ТЫҢЛАУҺЫҘЛАНЫУ
ты мин тыңлауһыҙ бала тип әйтмәҫ инем. X. Зарипов. Аҡсәсәк, тыңлауһыҙ бала шикелле иренен бөршәйтеп, инәлесле ҡараны. Ш. Янбаев. Малай бик тыңлауһыҙ, уҙ һуҙле булып уҫкән. Әкиәттән.
2. Ыңғайға килмәгән, буйһонмаған. □ Непослушный. Тыңлауһыҙ сәс. М «Тумыртҡа тәубәһе булмаһын, балаҡайым!» — тине әсәйем, Ғилмеярҙың тыңлауһыҙ сәстәренән һыйпап. Яр. Вәлиев. Мәҙинә әллә һалҡындан, әллә баҙауҙан тыңлауһыҙға әйләнгән бармаҡтарын көскә ҡыбырлатып, ишектең бауын систе. Т. Ғарипова. Тыцлауһыҙ сукеш менән һуғылған бармаҡтар һулҡылдап һыҙлай. Й. Мостафин.
ТЫҢЛАУҺЫҘЛАНЫУ (тыңлауһыҙлан-) (Р.: становиться непослушным; И.: become naughty; T.: söz dinlemez olmak) ҡ.
1. Тыңлауһыҙға (1) әйләнеү, тыңламай башлау. □ Становиться непослушным. Балалар тыңлауһыҙлана. S Йылҡылар, пиҙәндер ныҡ өрккән һымаҡ, алан-йолан ҡаранып, тыңлауһыҙланып, ары-бире сапты, куҙҙәрен алартып бышҡырҙылар. Н. Мусин.
2. Тыңлауһыҙға (2) әйләнеү, буйһонмай башлау. □ Становиться непослушным. Сәстәр тыңлауһыҙланған. Ҡулдар тыңлауһыҙлана.
ТЫҢЛАШЫУ (тыңлаш-) ҡ. диал. ҡар. тыңлау 5, 9. К Төшкөлөккә яҡынлашҡан һайын, тәндәр ауырайып, иҙрәтә бара, ҡулдар тыңлашмай. Р. Ханнанов. «Тыңлашып килгәйнем дә, эш бына былайға әйләнеп китте бит әле», — тип аҡланды уҫмер. И. Ғиззәтуллин. «Кеше уҙ башы менән ярала», — ти торғайны миңә атайым, бәләкәй саҡта берәй килешмәгән ҡылыҡ ҡылһам, тыңлашмаһам. Р. Низамов. [Дәуләткирәй — ахунға:] Бер-беребеҙҙе тыңлашып йәшәуҙе иҫкә алып, оло башымды кесе итеп, һиңә маңлай ормай әмәл ҡалманы. Р. Өмөтбаев.
ТЫҢСЫЛ с. диал. ҡар. тыңлаулы. Тыңсыл булыу. Тыңсыл бала. Тыңсыл холоҡ.
ТЫҢ-ТЫҢ (Р: звукоподражание многократному низкому звону при ударе металлом; И.: sound imitative word; T: tıngır tıngır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тың иткән тауышты белдергән һүҙ; дың-дың. □ Звукоподражание многократному низкому звону при ударе металлом. Тың-тың итеу. Тың-тың тигән тауыш.
ТЫҢШАЙЫУ (тыңшай-, тыңшая) (Р.: становиться толстым с короткой шеей; И.: become thick with a short neck; T: kısa boyunlu olmak) ҡ.
1. Ҡыҫҡа муйынлы, тыңшыҡ булыу. П Становиться толстым с короткой шеей. Кат-ҡат кейенеп, тыңшайып йөрөу. Тыңшайып бөтөу.
2. Башты баҫып, өндәшмәҫ булыу. □ Молчать (сердито). Тыңшайып ултырыу. ■ Бер аҙ тыңшайып ултырғас, [Ғәлим] уҙендә ҡуҙғалырлыҡ та көс ҡалмау ын һиҙеп, әсәһенән йоҡларға урын йәйеп биреуҙе һораны. Н. Мусин.
ТЫҢШЫҠ (Р: толстый с короткой шеей; И.: thick with a short neck; T.: bodur) c.
1. Ҡыҫҡа йыуан муйынлы; тыңҡыш. □ Толстый с короткой шеей. Тыңшыҡ кеше. Тыңшыҡ йомро кәуҙә.
2. Башын баҫып, өндәшмәй тороусан. □ Молчащий сердито. Тыңшыҡ булыу. Тыңшыҡ бала. • Илдем-ялдым ике ашар, тыңшыҡ бер ашар. Мәҡәл.
ТЫП (Р: подражание звуку падения крупных капель; И.: sound imitation word; T.: tık tık tık) оҡш.
1. Тамсылап ниҙер тамғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку падения крупных капель. Тып итеу. Тып итеп тамыу. ■ Көндөҙ йорт ҡыйыҡтарынан тып та тып тамсы тама. Р. Ғабдрахманов. Итәгендә онотолоп ултырған буш кунәккә тып итеп тамсы тамыуға һиҫкәнеп, Гөлйыһан башын кутәрҙе. Т. Ғарипова. Өҫтәлгә тып итеп ике тамсы килеп төштө. Р. Солтангәрәев.
2. Аяҡ менән ҡаты итеп баҫҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку топанья ногой: топ. Тып баҫыу. ■ Тып итеп уның [Зәйниҙең] эргәһенә килеп баҫты шул ваҡыт .. башына газетанан яһалған пилотка кейгән Зиннур. Р. Ғабдрахманов.
692