Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 687 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫНЫУ
рыла ине. Ә. Вәли. Хатына яуап килмәгәс, Аҡмулланың тынысһыҙлығы артты. Я. Хамматов.
ТЫНЫСҺЫҘ УРЫН (Р.: тревожное место; И.: troublesome spot; T.: korkulu yer) и. миф.
Яман, хәүефле, ен-шайтанлы урын. □ Тревожное, неспокойное место. Тынысһыҙ урындан утеу. Тынысһыҙ урын зәхмәте.
ТЫНЫУ I (тын-) (Р.: затихать; И.: become silent; calm down; T.: dinmek) ҡ.
1. һөйләү, ҡысҡырыу, һайрау, илауҙан һ.б. туҡтау, шым булыу. □ Затихать, стихать, притихать, утихать, замолкать, умолкать. // Затихание, стихание, утихание, умолкание. Ҡапыл тынып ҡалыу, һөйләшмәй тынып тороу. ■ Эт, хужаһының бойороғона буйһоноп, тынды. И. Абдуллин. Бисара ауыртыуҙан бигерәк ниндәйҙер ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡандай укенесле сәрелдәп ебәрҙе лә тынды, бер килке бер ни ҙә ишетелмәй торҙо. Р. Байымов. Ике-өс әтәс бер-бер артлы ҡысҡырыштылар ҙа тағы тындылар. Я. Хамматов.
2. Ниндәй ҙә булһа геүләгән, шаулаған, яңғыраған тауыш бөтөү, туҡтау, ишетелмәү. □ Затихать, стихать, притихать, утихать, замолкать, умолкать. // Затихание, стихание, утихание, умолкание. Аяҡ тауышы тынды. ■ Аҫҡы ҡатта музыка тынды, курәһең, дискотека тамамланды. Р. Байбулатов. Яңы ғына яңғырап торған мылтыҡ тауыштарының тыныуына ышанып бөтмәгәндәй, .. саптар [Ғәфән менән Фатиманың] артынан эйәрҙе. Т. Килмөхәмәтов. Алыҫта автомобиль тауышы тыныу менән, ауыл халҡы ла таралышты. Ә. Бикчәнтәев.
3. Төрлө хәрәкәт, шау-шыу бөтөп, тын ҡалыу. □ Стихать, прекращаться, переставать. // Прекращение. Булмә тынып ҡалды. Дала тынды. Ш Бер нисә минутҡа кабинет тынып ҡалды. Ә. Бикчәнтәев. Алмуш хан, .. тауыш тыныуын да көтөп тормай, һөйләй башланы. Б. Рафиҡов. Дошман траншеяларында ығы-зығының тыныуына, һаҡсыларҙан башҡаларының йоҡоға талыуына ныҡлап ышанғас,.. Ғәлим бруствер аша алға ташланды. Р. Ханнанов.
4. Хәрәкәт итеүҙән, эшләүҙән, йөрөүҙән туҡтау. □ Останавливаться, прекращаться. ■ Тимерҙең радиоприёмнигы .. [көсө бөтөп] нисәмә көн инде тынып ултыра. Б. Бикбай. Йөрәк тынды, башҡа типмәне. М. Кәрим. Һалдат тынған... Ул, ғумерен биреп, куп-тәргә бит йәшәу килтерҙе. Н. Нәжми.
5. Хәрәкәте көсһөҙләнеп, тыныс хәлгә килеү. □ Стихать, прекращаться, переставать. // Прекращение, утихание. Тулҡын тынды. Йылға тынды. ■ Һыу өҫтө дуңгә-ләкләнеп тулҡынланды ла тағы ла әуәлге хәленә ҡайтты; һыу шундай тынды, әйтерһең дә, бер генә туҙан да төшмәгән ҙур бер көҙгө. С. Агиш. һыуҙың ҡайнап аҡмаҫтай, тулҡынын да ҡаҡмаҫтай тынған сағы бар булыр. Ҡобайырҙан.
6. Көсө кәмеп, ғәмәлдә булыуҙан туҡтау, баҫылыу, тымыу (ел-ямғырға ҡарата). □ Затихать, стихать, утихать; прекращаться, переставать (о ветре, дожде). // Затихание, стихание, утихание; прекращение. Ямғыр тынды. ■ Кук кукрәуе бер нисә тапҡыр ҡабатланды ла тынды. Ә. Бикчәнтәев. Буран ҡайһы берҙә көсәйә, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй тынып .. ҡала. Ғ. Ғүмәр. Буран, төнө буйы олоп, бары таң алдынан ғына, ишекте астырыуҙан тамам төңөлгәс, тынды. Р. Камалов.
7. Һуғыш, алыш, дау кеүек күренештәргә бәйле эш-хәрәкәттәр баҫылыу йәки ваҡытлыса туҡталып тороу. □ Затихать, стихать. // Затихание, стихание. Атыш тынды, һуғыш тынды. ■ Әйтерһең, ер йөҙөндәге туп тауыштары берсә тынды, тәндәрҙәге һыҙлауҙар баҫылды, яралар уңалды: шиктәр таралды. М. Кәрим. Бомбаларҙың һыҙғы-рыуы, гөрһөлдәп ярылыуы аҡрынлап тынды. А. Мағазов. Бер нисә минуттан һуң бер нисә мәртәбә атҡан мылтыҡ тауыштары ишетелде лә тағын тынды. И. Насыри.
8. Тынғы табыу, тынысланыу. □ Успокаиваться, обретать покой и тишину. // Успокоение. ■ [Заһиттың атаһы — әсәһенә:] Бынау һаламын ташып алып йән тынды бит әле. Һ. Дәүләтшина. Ирмен тигән ир-егет ат уйнатмай тынырмы? Ҡобайырҙан.
687