ТЫНСЫУ
барҙы уйларға ваҡыт юҡ, яуҙан ҡотолоп, башҡайҙарың тыныс көндәргә сыҡтымы, күңелде тынғыһыҙлыҡ ҡорто кимерә башлай. И. Ғиззәтуллин.
ТЫНДЫРЫУ (тындыр”) (Р.: успокаивать; И.: calm down; T.: teskin etmek) ҡ.
1. Төрлө кисерештәрҙән арындырып, тыныс хәлгә килтереү; тынысландырыу □ Успокаивать. ■ Йә Хоҙай, үлтер мине, тындыр мине, тип сир көтә [бабай/. Ш. Бабич.
2. Эш-хәрәкәттән туҡтатып ял иттереү. □ Дать отдохнуть. ■ Әсәйем .. туҡтауһыҙ эшләп арыған тәндәрен тындырырға уйлап тора ине. С. Ҡудаш. Бер яланда биш минутҡа туҡтап тындырҙылар һалдаттарҙы. А. Таһиров.
3. Тыныслыҡта ҡалдырыу, борсоп интектермәү. □ Оставлять в покое. ■ Уйҙар тындырмайҙар әсәне. Б. Бикбай. Шайтан Алдарҙы тындырмай, ҡайҙа барһа ла, тегенең алдына килә лә сыға, ти. Көләмәстән.
ТЫНЙЫРАУ (тынйыра-) (Р.: мешаться;
И.: be in one’s way; T: mani olmak) ҡ.
Кемгәлер ҡамасаулау, буталыу. □ Мешаться. Эргәлә эшләргә бирмәй тынйырап йөрөу. Тынйырап тороу. Балалар бесәнселәргә тын-йыраны.
ТЫНЙЫУ I (тынйы-) ҡ. диал. ҡар. тынсыу I, 1. Бәләкәй бүлмә тынйыған. ■ Айҙар буйына карауатта бәйләнеп һалынғандай, тынйыған һауа еҫкәп, ҡуҙғала алмай ятҡандан һуң тышҡа сығып йөрөу минең ул ваҡыттағы хыялымдың иң тубәһе ине. Ш. Бикҡол.
ТЫНЙЫУ II с. диал. ҡар. тынсыу II, 1. Тынйыу һауа.
ТЫН-ҠАРЫУ (Р: выдержка; И.: endurance; T: dayanıklılık) и. йыйн.
Йөрәк тибешенә, тын иркенлегенә бәйле сыҙамлыҡ. □ Выдержка, выносливость. ■ [Ҡайһы бер] йугеректең тын-ҡарыуы бары дурт-биш саҡрымға ғына етә. С. Кулибай.
ТЫН ҠУРЫЛЫУ (тын ҡурыл ) ҡ.
1. ҡар. тын быуылыу 1. ■ Рамаҙандың тамағы кипте, тыны ҡурылды, шыбыр тиргә батты. Р. Низамов. Тауға менгән саҡта тын ҡурыла, күкрәк ҡыҫыла. Ғ. Хәйри. Иртән Заһит тыны ҡурылып уянды. Яр. Вәлиев.
2. ҡар. тын быуылыу 2. ■ Байрастың ҡапыл тыны ҡурылғандай булды, хәле бөттө, һәм ул тауыш-тынһыҙ ғына ҡыҙ янына бөгөлөп төштө. 3. Биишева.
ТЫН ҠЫҪЫЛЫУ (тын ҡыҫыл-) ҡ.
1. ҡар. тын быуылыу 1. Ш Ҡамалованың инде хәле бөттө, тыны ҡыҫылды. И. Абдуллин. Тора-бара Көнһылыу инәйҙең генә хәле күҙгә күренеп мөшкөлләнде. Уның тыны ҡыҫылыу ы көндән-көн көсәйҙе. М. Садиҡова. Бер көйгә генә барһаң, бер аҙҙан тын ҡыҫылыу бөтөп, күкрәк иркенәйеп китә. Р. Ханнанов.
2. ҡар. тын быуылыу 2. II Яновтың зәһәрләнеүҙән тыны ҡыҫыла башланы. Яр. Вәлиев.
3. кусм. Йәшәү, эшләү мөмкинлеге тарайыу, ауырлашыу. □ Подавляться, затрудняться. Барған һайын ябай халыҡтың тынын ҡыҫалар.
ТЫНЛЫ (Р.: духовой; И.: wind; T: nefesli) с.
Өрөп уйнай торған (музыка ҡоралдарына ҡарата). □ Духовой. М Зал түрендә тынлы оркестр шаңғыртып вальс һыҙҙыра, көҙгөләй ялтыр иҙән буйлап аллы-гөллө кейенгән йәш-елкән бәүелә. Й. Солтанов. Бәләкәйерәк тальяндар ике тынлы, хаҡы ла осһоҙораҡ икән. Б. Ноғоманов. Төрлө халыҡтарҙың тынлы музыка ҡоралдары араһында ҡурайҙың уҙенә яҡыныраҡ ҡәрҙәш-ырыуҙары бар: һыбыҙғы, свирель, жалейка, һорнай, флейта, кларнет, борғо, зурна һ.б. Ғ. Хөсәйенов.
ТЫНЛЫҠ (тынлығы) (Р.: тишина; И.: stillness; T: sessizlik) и.
Тауышһыҙ тып-тын хәл. □ Тишина, покой. ■ Өйҙө тағы мәмерйәләге шикелле ҡараңғылыҡ, шундағы кеуек ук тынлыҡ баҫты. Т. Ғарипова. Бөтә ерҙә тынлыҡ, именлек хөкөм һөрә. 3. Биишева. Ҡапыл, иртәнге тынлыҡты ярып, трактор эшкә тотондо. Б. Бикбай.
ТЫНСЫУ I (тынсы-) (Р.: становиться душным; И.: become stuffy; T: boğucu, ağır kokmak) ҡ.
1. Ел теймәй томаланып тороуҙан һауа насарланыу; тонсоу. □ Становиться душным.
681