Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 693 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

тып-тып
3. Эш-хәрәкәттең киҫкен рәүештә ҡапыл булғанлығын белдерә. □ Звукоподражание резкому, внезапному движению. Тып туҡтау. Тып итеп килеп инеу. ■ Хәсәндең баш осонан ярғанат осоп китте лә тып итеп әллә нәмәгә бәрелде. С. Агиш. Ел әллә ни көслө булмаһа ла, ни эшләптер, ҡарағай башынан ергә тып итеп тубырсыҡ атылып төштө. М. Тажи. [Ат — егеткә:] Ошо өс ҡылдың оҙо-норағын сәйнәп өҙөрһөң, мин һинең янға тып итеп килеп баҫырмын. Әкиәттән.
ТЫПА (Р.: совсем; И.: quite; T.: hiç) р. ҡар. бөтөнләй.
Тулыһы менән; тотош, тулыһынса. □ Совсем. Тыпа ғына ла ваҡыт юҡ. Картуф тыпа бөткән.
ТЫП-ЙЫЛТЫР (Р: очень блестящий; И.: very brilliant, shiny; T.: çok parlak) с. диал. артыҡл. дәр. ҡар. йылтыр, превосх. етеп. от йылтыр.
Сиктән тыш, бик, ифрат йылтыр. □ Очень блестящий. Тып-йылтыр май. Тып-йылтыр сынаяҡ.
ТЫП-ТЫҒЫҘ (Р.: очень тесный; И.: very narrow; T.: çok dar) с. артыҡл. дәр. ҡар. тығыҙ. превосх. степ, от тығыҙ.
Бик ныҡ тығыҙ. □ Очень тесный, плотный. Кәштәләге китаптар тып-тығыҙ урынлаштырылған.
ТЫП-ТЫМЫҠ (Р: очень тихий; И.: very still; T.: çok sakin) с. артыҡл. дәр. ҡар. тымыҡ. превосх. степ, от тымыҡ.
1. Бик, үтә тыныс; елһеҙ. □ Очень тихий; совершенно безветренный. Я Көн тып-тымыҡ. Төшкөлөккә етеп барған ҡояш апа-руҡ йылыта. Т. Килмөхәмәтов.
2. Бик, үтә яй аҡҡан йәки тулҡынһыҙ тыныс ятҡан. □ Очень тихий, спокойный (о течении реки и т. д.). ■ Хәҙер уның [Талҡаҫтың] бөгөн иртәнсәк кенә төбөнә хәтле утә куренеп, тып-тымыҡ булып ятҡан яҡты кул булыуына ышаныуы ла ҡыйын ине. 3. Биишева. Төнөн тик ҡарағусҡыл булып тып-тымыҡ ҡына ағып ятҡан Днестр ҡояш сығыр алдынан йәнләнеберәк аҡҡандай куренә башланы. А. Таһиров.
ТЫП-ТЫН I (Р: очень тихий; И.: very still; T: çok sakin) с. артыҡл. дәр. ҡар. тын II. превосх. степ, от тын II.
Үтә тын, тауышһыҙ. □ Очень тихий, спокойный, бесшумный. ■ Тып-тын урам буйында ләңкелдәп эт өрөп ҡуйҙы, һәм яңынан — яманһыу тынлыҡ. А. Абдуллин. Тирә-яҡ тып-тын, тик ас аҡсарлаҡтар ғына, әсе ҡысҡырып, теплоход артынан ҡалышмай осалар ине. Ә. Бикчәнтәев. Караңғы булмә эсе тып-тын — шылт иткән дә ишетелмәй. Яр. Вәлиев. Суҡ тирәк яны тып-тын, бер кем дә юҡ, ти. Әкиәттән.
ТЫП-ТЫН II (Р: очень тихо; И.: very still; T: çok sakin) р.
Үтә тыныс, тауышһыҙ. □ Очень тихо, бесшумно, спокойно. ■ Зал бер мәлгә тып-тын ҡалды. Р. Байымов. Хатта тик тормаҫ Шәурә лә тып-тын тыңлап ултырҙы.
3. Биишева. Төнгө алыш барған майҙан, усаҡ урындары ғына ҡарайып, һис ни булмағандай, тып-тын ҡалды. Й. Солтанов.
ТЫП-ТЫНЫС (Р: очень тихий; И.: very still; T: çok sakin) с. артыҡл. дәр. ҡар. тыныс I. превосх. степ, от тыныс I.
1. Үтә тыныс, тауышһыҙ. □ Очень тихий, бесшумный. ■ Яҙ — йылдың иң куңелле миҙгеле, ләкин көҙгө урмандың йәнгә рәхәтлек бирә торған бер яғы бар: ул тып-тыныс. Н. Мусин.
2. Үтә тыныс, сабыр, баҫалҡы. □ Очень спокойный, уравновешенный. ■ Үҙем тып-тынысмын, мин бошоноуҙан ғына бер ни ҙә уҙгәрмәй бит. Ә. Бикчәнтәев. Тып-тыныс йәшәп килгән халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡуялар. С. Агиш.
ТЫП-ТЫП (Р: топ-топ (о звуках, шагах и т. п.); И.: sound imitation word; T.: tıpır tıpır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тып иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Топ-топ (о звуках, шагах и т.п.). Тып-тып итеп йугереу. Тып-тып атлап килеу. Тып-тып тамған тамсылар. ■ Кыҙҙарҙың тып-тып аяҡ тауыштары ишетелгәндә, Светлин ҡайҙандыр бензин табып алып килде. И. Абдуллин. Куп тә утмәй, урамда һалмаҡ ҡына мал тояҡтары тып-тып килде, һарыҡ-кәзәләр баҡырышты, яҡын-тирәлә ҡапҡалар шығырлап асылды. Р. Байбулатов. Әнисә, букеттарын ҡосаҡлап, ҡыр кәзәһе шикелле тып-
693