Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 680 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫНҒЫ БИРМӘҮ
өмөтлө һуҙ әйтеуемде көтөп, ауыҙыма ҡарап ҡатты. Ш. Бикҡол. Килгәне бирле тынғы белмәй Хөрмәт. Яр. Вәлиев. Барсынбикәнең һиллеккә сарсаған куңеле, ахыр килеп, ошо йортта тынғы тапҡандай. Р. Ғабдрахманов.
ТЫНҒЫ БИРМӘҮ (тынғы бирмә-) ҡ. ҡар. тынғыһыҙлау. ■ Саръян куңеленә тынғы бирмәгән куптәнге уй-тойғоларын баш инженер менән уртаҡлашты. Ә. Байрамов. Томра булыуға ҡарамаҫтан, серәкәйҙәр, тағы әллә ниндәй бөжәктәр тынғы бирмәй. Р. Байымов.
ТЫНҒЫ КҮРМӘҮ (тынғы күрмә-) ҡ. ҡар. тынысһыҙланыу. ■ Йылҡы, йылҡы, Йылҡыбай .. тынғы курмәй мал менән. Халыҡ йырынан. Билал отряды ул көндө кискә тиклем тынғы курмәне. А. Таһиров.
ТЫНҒЫ КҮРҺӘТМӘҮ (тынғы күрһәтмә-) ҡ. ҡар. тынғы бирмәү. Баштағы төрлө уйҙар тынғы курһәтмәй. ■ Нәфисә куҙен алартып, ауыҙын йырып көлә, ағаһын ирештереп бер була ине. Гөлбаныуға ла тынғы курһәтмәне. Ш. Янбаев.
ТЫНҒЫЛЫҠ (тынғылығы) и. ҡар. тынғы. ■ Мөхәмәттең куңеленә тынғылыҡ бирмәгән уйҙар бөгөн, гуйә, тышҡа бәреп сыға башланы. Р. Байбулатов. Донъяны ҡаплап алған сәйер тынғылыҡ станциянан алыҫлашҡан һайын уҙен нығыраҡ һиҙҙертә бара. Ш. Бикҡол. Яланда юлға ҡар һалған урындар байтаҡ ҡына булһа ла, Азаматов атына тынғылыҡ бирмәне. Ә. Вәли.
ТЫНҒЫҺЫҘ (Р: беспокойный; И.: restless; indefatigable; T.: yerinde durmaz) c.
1. Тыныс тормаҫ, тынғы белмәҫ; тынысһыҙ. □ Беспокойный; неугомонный, непоседливый. ■ Тынғыһыҙ кеше бер генә минут та тик ултырырға яратмай. И. Абдуллин. Маня тынғыһыҙ ҡыҙ булып сыҡты. Ә. Бикчәнтәев. Ике тынғыһыҙ йән — Һаҙый менән Таһирҙың тырышлығы арҡаһында быйыл «Оло Юл» урып йыйыу эштәрен ут-кән йылдарға ҡарағанда байтаҡҡа алданы-раҡ тамамланы. И. Ғиззәтуллин.
2. Тынып тормаған, һәр ваҡыт хәрәкәттә булған. □ Беспокойный, бурный, бурливый, бушующий. ■ Тынғыһыҙ шишмә буйлап һуҡмаҡ һуҙыла, урыны-урыны менән ул
соҡорҙар аша ла утә. Ә. Бикчәнтәев. Йондоҙҙарҙың һалҡынса емелдәуе тулҡындар менән шаҙраланған тынғыһыҙ һыу өҫтөндә сағыла. Я. Хамматов. Тынғыһыҙ океан булып йырҙарҙа ҡалһын йөрәк. М. Харис.
3. Тынғы бирмәгән, мәшәҡәтле. □ Беспокойный, хлопотный. ■ Тынғыһыҙ, яуаплы һәм мәшәҡәтле эш ул — ауыл хужалығы районының «хужаһы» булыу. И. Абдуллин. Ҡотлобаев район эшенең, бигерәк тә йәйге осор етһә, нисек тынғыһыҙ икәнлеген әҙерәк ишетеп-куреп белә. Д. Бүләков. Таһирҙың тынғыһыҙ уйҙары, әйтерһең дә, ҡар туҙандары менән осоп юғалды. Р. Байбулатов.
ТЫНҒЫҺЫҘЛАНЫУ (тынғыһыҙлан-) (Р.: беспокоиться; И.: trouble (about); T: endişelenmek) ҡ.
Тынғыһыҙ булыу, борсолоу. □ Беспокоиться. ■ Бишектәге сабый, атаһы менән тәу тапҡыр курешеуҙең шулай ҡыҫҡа булыуынан ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, байтаҡ ваҡыт тынғыһыҙланып, иламһырап ятты. Ә. Байрамов. Дошман менән бәрелешеу мәле яҡынлауын тойғандан аҙаҡ, Алдар батыр уҙе лә тынғыһыҙланды. Н. Мусин. Туплауҙа торған малдар, ҡайтыр ваҡыт етеуҙе һиҙепме, тынғыһыҙлана башланы. В. Исхаҡов.
ТЫНҒЫҺЫҘЛАУ (тынғыһыҙла-) (Р: беспокоить; И.: worry; trouble, disturb; T: rahatsız etmek) ҡ.
Тыныслыҡ бирмәй борсоу; тынысһыҙлау. □ Беспокоить. // Беспокойство. ■ Ғайса эскәмйәгә ултырҙы, һәм уны төн буйы ыҙалаған уйҙар ҡабатлап тынғыһыҙлай башланы. Н. Мусин. Төндө тынғыһыҙлаусы тартай ҙа тынған мәл. Д. Шәрәфетдинов. Мәймунәне мәктәп директорына, ата-әсәләр йыйылышына саҡырып тынғыһыҙлауҙар ҙа кубәйә башланы. Б. Бикбай.
ТЫНҒЫҺЫҘЛЫҠ (тынғыһыҙлығы) (Р: беспокойство; И.: disquetude; T.: rahatsızlık) и.
Төрлө уй, мәшәҡәт, эш арҡаһында булған борсоулы хәл. □ Беспокойство; непоседливость. ■ һуҙгә ҡушылған Миңъямал әбей тынғыһыҙлығына, ял итмәуенә зарлана башланы. X. Ғиләжев. Яуҙа йөрөгәндә, юҡты-
680