамам тыны быуылып, ҡапҡаға ташланды. 3. Биишева. Тын юлы быуылып, күҙ алдары ҡараңғыланған егет, салҡатан барып төшөп, иҫен юғалтты. И. Ғиззәтуллин. Ғөбәйҙуллин тамам хәлһеҙләнде. Күҙ алдында өйрөлгән ҡара ҡыҙғылт түңәрәктәр ҡуйырҙы, башы әйләнде, тыны быуылды. Я. Хамматов.
2. Ниндәйҙер хис, кисерештән тын алыуы ауырлашыуы. □ Задыхаться (от каких-л. чувств, переживаний). ■ Гөлбаныуҙың ғәрлегенән тыны быуылды: мәсхәрә итә бит Ихсанбай, күрәләтә көлә!.. Т Ғарипова. Мөйөштә иптәштәре араһында боҫоп торған Әхәттең асыуҙан тыны быуылды. 3. Биишева. «Бына ҡорос нәмә эшләтә!» — тип өҙлөкһөҙ ҡабатланы ул [Гәрәй] һәм ярһыуҙан тынына быуылды. Б. Бикбай.
ТЫНҒА БАРЫУ (тынға бар-) (Р: гадание; И.: augur; T: fal açmak) и. этн.
Эш-хәлдең булыр-булмаҫын алдан фараз-лау, юрау. □ Гадание. ■ Кеше эштең килеп сығыуына икеләнһә, теләк теләп, сит кеше өйөнә тынға барған. Халыҡ ижадынан.
ТЫНҒА СЫҒЫУ (тынға сыҡ-) и. ҡар. тынға барыу. ■ Йәштәрҙең күңеле күтәренке: тәҙрәләрҙе ябып, ишекте бикләгәс, усаҡ тултырып ҡоро имән утыны яғып, ҡаҙан аҫып ебәрҙеләр ҙә, ҡыҙыҡ эҙләп, тынға сығып киттеләр. Ф. Чанышева.
ТЫНҒЫ (Р: покой; И.: rest; T: rahat, huzur) и.
Тән һәм йән тыныслығы, тынғылыҡ. □ Покой, спокойствие. М һәнәрсе бер ҡасан да тынғы белмәгән, эшенән бер ҡасан да ҡәнәғәт булмаған, һәр ваҡыт эҙләнгән, өйрәнгән.
3. Биишева. Гөлзифа, минән ниндәйҙер мәрхәмәт, ошо минутта уның йөрәгенә тынғы килтерә торған, ул ғына теләгән тылсымлы,
679