Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 694 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТЫПТЫР
тып баҫып, йүгереп сығып китте. 3. Биишева.
ТЫПТЫР (Р.: звукоподражание дробному стуку; И.: sound imitation word; T.: tıpırtı) оҡш.
Ҡаты ваҡ нәмәләр ҡапыл күпләп ҡаты ергә ҡойолғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание дробному стуку (например, мелких твёрдых предметов обо что-л. твёрдое). Тыптыр итеп алма ҡойолдо. Тыптыр тигән тауыш сыҡты.
ТЫПТЫРЛАУ (тыптырла-) (Р.: стучать, ударяться; И.: beat; tap; T.: tıpırdamak) ҡ.
Тыптыр итеү, тыптыр-тыптыр итеү. □ Стучать, ударяться. Ат тояҡтары тыптырлай. Тыптырлап бәрелә. ■ Далдең ҡолаҡ төбөндә дөйә баҡырған тауыштар, ат тояҡтары тыптырлауы, арбалар шы-ғырлауы яңғырағандай булды. 3. Ураҡсин. Бөртөкләп кенә эре ямғыр тамсылары тыптырлап алды. Д. Бүләков. Ваҡ күҙле ямғырҙың япраҡтарға тыптырлап бәрелеүенән башҡа тауыш ишетмәгәс, [Бикмөхәмәтов] уйҙары менән яңынан Алатау буйындағы йәйләүгә — Фәрзәнәһен көтөп ятҡан ҡайын төбөнә ҡайтты. Н. Мусин.
ТЫПТЫР-ТЫПТЫР (Р: звукоподражание дробному стуку; И.: sound imitation word; T.: tıpır tıpır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тып-тып иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Звукоподражание дробному стуку (например, мелких твёрдых предметов обо что-л. твёрдое). Тыптыр-тыптыр килеү. Тыптыр-тыптыр итеү. Тыптыр-тыптыр йүгереү. М Муйындарын бөгөп муйылдар, .. тыптыр-тыптыр яуа емеше. Ҡ. Аралбаев.
ТЫПЫЛДАП (Р: часто-часто; И.: very often incessantly; T.: sık sık) p.
Нимәлер күп булып бер-бер артлы алға килеп торғанда, әҙер булғанда әйтелә. □ Часто-часто, не переставая. Балыҡ тыпылдап ҡына тора.
ТЫПЫЛДАТА-ТЫПЫЛДАТА (Р: часто топая, выбивая дробь; И.: stomping; T.: tıpır tıpır) p.
Ҡат-ҡат тып-тып иттереп, тып-тып тигән тауыш сығарып. □ Часто топая, выбивая
дробь. Тыпылдата-тыпылдата бейеү. Тыпылдата-тыпылдата таҡмаҡ әйтеү. ■ Фатима ят лейтенант алдында тыпылдата-тыпылдата таҡмаҡланы. Д. Исламов.
ТЫПЫЛДАТЫУ (тыпылдат-) (Р: топать; И.: stamp; tramp; drub; T.: tıpırdamak) ҡ.
1. Тып-тып иттереү, тып-тып тигән тауыш сығарыу. □ Топать. Тыпылдатып баҫыу. Тыпылдатып йүгереү. ■ Емеш, осар ҡош кеүек талпынып, тыпылдата баҫып, магазиндан сығып китте. 3. Биишева. Шәмсу-рый инәй ҡәнәғәтләнгән төҫ менән .. тыпылдата баҫа биреп ишеккә йүнәлде лә туҡтап ҡалды тағы. Б. Ноғоманов.
2. Тып-тып тигән тауыш сығарып бейеү.
□ Притопывать, выбивать дробь. Тыпылдатып бейеү. ■ [Ваня] бер нисә ҡабат өйө-рөлдө лә, түңәрәктең алдындараҡ торған йәш кенә ҡыҙҙың ҡаршыһына барып, тыпылдатып баҫып ҡуйҙы. Ғ. Аллаяров. Ул арала Фатима, бейергә саҡырып, [Миләүшәнең] алдында тыпылдата ине инде. Д. Исламов. Баҡыр баш, .. минең өсөн барыбер тигәндәй, бер аяғының башы менән иҙәнгә тыпылдатып һыҙғырып торҙо. И. Абдуллин.
3. күсм. Нимәнелер бер-бер артлы күп итеп булдырғанда, алға килтереп торғанда әйтелә. □ В форме деепричастия употребляется в значении наречий часто, быстро. Тыпылдатып ҡоймаҡ бешереү. ■ Хыялланып, тауҙай ҡабарып бешкән түп-түңәрәк икмәктәрҙе эҫе мейестән тыпылдатып ала ла башланыҡ [Зариф, Заһит, Әптерәй]. Й. Солтанов.
ТЫПЫЛДАУ (тыпылда-) (Р: звонко капать; И.: fall in drops; T: tıpırdamak) ҡ.
1. Тып-тып итеү, тып-тып тигән тауыш сығарыу. □ Звонко капать, барабанить. Тамсы тыпылдап тама. ■ Баҡһаң, һыу, ҡыуыштан үтеп, бар ерҙә лә тыпылдай икән. Ғ. Хисамов.
2. Аяҡ, тояҡ менән менән тып-тып тигән тауыш сығарыу (малға, кешегә ҡарата).
□ Топать, притопывать. // Топот. ■ Am тояҡтарының тыпылдауы ишетелә. [Турыҡайҙың] тулы көс менән ергә баҫыуынан тыпылдаған тауыштар ғына ишетелеп ҡалды. С. Агиш. Тап шул ваҡыт [Азаматов]
694