ТЫНЫУ
9. Эштән туҡтау, ял итеү. □ Отдохнуть, передохнуть, остановиться. // Остановка, перерыв. Тынып алыу. Бер aş ғына ваҡытҡа тыныу. V Йәй буйы эшләгәндән һуң бәләкәс тынып алғанда ла булыр ине. Ғ. Дәүләтшин.
10. Кемдән йәки ниҙәндер ҡотолоп, арынып, тынысланыу. □ Успокаиваться. Тауыштан ҡолаҡ тынмай. ■ Бабай менән әбей, малайҙан тынып, бер рәхәтләнеп сәй эсәйек, тип ултырған, ти. Әкиәттән.
♦ Эстән тыныу уйлап ҡына ҡуйыу, өндәшмәү. □ Подумать. ■ Эстән тындым: алдана беҙҙең мужик ахмаҡ тиеп. Ш. Бабич.
ТЫНЫУ II (Р.: дыхание; И.: breath; Т.: soluk) и. ҡар. тын 1,1, 5.
1. Ауыҙ-морондан килгән һауа. □ Дыхание. Ҡайнар тыныу. ■ Арттан килгән аттың тыныу ялҡыны алдағы йүгеректәрҙең ҡарыуын ҡайтара. С. Кулибай. Эсендә йәшел ут булып ҡайнаған асыуын ул [ахун] эҫе тыныуы менән мөйөшкә бөрктө. Р. Өмөтбаев. Навалихин ҡатынының тыныуын һиҙһә лә, ҡунаҡҡа килгән ергә ҡауға сығарыуҙан тартынып, бөтә ҡыйынлыҡҡа түҙҙе. Т. Хәйбуллин.
2. миф. Им-томда ҡулланылған һауа. □ Дыхание, используемое при лечении. Өләсәйҙең тыныуы күп кешене ҡотҡарҙы.
ТЫНЫШ I (Р: пауза; И.: pause; T.: durak) и.
Эштең, һүҙҙең һ.б. барышында аҙ ғына ваҡытҡа яһалған туҡталыш. □ Пауза, перерыв, остановка. Тыныш яһау. В Кушнир ни әйтергә белмәй, ике-өс секундҡа тыныш яһаны. И. Абдуллин. Ул [Рәүф] шиғырҙы һөйләп бөткәнсе, исмаһам, бер генә ҡат та тыныш яһаманы. Р. Ғабдрахманов. Был йырын тамамлағас, [йырсы] тыныш та яһамай .. дауам итте. М. Кәрим.
ТЫНЫШ II (Р: стойка; И.: stand; stance; T.: duruş) и. ҡар. торош 1,1.
Баҫып торған хәл. □ Стойка, поза. Тынышынан билгеле. Тынышы матур.
ТЫНЫШ III (Р: промежуток времени от одной передышки до другой; И.: period of time from one break to another; T: iki mola arasındaki çalışma süresi) и. диал. ҡар. тына.
һан менән килеп, бер туҡтағандан икенсе туҡтағанға тиклемге эш-хәрәкәт ваҡытын белдерә. □ Промежуток времени от одной передышки до другой (при работе и т. п.). Бер тыныш эшләү. Ике тыныш ял итеү. Бер тыныш бесән сабыу.
ТЫНЫШ БИЛДӘҺЕ (Р.: знак препинания; И.: punctuation mark; T.: noktalama işareti) и. гром.
Һөйләмдәге мәғәнә айырымлыҡтарын билдәләгән график тамға. □ Знак препинания. Тыныш билдәһен ҡуйыу. ■ Тыныш билдәләре булмағанлыҡтанмы, тәүҙә Рәмзиә ни эшләптер телеграмманың мәғәнәһенә төшөнә алмай йөҙәне. М. Садиҡова. Дәфтәрҙәге яҙыуҙа .. тыныш билдәләре [асыҡ] ҡуйылмайынса, ҡәләм менән яҙылғандар. А. Таһиров.
ТЫНЫШЫУ (тыныш-) (Р.: ладить; И.: get along; T.: geçinmek) ҡ.
Үҙ-ара талаш-тартышһыҙ, тыныс мөнәсәбәттә булыу. □ Ладить, жить в ладу с кем. Тынышып йәшәү. В Ҡотанда бикләнеп ятҡан ас мал тыныша алмаған кеүек, Урҙа халайығы ла, ҙур яуға күтәрмәһәң, бер-береһенә яҫҡына башлай. Ә. Хәкимов. Бер саҡ батырҙар үҙ-ара тыныша алмай яғалашып киткән дә дейеү пәрейенең имен генә яндарынан үтеп өлгөргәнлеген һиҙмәй ҡалғандар. Д. Бүләков. Диярҙа йәшәгән халайыҡтарҙың үҙ-ара тынышмай, бер-береһенә уғата ла һағайған мәле. Б. Рафиҡов.
ТЫҢ (Р: сообщение, молва; И.: tiding; message; T: haber) и. иҫк. ҡар. хәбәр.
Ниҙер тураһында ишетелгән йәки ишет-терелгән һүҙ, мәғлүмәт. □ Сообщение, молва. ■ Муллалар сағыр эсеп, зина ҡылғай. Бындан артыҡ дәхи ғәжәп тыңдары бар. Мөнәжәттән.
ТЫҢҒЫРЛАТЫУ (тыңғырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. тыңғырлау 1. понуд. от тыңғырлау 1. Тыңғырлатып һөйрәү. ■ Бығаса һүҙгә ҡатышмаған Хәйригә тиклем гармунын тыңғырлатып бер ситкә ҡуйҙы. А. Таһиров.
ТЫҢҒЫРЛАУ (тыңғырла ) (Р: громыхать; И.: clang; T: gümbürdemek) ҡ.
1. Тыңғыр-тыңғыр тигән тауыш сығарыу, тыңғыр-тыңғыр килеү. □ Громыхать, гро-
688