ТЫҢЛАУҺЫҘ
лау. ■ Врач [Илғужаның] йөрәген тыңланы, пульсын иҫәпләне, шунан простыня менән ябып ҡуйҙы. Д. Исламов.
3. Берәй мәсьәләне асыҡлау йәки баһалау маҡсатында халыҡ алдында һөйләшеп тикшереү. □ Слушать. // Слушание (чего-л. публично оглашаемого). Эш барышы тураһында мәғлумәт тыңлау. ■ «Урып йыйыу эштәренең барышы тураһында директорҙың ҡыҫҡаса отчетын тыңлау» тигән мәсьәлә партия ойошмаһы бюроһының эш планына уткән айҙа уҡ индерелгәйне. Ә. Вәли. Генерал-губернаторҙың эше, ғәҙәттә, депешаларҙы ҡарау, рапорттарҙы тыңлау менән башлана. Ғ. Хөсәйенов. Докладты, сығыштарҙы иғтибарлап тыңлау менән бергә, уҙе һәм уҡыусылары араһында быға тиклем булып уткән йә шатлыҡлы, йәки укенесле куренештәрҙе куңеленән кисереп ултырҙы. Ф. Чанышева.
4. Судҡа бәйле эште халыҡ алдында тикшереү; ҡарау. □ Слушать. // Слушание (дела в суде). Эште судта тыңлау. Уғрылыҡ эшен тыңлау.
5. Ҡушҡанды, бойорғанды үтәү. □ Слушать, повиноваться. // Послушание, повиновение. Һуҙ тыңлау. Әйткәнде тыңлау. ■ Начальство әйткәнде тыңлау ғына ла етмәй, унан фәһем алырға, һығымта яһай белергә кәрәк. В. Исхаҡов, һалдаттың эше — бойорғанды тыңлау. Р. Солтангәрәев. Төлкө бөтәһен дә тыңлар, ни ҡушһалар, шуны эшләр булған. Әкиәттән.
6. Ыңғайға килеү, буйһоноу. □ Подчиняться, слушаться. // Подчинение. В [Сә-ләхи:] Трактор тыңламай бит әле, Байрамғолов иптәш, әллә ни эшләне. Р. Байымов. Ҡулымдағы ҡаҙыҡҡа таянмаҡ итәм — әллә ул тыңламай, әллә ер тайғаҡҡа әйләнгән. Ш. Бикҡол.
7. Үтенесте, һорауҙы үтәү. □ Слушаться, выполнять просьбу. ■ Хәмдиә, иренең һуҙен тыңлап, уның менән сыҡты. һ. Дәүләтшина. [Батша:] Эй, һалдат, бер генә йомошомдо тыңласы. Әкиәттән.
8. Кеше һүҙен, кәңәшен ҡабул итеү; тотоу. □ Прислушаться, внимать, принять (что-л.) во внимание. Атайҙы тыңлау. Әйт
кәнде тыңлау. ■ [Хатип ағай — әсәһенә:] Мин кешенең энәһенә лә ҡағылғаным юҡ бит. Шаҙраны тыңлап ҡына харап булдым! Р. Ғабдрахманов. «Тыңламаның бит һуҙем-де», — тип, миңә .. упкә тотто иптәшем. Ш. Бабич. Аптырағас, Сәмәрә, өй хужаһы ҡатындың кәңәшен тыңлап, оялһа ла, ауылдағы бер ҡарсыҡҡа ла барғыланы. Ә. Вәли. • Бер олоно, бер кесене тыңла. Әйтем. Оло һуҙен тыңламаған оролған да бәрелгән. Мәҡәл.
9. Хәрәкәт итерлек хәлдә булыу, ҡуҙғалыу (тән ағзаларына ҡарата). □ Слушаться, двигаться (о частях тела). Аяҡтар тыңламай башланы. М Ҡулдар ҡалтырайҙар, тыңламайҙар. Д. Юлтый.
ТЫҢЛАУЛЫ (Р: послушный; И.: obedient; T.: uslu) с.
Ҡушҡанды, әйткәнде ҡарышмай үтәгән. □ Послушный. Тыңлаулы егет. ■ [Сәлимә:] Минең һуҙемде тыңлап, гел-гел хат уҡып, хат яҙып торған шундай тыңлаулы, изгелекле Иштуғандың һуҙен йығыуы ла ҡыйын инде. 3. Биишева. Өнһөҙ-һуҙһеҙ Сәғилә яңғыҙлыҡта интеккән Маһитап абыстайға тыңлаулы ғына килен дә, унан бигерәк, яҡын әхирәт тә булып алды. Р. Өмөтбаев. [Дөмфиулла].. уҙен ифрат тыңлаулы, олоно ололаусан һәм, иң мөһиме, юғары хужалары араһындағы ҡыйыш-мыйышты курмәусән-ишетмәусәнлеге менән танылып өлгөрҙө. Й. Солтанов.
ТЫҢЛАУСАН с. ҡар. тыңлаулы. Тыңлаусан уҡыусы. Тыңлаусан булыу. В Бармаҡтар йәнә элеккесә тыңлаусанға әйләнде, һәм Камалова куренер-куренмәҫлек хәрәкәттәр менән «морзянка»ны туҡылдатты. И. Абдуллин. Тыңлаусан һәм ипле булыуы арҡаһында Илгизәр балалар йортонда куҙгә салынып йөрөгән уҡыусы ине. Р. Байбулатов. Гөлназ эшкә һәләк тырыш, ни ҡушһаң да, тыңлаусан, етеҙ ҡыҙ булып сыҡты. В. Исхаҡов.
ТЫҢЛАУҺЫҘ (Р: непослушный; И.: disobedient, naughty; T.: söz dinlemez) c.
1. Ҡушҡанды, әйткәнде үтәмәй ҡары-шыусан. □ Непослушный. Тыңлауһыҙ бала. ■ [Наталья Андреевна — Рәмзиәгә:] Айрат-
691