Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 686 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫНЫСҺЫҘ
ТЫНЫСҺЫҘ (Р.: беспокойный; И.: restless; uneasy; T.: rahatsız edici) c.
1. Ығы-зығылы, шау-шыулы. □ Беспокойный, неспокойный. Тынысһыҙ балалар. Тынысһыҙ урын. ■ Гөмумән, класс бөгөн ғәҙәттә булмағанса тынысһыҙ ине. 3. Биишева.
2. Яу, болалар булып торған, имен булмаған. □ Беспокойный, неспокойный, тревожный. Тынысһыҙ донъя. ■ Тынысһыҙ донъяны уҙе өсөн шулай тынысыраҡ итмәксе [Алдар]. Ғ. Хөсәйенов.
3. Төрлө бимазалары булған, мәшәҡәтле. □ Беспокойный. Тынысһыҙ эш. ■ Сәрбиямал апай ҡарты менән бергә тағы ла оҙаҡ, бик оҙаҡ йәшәргә теләй; ә ат ҡарау эше тынысһыҙ һәм тиҙ ҡыҙып китеусән холоҡло Әухәдиҙе шәп ҡартайта. Д. Исламов. Пётр Иванович уҙенец ауыр һәм тынысһыҙ тормошон куҙ алдынан кисерҙе. В. Исхаҡов. • Осһоҙҙоң арты тынысһыҙ. Мәҡәл.
4. Борсоулы, тынғы тапмаған. □ Неспокойный. ■ Арыуҙан да, кисерештәрҙән дә талсыҡҡан Ниғмәт уҙе лә тора-бара һаташыулы тынысһыҙ йоҡоға сума. Р. Байымов. Әсәйем менән Хәмиҙә инәй теге өйгә сығып килделәр, уларҙың куңелдәре тынысһыҙ икәнен ҡараштарынан белеп була ине. М. Ғафури. Тынысһыҙ уйҙар келт итеп иҫкә килеп төшәләр ҙә башты ҡаңғырталар. Ә. Бикчәнтәев.
ТЫНЫСҺЫҘЛАНДЫРЫУ (тынысһыҙландыр-) (Р.: беспокоить; И.: upset; worry; T: rahatsız etmek) ҡ.
Тынысһыҙланырға, борсолорға мәжбүр итеү. □ Беспокоить, тревожить. Халыҡты тынысһыҙландырыу. Ҡапыл тынысһыҙландырыу. Тынысһыҙландырып бөтөу. Үтә ныҡ тынысһыҙландырыу. ■ Улының исеме уны [Зиннурҙы] тынысһыҙландыра, уткәндәге ҡараштарҙы, табыныуҙарҙы хәтерләтә. А. Карнай. Зарифтың йәш булыуы уны [хужабикәне], ысынлап та, тынысһыҙландырҙы булһа кәрәк. Б. Рафиҡов.
ТЫНЫСҺЫҘЛАНЫУ (тынысһыҙлан-) (Р.: беспокоиться; И.: be anxious; worry; T: endişelenmek) ҡ.
Нимәгәлер борсолоп, тыныслыҡты юғалтыу; тынысһыҙ булыу. □ Беспокоиться, тревожиться. // Беспокойство, тревога. Куңел тынысһыҙлана. Тынысһыҙланып йөрөу. Бала тынысһыҙлана. ■ Ҡыҙҙың йөҙөндә тынысһыҙланыу, борсолоу хистәре сағылды. А. Мағазов. Серле тынысһыҙланыу Сабирҙың йөҙөнә сыҡҡайны. Д. Исламов. Сәғиҙә .. тынысһыҙланғанын балаларға һиҙҙермәҫ өсөн уҙен ҡулға алды. М. Тажи.
ТЫНЫСҺЫҘЛАУ (тынысһыҙла-) (Р.: беспокоить; И.: upset; worry; T: rahatsız etmek) ҡ.
Тыныслыҡ бирмәй борсоу; тынғыһыҙлау. □ Беспокоить, тревожить. // Беспокойство, тревога. Тынысһыҙлап йөрөу. ■ [Сергейҙы] инде яңы шом, яңы борсолоу тынысһыҙлай башланы. А. Абдуллин. Беҙҙең көндәр бындағы ирек менән иҫереп утә, һис бер тынысһыҙлаған, борсоған кеше юҡ. Д. Юлтый.
ТЫНЫСҺЫҘЛЫҠ (тынысһыҙлығы) (Р.: встревоженность; И.: disquietude; concern; T: endişe) и.
1. Төрлө хәрәкәттәр булып, кешеләр ығы-зығы килгән шау-шыулы хәл. □ Встревоженность, беспокойство. Тынысһыҙлыҡ көсәйеу. ■ Ауыл өҫтөндә эленеп торған ниндәйҙер куңелһеҙ, ҡолаҡҡа саҡ салынырлыҡ дөйөм шаулау бутән урындарҙа ла тынысһыҙлыҡты, аҫтыртын хәрәкәт барлыҡты белдереп тора ине. Ә. Вәли. [Сәғди Япаров тигән] исемде ишеткән халыҡ араһында тағы ла .. тынысһыҙлыҡ тыуҙы. һ. Дәүләтшина.
2. Илдең именлеген бөтөргән төрлө сыуалыш, даулы хәл. □ Волнение, мятеж. Тынысһыҙлыҡ тыуҙырыу. ■ Тынысһыҙлыҡ сығарып тороусыларҙы бөтөнләй бөтөрөргә кәрәк ине. М. Ғафури. [Буләр хан:] Яңғыҙ йөрөмә, Ҡолтубә, именлек ҡарарға сығып, тынысһыҙлыҡ килтерерһең, — тип әйтте, ти. Әкиәттән.
3. Тынғы таба алмай борсолған хәл. □ Тревожность. ■ Хөкөм процесы яҡынлашҡан һайын, Хәләф Гәрәевичтең дә куңел тынысһыҙлығы арта барҙы. Р. Байымов. Был боец башҡаларҙан тынысһыҙлығы һәм иҫ киткес тәъҫирләнеусән булыуы менән айы-
686