Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 690 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тыңҡыш
менән тыңҡыслап тултырыу. Тыңҡыслап тултырылған тоҡ.
ТЫҢҠЫШ I (Р.: с толстой, короткой шеей; И.: thick-necked; with a thick, short neck; T.: kısa boyunlu) с.
Йыуан ҡыҫҡа муйынлы. □ С толстой, короткой шеей. Тыңҡыш егет. Тыңҡыш әҙәм. ■ Сәйфетдин ошо тыңҡышҡа («кейәү» тип әйтергә теле бармай) ялынырға мәжбүр. Р. Байымов. Тыңҡыш Искәндәр тәҙрә төбөнә ултырған да аяҡтарын һелкә-һелкә шиғыр ятлай. С. Агиш. Ихсанбай бәйләп ҡуйған тыңҡыш ҡара көсөк, Раузаның аяҡ араһына йомолоп, .. дер-дер ҡалтыранды. Т. Ғарипова.
ТЫҢҠЫШ II (Р: гнусавый; И.: nasal; T.: hımhım) с.
1. Танау аша һөйләшкән; һиңрәү. □ Гнусавый. Тыңҡыш малай. М [Әҙһәм] тыңҡыш, һүҙҙә «к» өнө башта килгәндә, «н» тип, «б» өнө килгәндә, «м» тип әйтә ине. С. Агиш.
2. Танау аша һөйләшкән, һиңрәү кешегә хас. □ Гнусавый. Тыңҡыш тауыш. М Ғибәҙәт ҡылғанда яңғыраған тыңҡыш ауаздар йөрәкте рәхимһеҙ тырнап торҙо. Ә. Байрамов. Хәҙрәт тыңҡыш тауыш менән тәҡбир әйтә башланы, ҡарттар уға эйәрҙе. Ғ. Хәйри. Курҡаҡты батыр яһаған да, тыңҡышҡа сәсән теле биргән дә һин [мөхәббәт]! Ә. Хәкимов.
3. Тоноп торған (танауға ҡарата). □ Заложенный (нос). Тыңҡыш танау.
ТЫҢҠЫШЛАНЫУ (тыңҡышлан-) (Р: гнусавить; И.: twang; T: hımhımlamak) ҡ.
Тыңҡышҡа (II) әйләнеү, тыңҡыш булыу. □ Гнусавить. Тыңҡышланып һүҙ һөйләү. К [Әғзәмов] тыңҡышланып ҡына, аңлашылмай торған һүҙҙәр әйтә башлағайны, есаул уның кем икәнен, исем, фамилияһын һорап торманы. А. Таһиров.
ТЫҢЛАНЫУ (тыңлан-) ҡ. төш. ҡар. тыңлау 1-3. страд, от тыңлау 1-3. Күп тапҡыр тыңланған тапшырыу. ■ Доклад тыңланып, .. һүҙ Зәки Вәлидигә бирелгәс, зал ҡапыл ғына көсөргәнешле тынып ҡалды. Р. Байымов. Уның [генералдың] һәр аҙымын күҙәтәләр, бүлмәһендәгелә, өйөндәгелә телефондары, бүлмәлә үҙ-ара һөйләшеү — бөтәһе
лә тыңлана. Г. Хисамов. Хат .. уҡылды ла, тыңланды ла бер нисә ҡат. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ТЫҢЛАТЫУ (тыңлат-) (Р.: давать возможность слушать; И.: allow listening, give the opportunity to listen; T: dinletmek) ҡ.
1. Нимәнелер тыңларға, ишетергә мөмкинлек биреү. □ Давать возможность слушать, разрешать слушать. Йыр тыңлатыу. Тыңлатып ҡарау. ■ [Вера Макаровна — Василь Ивановичҡа:] Мин һеҙгә Винница янындағы ял йортонда йырлап приз алған «Пряха» йырын тыңлатырмын. И. Абдуллин. [Хәсби әбей] ингәс тә ҡабаланмай ғына ултыра ла аҡрын, ләкин һис ялҡтырмай тыңлата торған тауыш менән нәмә булһа ла һөйләй. С. Агиш. [Фәһим:] Рәхмәт, Зөһрәкәй, ҡырға алып сығып донъя күрһәттең, ҡоштар моңон тыңлаттың, .. ҡайтайыҡ инде. И. Ғиззәтуллин.
2. Ҡушҡанды, бойорғанды үтәтеү, үтәргә күндереү, әйткәнде эшләтеү. □ Заставлять, понудить слушаться, подчиняться, повиноваться. Баланы тыңлатырға тырышыу. ■ Башка ваҡыттарҙа бик һәйбәтләп ҡарап, .. һис зыян-зәүрәтһеҙ йөрөткән айғыр әле иһә, йылҡыларҙы тыңлата алмайынса, улар тирәһендә ярһып саба. Ғ. Ибраһимов. Кешеләрҙе ҡоро тауыш, уҫаллыҡ менән тыңлатыуы ҡыйын. Н. Мусин. Йырларға дәртләнгән ҡыҙҙар, бер нисә тапҡыр гармунда уйнауын һорап Миңлеғәлене тыңлата алмағас, аптыранылар. Я. Хамматов.
ТЫҢЛАУ (тыңла-) (Р: слушать; И.: listen; T.: dinlemek) ҡ.
1. Тауышҡа, һүҙгә ҡолаҡ һалыу. □ Слушать. // Слушание. Көй тыңлау. Телмәр тыңлау. Етди тыңлау. Тыңлап ҡарау. ■ Фәйзуллин Сыртлановтың был оҙон телмәрен йылмайып тыңланы, һуңғы һүҙҙән һуң еңел генә көлөп, һүҙгә ҡыҫылды. С. Агиш. [Гөлдәр] ҡапыл сәғәтте алды ла, заводкаһын бороп, тыңлап ҡараны. Р. Байбулатов. Юлдаш, атаһы шикелле күҙен генә көлдөрөп, өндәшмәй тыңлап тик ултырҙы. 3. Биишева.
2. Эске ағзаның эшен махсус прибор ярҙамында тыңлау. □ Слушать (с целью исследования). Үпкәне тыңлау. Йөрәкте тың
690