ТЫНЫСЛАНДЫРЫУ
хужалыҡтан торған ауыл. 3. Биишева. Яңы ғаилә тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, илгә яу килә. К. Мәргән.
3. Төрлө хәүеф-хәтәрһеҙ, борсоуһыҙ, мәшәҡәтһеҙ. □ Тихо, спокойно, бесхлопотно, беззаботно. Тыныс һөйләшеү. Тыныс йоҡлау.
■ Сәғәт икеләрҙә генә арып өйөнә ҡайтҡан Гәүһәр, күңеле тыныс булмаһа ла, muş йоҡлап китте һәм һуң уянды. И. Абдуллин. Сөгөлдөр баҫыуында йөрөгәндә лә Радиктың күңеле һаман тыныс түгел ине. Р. Байбулатов. Тыныс ҡына үтеп киткән төн ҡыуанысһыҙ таң менән алмашынды. 3. Биишева. • Белмәгәндең беләге тыныс. Мәҡәл. Йәшлегең тырыш булһа, ҡартлығың тыныс булыр. Мәҡәл.
4. Яй йәки хәрәкәтһеҙ; тын, тымыҡ. □ Тихо, спокойно. Йылға тыныс аға. Күл тыныс ята.
5. Елһеҙ, тын. □ Тихо, безветренно. Тыныс тороу. ■ Төн тыныс үтһә, ҡасан да көн-дөҙөндә ел сығыр. Ш. Бабич.
ТЫНЫСЛАНДЫРЫУ (тынысландыр-) (Р.: успокаивать; И.: calm; T: sakinleştirmek) ҡ.
1. Кемделер йәки нимәнелер билдәле бер эш-хәлдән туҡтатып, тыныс хәлгә килтереү, шым итеү. □ Успокаивать, утихомирить; усмирять. // Успокоение. Баланы тынысландырыу. Йыйылышты тынысландырыу.
■ Хәҙер Әлфиәне бер төрлө өгөтләү, йыуатыу ҙа тынысландыра, фекерен башҡа яҡҡа бора алмай ине. И. Абдуллин. Ашығыс хәбәр итеүгә пар атта килеп еткән Ныяз-ғол старшина ла урядникты тынысландыра алманы. Һ. Дәүләтшина. «Туҡтағыҙ, һөйләп бөтәйем башта!» — тип ҡысҡырып, шаулаша башлаған халыҡты [Рәшит] тынысландыра һалды. Б. Рафиҡов.
2. Ауыр кисереш һәм борсолоуҙан туҡтатып, тыныс хәлгә килтереү. □ Успокаивать. Тынысландырырға тырышыу. Күңелде тынысландырыу. ■ Ҡайһы ваҡыт саф һауала йөрөү уны [Азаматовты] тынысландыра һәм элекке хәленә ҡайтара торғайны. Ә. Вәли. Нисек кенә булмаһын, ил-көндөң юлға һолыныуы Арыҫландың күңелен тынысландыра ине. Ғ. Ибраһимов. Йылға болғана ла
бер тона, ил дә болара ла бер тына — шулай именлеккә юрап күңелен тынысландыра, яра һыҙлауҙарын баҫа ине тотҡон старшина. Ғ. Хөсәйенов.
ТЫНЫСЛАНЫУ (тыныслан-) (Р.: успокаиваться; И.: calm down; T: sakinleşmek) ҡ.
1. Борсоған эш-хәлдән, ауыр кисерештән, ярһыуҙан араланып, тыныс хәлгә килеү.
□ Успокаиваться, утихать, стихать. Мин яңынан тынысландым. Асыу баҫылып тынысланыу. Тынысланып йоҡлау. ■ Һуңғы төндө ул [Тоня], осрашыуҙы көтөп тыныслана алмайынса, йоҡоһоҙ тиерлек уҙғарҙы. И. Абдуллин. Трубкаһын һалып ҡуйғас, Вил Сабирович бер аҙ тыныслана алмай бүлмәһе буйлап йөрөнө. Р. Байбулатов. Әмир Ҡарамыш киткәндән һуң Зәки Вәлиди оҙаҡ ҡына тыныслана алмай торҙо. Р. Байымов.
2. Бошонмау, тыныслыҡ кисереү. □ Успокаиваться. Тынысланып йөрөп ятыу. ■ [Староста — Новиковка:] Һеҙ һуғыш ваҡытында ни эшләп тынысланып ауылда йөрөйһөгөҙ әле? Д. Юлтый.
3. Ығы-зығы, шау-шыу туҡталып, тыныс хәлгә килеү. □ Успокаиваться, утихать. Тынысланып ҡалыу. Тынысланырға теләү. Йыйылыш тынысланды. ■ Иштуған, халыҡтың тынысланыуын көтөп, һаман шулай яғымлы ғына йылмайып ҡарап торҙо. 3. Биишева. Мәсьәлә асыҡлана төшкәнгәме, йыйылыш бер аҙ тынысланды. Ә. Вәли. Ингән кешеләр һаман да тынысланып, үҙҙәренең һүҙҙәрен һөйләр бер хәлгә килә алмайҙар, .. бер ергә генә баҫып тора алмайҙар ине. М. Ғафури.
4. Тауыш-ғауға, дау, болалар туҡталып, тәртипһеҙлектәр бөтөп, тыныс хәлгә килеү.
□ Успокаиваться, утихать. Халыҡ тынысланды. ■ Йәмәғәтселек тынысланғайны әле. Д. Бүләков. Инде донъялар бер аҙ тынысланды. Ғ. Дәүләтшин.
5. Яй хәрәкәтле йәки хәрәкәтһеҙ хәлгә килеү. □ Утихать. Диңгеҙ тынысланған. ■ «Мәкерле Диңгеҙбикә, көндәшен йотҡас, тынысланды, ниндәй татлы йоҡоға талды»,— тип һоҡланалар ишкәкселәр. 3. Биишева.
684