Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 685 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫНЫСЛЫҠ ҺӨЙӨҮ
ТЫНЫС Л АТЫУ (тыныслат-) ҡ. ҡар. тынысландырыу. Тыныслатырға тырышыу. Тыныслатып ҡуйыу. ■ Намыҫын тынысла -тыу өсөн .. [Ғәйнитдинов] туш кеҫәһендә ятҡан буртенҡе блокнотын ҡапшап-һөйөп ҡуйҙы. Й. Солтанов.
ТЫНЫСЛАУ (тынысла-) (Р.: успокаиваться; И.: calm down; T.: sakinleşmek) ҡ.
1. Борсоған эш-хәлдән, ауыр кисерештәрҙән арынып, еңеллек һиҙеү, тыныс хәлгә килеү. □ Успокаиваться. Тыныслап ҡалыу. ■ «Берәй генә көн тыныслап йәшәп ҡарайһы ине», — тип һөйләнә Вәли. М. Ғиләжев. Следователь,.. бошоноп: «Йә, һуғыш афәтен кисереп, ғумерен намыҫ менән эшләп уткәр-гән кеше ҡартайған көнөндә тыныслап йәшәргә лайыҡ тугелме инде?!» — тип уйлап ҡуйҙы. X. Зарипов. [Карсыҡ — Ғилманшаға:] Хәҙер мин бер ваҡытта ла тыныслап йоҡлай алмам, тыныслап йәшәй алмам төҫлө. А. Карнай.
2. Кемдәндер йәки нимәнәндер ҡотолоп, тыныс хәлгә килеү. □ Успокаиваться. ■ [Собхан старшина:] Мин, был [Тимербай] ғумерлеккә китте, тип тыныслап йөрөһәм, алты йылда ҡайтты ла килде. 3. Биишева. Сиғандар киткәс, Ғариф староста тыныслап ҡалды. Ж. Кейекбаев. Муллалар ҡартҡа килмәҫкә ант иткән. Шунан бирле ҡарт та муллаларҙан тыныслап ҡалған. Әкиәттән.
3. ҡар. тынысландырыу 2. Куңелде тыныслап йөрөу. ■ Ишбулды уҙен борсоған һорауҙарға яуап таба алманы, ахырҙа ку-ңелен тыныслар өсөн Зәкиәгә хатты иптәштәрсә генә яҙырға булды. Ғ. Аллаяров. [Аҡназар менән Гөлбостан] быйылғы арышты йыйып алып, куңелдәрен тыныслап, алдағы көнгә пландар ҡорҙо. Ғ. Дәүләтшин.
ТЫНЫСЛЫҠ (тыныслығы) (Р.: покой;
И.: peace; rest; quietude; T.: sükunet) и.
1. Төрлө хәрәкәт, ығы-зығы булмаған, тауышһыҙ тыныс хәл. □ Покой, спокойствие. Тыныслыҡ урынлашты. Тыныслыҡты боҙоу. ■ Ҡояш яҡтыһына ҡаршы ялтырап ята торған тоноҡ, тәрән кул һыуы тыныслығы ғына ҡалды. Һ. Дәүләтшина. Аттар һыуға төшөу менән, сыптырлаған тауышҡа
ҡоштарҙың тыныслығы боҙолдо. Ғ. Ибраһимов. Волостан килгән врач ҡандың бик куп киткәнен, ауырыуға тыныслыҡ кәрәклеген белдерҙе. С. Агиш.
2. Яу, болалар булмаған тыныс хәл; именлек. □ Мир. Ил тыныслығы. Тыныслыҡты һаҡлау. Тыныслыҡ осон көрәш. ■ «Йәшәһен тыныслыҡ!» тигән лозунгылар яҙылып бөтөп, класс стенаһына элеп ҡуйылған. 3. Биишева. Ятҡанда, торғанда ҡарты ла, йәше лә илгә именлек, донъяға тыныслыҡ теләй. А. Мағазов.
3. Төрлө хәстәр, мәшәҡәтле эш, бимазалар булмаған тыныс хәл. □ Покой, спокойствие. Тыныслыҡты бөтөрөу. Тыныслыҡта ҡалдырыу. Тыныслыҡ биреу. Тыныслыҡ табыу.
4. Төрлө кисерештәр менән борсолмаған, ғазапланмаған тыныс хәл. □ Покой, спокойствие. Йоҡо тыныслығы. Куңел тыныслығы. ■ Кисә Ҡыҙрас урманында кемдер ҡырҡып алып киткән йукәләрҙе кургәндән һуң, Нә-бирҙең йән тыныслығы тамам юғалды. Р. Байбулатов. Ай, атай йорто, ай, ата-әсә наҙы, куңел тыныслығы, йән рәхәтлеге биреу йәһәтенән һеҙгә еткән берәр нәмә бармы икән?! Ғ. Хисамов. [Барсынһылыу:] Батыр егет Алпамыша, йөрәгемә ут һалдың, .. тыныслығым һин алдың. «Алпамыша». Ҡырмыҫҡа иләуен көтмәгәндә таяҡ тығып болартҡан төҫлө, Разыя инәйҙең тыныслығы ҡасты. Ш. Янбаев.
5. Кешенең үҙен сабыр, тыныс тотҡан хәле. □ Спокойствие. Эске тыныслыҡ. Тыныслыҡ менән яуап биреу. ■ Атаһының тыныслығы, ҡыйыулығы ахыр Байрасҡа ла кусте. 3. Биишева. [Әптеләхәттең] тыныслығы, эште еренә еткереп, ихлас, яратып башҡарыуы, маҡсатына бер нигә ҡарамай тоғро булыуы әсир итте [Хашимды]. Т. Ғарипова.
ТЫНЫСЛЫҠ ҺӨЙӨҮ (Р: миролюбие, И.: peaceableness; T: barışseverlik) и.
Тыныс мөнәсәбәттәрҙе, тыныслыҡты һаҡлау, тыныслыҡҡа ынтылыу. □ Миролюбие. Тыныслыҡ һөйөу тойғоһо. Тыныслыҡ һөйөу тураһында фекер йөрөтөу. Тыныслыҡ һөйөу яҡлылар.
685