Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 682 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫНСЫУ
Тынсыған булмә. Тынсыған зал. Студенттар менән шығырым аудитория тынсыны. ■ Өй эсе ҡаҙандан сыҡҡан быу, тәмәке төтөнө, кеше тыны менән эҫеп, тынсып китте. һ. Дәүләтшина.
2. Томаланыуҙан еҫлегә әйләнеү, һаҫыу; тонсоу. □ Вонять, протухнуть. Тынсыған еҫ. Кулде ҡамыш баҫты, тынсыны. ■ Ғәжәп ҡылып, мин баҡтым һыуҙың мукләнеуенә. Тынсып бөткән урында йылан төпләнеуенә. Т. Ҡарамышева.
ТЫНСЫУ II (Р.: душный; И.: stuffy; Т: havasız, bunaltıcı) с.
1. Кислород аҙ булыуҙан тын алыу өсөн ауыр булған, тынды тарыҡтырған, тонсоу.
□ Душный, затхлый. ■ Өйҙә һалҡын, куңел-һеҙ һәм куңелде болғатырлыҡ тынсыу һауа. И. Абдуллин. Хәмәт, тынсыу булмәнән һалҡынса саф һауаға сыҡҡас, иркен тын алды һәм бөтә тәнендә еңеллек тойҙо. Б. Бикбай. Больницаға ятырға тигәйнеләр ҙә, Рәйфәнең ингеһе килмәне, тынсыу палатала ятҡансы, өйҙә ултырам, тине. Р. Солтангәрәев.
2. һөйл. Һаҫыған, һаҫыҡ (һыуға ҡарата).
□ Протухший (о воде). Тынсыу һаҙ. Тынсыу кул. ■ «Аврора» көбәге ҡубарытҡан дәһшәтле туғыҙынсы вал тонйорауыҡ Култыҡҡа ла бәреп кергән һәм уның тынсыу һыуҙарын, аҫтын-өҫкә өйләндереп, ер тетрәгәндәй сай-ҡалтҡан. Й. Солтанов.
3. кусм. Ниндәйҙер үҙгәреш, яңырыш кисермәй баҫылып ятҡан, торғонлоҡ кисергән. □ Отсталый, застывший. Тынсыу заманалар. Тынсыу мәл. Тынсыу ил. Быуаттар төпкөлөнөң иң тынсыу ҡараңғылығы.
ТЫНСЫУ III (тынсы-) ҡ. һөйл. ҡар. тынысланыу 1. ■ Ойоп ятҡан Хисмәтулла, йәрәхәте һыҙлауҙан тынсып, тәуге тапҡыр куҙҙәрен йомдо. Я. Хамматов. Һағауылда тороусылар бер аҙға тынсып ҡалды. Әммә оҙаҡҡа тугел. И. Ноғманов.
ТЫНСЫУ IV (тынсы-) (Р: тухнуть (о мясе)\ И.: go bad, become rotten; T.: kokmak (et hakkında) ҡ.
Иҫкереп боҙолоу, еҫләнеү (иткә ҡарата); һөрһөү. □ Тухнуть (о мясе). Итте һыуытҡысҡа һалып өлгөрмәгәс, тынсыған. Келәттәге ит тынсыған.
ТЫН ТАРЫҒЫУ (тын тарыҡ ) ҡ.
1. ҡар. тын быуылыу 1. ■ Гөлйөҙөм тыны тарығыуҙан көскә атлап килеп етте. һ. Дәүләтшина. Көнө-төнө баш әйләнә, тыны тарыға, йутәлләй башланы Шәрәфи. И. Насыри.
2. ҡар. тын быуылыу 2. ■ Зәйнәп, бөтәһенән бигерәк, ошо йәш байҙан тартына ине. Осрашҡанда уның янынан уткәнсе тыны тарыға, һ. Дәүләтшина. Рәсул Эмирович бындағы хәлдәргә тыны тарығыуҙан Мәскэугә кусеп китергә мәжбур булды. Ә. Хәкимов.
ТЫН-ТАУЫШ и. ҡар. тауыш-тын. Тын-тауыш та юҡ. Тын-тауыш ишетелмәне. Тын-тауыш та сыҡмаһын! ■ Ҡыҙыл мөйөштә тын-тауыш та ишетелмәне, һәр кем шомло уйға сумған. Д. Бүләков. Малай кемдеңдер һонолған аяғына эләгеп йығылды һәм тын-тауышһыҙ ҡайҙалыр китеп барҙы. X. Ғиләжев. Тормош куреп өйрәнгән кеше ул Фәриҙәһе. Разведкала саҡта ниҙәр генә булманы, бер тын-тауышы сыҡманы. Р. Солтангәрәев.
ТЫН-ТӘҠӘТ (Р: покой; И.: rest; T.: sükunet, huzur) и.
Тыныс хәл, тыныслыҡ, мәшәҡәтһеҙлек.
□ Покой, спокойствие. ■ [Ғәлләм:] Ниңә әле былай, тын-тәҡәт бирмәй, дөрөп алып бараһың? С. Кулибай.
ТЫНҺЫҘ I (Р: безжизненный; И.: lifeless; T: cansız) с.
Һулышы булмаған, йәнһеҙ. □ Безжизненный, бездыханный. Тынһыҙ кәуҙә.
ТЫНҺЫҘ II (Р: безжизненно; И.: lifelessly; T: cansız) р.
һулышһыҙ, тын алмайынса. □ Безжизненно, бездыханно. ■ Гәрәй, иҙәнгә һуҙылып төшөп, тынһыҙ ята ине. Б. Бикбай. Тынһыҙ булып ятҡан Аркадий Иванович эргәһенә бөтә мастерҙар, турәләр йыйылдылар. А. Таһиров.
ТЫНЫҒЫУ (тыныҡ-) (Р: отдыхать (о домашнем скоте)', И.: rest; T: dinlenmek) ҡ.
1. Ял итеп хәл алыу (малға ҡарата).
□ Отдыхать, набираться сил (о домашнем скоте). Ерән ат тыныҡҡан, екһәң дә ярай.
682