Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 683 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тыныс
2. һыуынып, һурығып, саҡ ҡына ҡатың-ҡырау (иткә ҡарата). □ Остывать (о свежем мясе). Тыныҡмаған ит тәмһеҙ була. Итте тыныҡтырып туңдырыу.
3. диал. ҡар. тумбығыу 3. ■ Аҙнаев тынығып киткән аяғынан итеген систе. Н. Мусин.
ТЫНЫС I (Р.: тихий; И.: calm; quiet; peaceful; T.: sakin) c.
1. Ығы-зығыһыҙ, шау-шыуһыҙ; тынлыҡ хөкөм һөргән, тын. □ Тихий, спокойный.
■ Бик һәйбәт урында икән йорт, — тине Аҡсәскә, — тыныс урам, Ағиҙел яғынан һәр ваҡыт саф һауа бөркөп торалыр. Б. Бикбай. Тыныс урамды йыр тауышы яңғыратты. Р. Ғабдрахманов. Бер ерҙә лә тыныс урын юҡ. С. Агиш.
2. Тауыш-ғауғаһыҙ, дау булмаған. □ Тихий, спокойный. Тыныс донъя. Тыныс ғаилә.
■ Сәғиҙәгә Ҡарамалы .. шау-шыуһыҙ тыныс ҡына тормош менән йәшәп ятҡан бер ауыл булып тойолдо. М. Тажи. Ғәлимә апай үҙҙәренең йорттарына ҡайтыу менән генә .. тыныс тормош башланып китә алманы. М. Ғафури.
3. Хәрби булмаған, имен. □ Мирный. Тыныс тормош. Тыныс хеҙмәт. ■ Тыныс йылдарҙа аяҡтарын бөкләп тур башында ғына ултырыр Саръяндың әсәһе, ең һыҙғанып, колхозда эшләй. Ә. Байрамов, һуғыш башланғас, комсостав тыныс ваҡытта йөрөткән эмаль кубиктарын, шпалдарын йәшкелт һары ҡалайҙан эшләнгән билдәләргә алмаштырҙы. И. Абдуллин. Колчак офицерҙары тыныс халыҡты ла йәберләй. Р. Байымов.
4. Төрлө хәүеф-хәтәр, борсоу, ҙур мәшәҡәттәре булмаған. □ Тихий, спокойный. Тыныс эш. Тыныс ҡартлыҡ. М [һабрау:] Ете батыр бей булһын, атҡа менеп елдерһен, теләген биреп күндерһә, Иҙеүкәй шуға буй бирһә, тыныс ғүмер һөрөрһөң, аҙағын үҙең белерһең. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
5. Ниндәйҙер кисереш, борсолоуҙар менән болоҡһомаған, тулҡынланмаған; кешенең ошо хәлен сағылдырған. □ Спокойный, бесхлопотный, беззаботный. Тыныс күңел. Тыныс йөрәк. Тыныс тауыш. Тыныс күҙҙәр. М Тыныс тауыш менән һөйләп алып китте
Арыҫлан Рәхмәтуллович. Д. Бүләков. Ғәбит ағай тыныс, ышаныслы тауыш менән үҙ фекерен раҫларға тырышты. 3. Биишева. Уйсан тыныс йөҙ, тыйнаҡ ҡараш [Сәғит Мирас тураһында]. Р. Байымов.
6. Сабыр тәбиғәтле, баҫалҡы. □ Спокойный, уравновешенный (о характере). Тыныс холоҡ. ■ Мирза ағай ғәжәп аҡыллы, тыныс күңелле һәм ҡунаҡсыл кеше булып сыҡты. Ә. Байрамов. Әҡлимә, ҡышлау умарта һымаҡ, йыуан, аҡылдан яҙырлыҡ тыныс холоҡло ҡыҙ. И. Абдуллин. Айытбай был яңы тауышты эҙләп боролғанда, артында бөтәһенән дә тыныс Фәйзулла баҫып тора ине. С. Агиш.
7. Хәрәкәте яй булған йәки хәрәкәтһеҙ (йылғаға, ағымға ҡарата); тын, тымыҡ. □ Тихий, спокойный (о реке, течении). Тыныс диңгеҙ. Тыныс ағым. ■ Хәҙер .. Ағиҙелдең өҫтө тыныс, унда бер ниндәй боҙ киҫәге лә юҡ, ул иртәнге ҡояш нурҙарына иркәләнеп йылына бирә. Ә. Бикчәнтәев.
8. Еле булмаған, тын. □ Тихий, безветренный. ■ Башҡа көндәрҙәге шикелле тыныс, матур төн килгән. И. Абдуллин. Ғәжәп йылы, тыныс кис ине. Ә. Байрамов.
♦ Тыныс бул<ығыҙ> борсолмаҫҡа йәки шауламаҫҡа өндәгәндә әйтелә. □ Будьте спокойны. ■ Дуҫың барҙа, тыныс бул, уға кәрәккәндә, ҡылыс бул. Р. Ғабдрахманов. «Пионер исеменә тап төшөрмәбеҙ, тыныс бул, дуҫ!» — тине Павло [Иреккә]. 3. Биишева.
ТЫНЫС II (Р: тихо; И.: serenely; T: sakin) р.
1. Шау-шыуһыҙ, тын. □ Тихо, спокойно. ■ Тирә-яҡ тыныс. Тәбиғәт йоҡоға сумды. Я. Хамматов. Айғыр ҡапҡанан тыныс ҡына сыҡты. А. Абдуллин. Ана, үгеҙ, өйкөм-өйкөм кешеләрҙе күргәс, ситкә боролдо һәм тыныс ҡына үҙ юлынан китте. Р. Байбулатов.
2. Тауыш-ғауғаһыҙ, дау ҡуптармай. □ Спокойно, мирно, тихо. Тыныс ғүмер һөрөү. Йыйылыш тыныс үтте. ■ Петроградта тыныс түгел, фронттағы еңелеүҙәр бында сәйәси болғаныштар тыуҙыра. Р. Байымов. Оло юлдан алыҫта, төпкөлдә, ел-ямғыр теймәй тыныс ҡына йәшәп ятҡан ике-өс йөҙ
683